Бөгөн ҡалала "За Россию!За победу! За наших!" тик аталған илһөйәрлек акцияһы халыҡты күп йыйҙы. Тәүләп үткән велопарад Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына, Украинала махсус хәрби операция үткәреүселәргә теләктәшлек белдереүгә бағышланды. 4 йәштән алып 62 йәшкә тиклем 250 тирәһе кеше ҡала урамдары буйлап ике тәгәрмәсле аттарында еледерҙе. Һуғыш ваҡытындағы машиналар йәлеп ителеүе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәт ағай Вәлиев килеүе сараға мәртәбә өҫтәне. Һуңынан матур концерт күрһәтелде. Ә Дан стелаһы янындағы баннерҙарға Украинала һәләк булған йәп-йәш уландарыбыҙҙың фотоһүрәттәре ҡуйылған да икән, йәндәре йәннәттә булһын, мәңгелек дан!