Яйыҡ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 Мая - День Победы
27 Апрель 2022, 10:25

27 апрель - ВАХТОВИКТАР КӨНӨ!

Бөгөн вахта ысулы менән эшләгәндәрҙең һөнәри байрамы. Ул тәүге тапҡыр 2011 йылда билдәләнә. Ә бит уйлап ҡараһаң, беҙҙең илдә, ҡала, районыбыҙҙа һәр икенсе ғаилә башлығы вахтаға йөрөп эшләй. Һуңғы йылдарҙа вахтаға йөрөгән гүзәл заттар ҙа күбәйеп китте. Ҡайҙа ғына йөрөүҙәренә ҡарамаҫтан яҡындарыбыҙ имен-һау булһындар. Беҙҙе һөйөндөрөп торһондар.

27 апрель - ВАХТОВИКТАР КӨНӨ!
27 апрель - ВАХТОВИКТАР КӨНӨ!
2011 йылдан алып Рәсәйҙә 27 апрель вахта ысулы менән эшләгәндәрҙең һөнәри байрамы булараҡ билдәләнә.  Һаулыҡтары ныҡ, тыуған ерҙәренән ситтә, хеҙмәт ауырлыҡтарын зарланмай күтәреүсе кешеләргә бағышланған көн ул.
Рәсәйҙә хәҙер вахтовик тигән һүҙҙе белмәгән кеше юҡ. Һәр икенсе ғаиләнән кем дә булһа вахтаға йөрөп эшләй.Вахта ысулы менән эшләүселәр тундрала, тайгала, диңгеҙҙәрҙә, Алыҫ Төньяҡта үҙләштерелмәгән ерҙәрҙе яулай, нефть һәм газ сығара, юлдар һала, нефть һәм газ үткәргестәр һуҙа.
Ваҡытлыса республиканан ситтә эшләүсе кешеләр һаны буйынса Башҡортостан илдең башҡа төбәктәре араһында беренсе урын биләй. Вахтовиктарҙың күпселеге – ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа йәшәүселәр. Рәсми статистика буйынса республиканан 148 мең самаһы кеше даими рәүештә вахтаға китә, уларҙың иҫпкә алынмағандары ла байтаҡтыр, моғайын. Заман быны үҙе талап итә. Илебеҙҙә эш урындары бик аҙ, булғандарында ла минималь эш хаҡынан саҡ ҡына артығыраҡ түләйҙәр. Балалар үҫә, уның менән сығымдар ҙа арта. Бынан тыш һәр кем лайыҡлы табыш алып, лайыҡлы тормош алып барырға хыяллана.
Ҡайҙа ғына йөрөмәһендәр, һәр саҡ изге фәрештәләр ҡанатын йәйеп торһон. Бәлә-ҡазаларҙан яҡындарыбыҙҙы һаҡлаһын!
Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас: