Яйыҡ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

”Ауыл көтә улдарын “

Наурыҙ гөрләп торҙо

”Ауыл көтә улдарын “
”Ауыл көтә улдарын “
  • Беҙҙең Наурыҙ ауылы, Башҡортостандың башҡа бик күп ауылдары кеүек,ғәҙәти генә тормош алып барған төҫлө.Халҡы ла башҡаларҙан айырылып тормай, һәүетемсә генә көн күргәндәй.Был тәү ҡарашҡа ғына шулай.Ә ғәмәлдә Наурыҙ – ул Наурыҙ!Иҫ киткес матур тәбиғәт ауыл халҡының холоҡ-фиғеленә йоғонто яһаймы, әллә беҙ белмәгән ниндәйҙер башҡа сәбәптәнме – дәртле, йырлы-моңло, уйлап табыусан , кескәй генә һөйөнөстән дә тауҙай шатлыҡ, оло байрам яһай белгән кешеләр йәшәй бында.
    Быйыл 14-се тапҡыр үткәрелгән ”Ауыл көтә улдарын “ байрамы – үрҙә әйтелгәндәргә аныҡ миҫал.
    1 майҙа үтәсәк был байрамға әҙерлек эштәре бер ай алда башланды.Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына Хәтер Галереяһын асыу күҙалланғас, әҙерлек эштәре бермә-бер артты, ауылдаштарға яуаплылыҡ та өҫтәне.
    Өмә менән тирә-йүнде таҙартыу,ағартыу, буяу эштәре башҡарылды.Хәтер Галереяһының нигеҙен бетонлап нығытыу, иретеп йәбешетереү эштәрен башҡарыуҙа башҡаланан ялға ҡайтҡан Фәрмүт ағай Наурузов, үҙ һөнәренең оҫтаһы Ринат Ғариповтың роле баһалап бөткөһөҙ булды.Уларға Закир Ғарипов, Рәмил Хәкимов, Сарим Мөжәүиров, Вадим Ямалетдинов, Айгиз Саҙрыев, Илһам Сөләймәновтар ихлас ярҙам итте.Бөтә был эштәрҙе ойоштороусы, дәртләндереүсе, рухландырыусы, өмәләрҙе башлап йөрөүсе – әлбиттә, уңған, егәрле хакимиәт башлығы Гөлсинә Ибраһим ҡыҙы Фәттәхова.
    Шулай итеп, күмәк көс, дәррәү әҙерлек менән ”Ауыл көтә улдарын “ байрамы ла килеп етте!
    Иртүк халыҡ ауыл мәҙәниәт йортона йыйылды.
    Шатлығынан нурҙар сәсә һәр йорт,
    Бәхет сиртә күңел ҡылдарын!
    ”Хуш килдегеҙ!“ – тиеп ҡаршы ала
    Ауылыбыҙ ғәзиз улдарын! –
    тип сәләмләне уларҙы ағинәйҙәрҙең ”Наурыҙ йәшмәләре “ төркөмө.
    Гөлнур Заһирова менән ошо юлдарҙың авторының ауылға арналған шиғырҙарҙы һөйләүе аҫтында тыуған ауылдың һоҡланып туйғыһыҙ гүзәл тәбиғәт күренештәренән торған слайд-шоу күрһәтелде.
    Бына тантананың иң тулҡынландырғыс мәле етте.Быйыл ” Наурыҙ ауылының арҙаҡлы улы “ исеменә үҙ һөнәре буйынса ҙур уңыштарға өлгәшкән, маҡтауға лайыҡ эштәре, изге ғәмәлдәре менән ауылдың бәҫен күтәргән, мәртәбәһен арттырған, Наурыҙҙы сит тарафтарҙа ла танытҡан Мөхәмәҙиев Әхмәҙей Әүхәҙи улы һәм Уразбахтин Айбулат Алек улы лайыҡ булды.
    ”Наурыҙ ауылының тоғро улы “ исеме ауылда тыуып-үҫкән, шунда йорт нигеҙе ҡороп,сәләмәт йәшәү рәүеше менән башҡаларға өлгө булған Фәнис Вәис улы һәм Өлфәт Фуат улы Ҡаһармановтарға бирелде.
    Бер уңайҙан Әхмәҙей Мөхәмәҙиев актив йәмәғәтсе Гөлнур Заһироваға йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә тос өлөш индергән өсөн ”Хәрби туғанлыҡ “ ойошмаһы Межозерный бүлегенең Маҡтау грамотаһын тапшырып китте.
    Тантаналы өлөш эш урындарын билдәләү менән тамамланды.Халыҡтың бер төркөмө зыяратты тәртипкә килтерһә, икенсеһе ”Йәшел ауыл“ акцияһына ҡушылып, ағас ултыртты, өсөнсө төркөм ауылдың икенсе осонда, ауылдан сыҡҡан ерҙә стела урынлаштырыу менән мәшғүл булды.
    Ә был ваҡытта Яйыҡ ярында бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар аш-һыу яраштырҙы.Төшкө ашҡа йыйылғандарҙы мул табын әҙерләп һыйлаған Гөлсирә Иркәбаева, Гүзәл Моратова, Юлиә Маннанова, Зилә Хәкимова, Зилә Ғүмәроваларға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ!
    Эш бөткәс, уйнарға ярай, тигәндәй, көндөң икенсе яртыһы уйындарға арналды.Был байрамда төп уйын булып, әлбиттә, бура һуғыу тора.Оло ғына ағайҙарҙың да бәхәсләшә -хәрәмләшә йүгереп уйнап йөрөүҙәре үҙе бер тамаша!Ә инде хурлыҡлы рәүештә ”дығырҙаҡ”ҡа һалынғанды йыл буйына һөйләйәсәктәр әле!
    Ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар ҙа ситтән ҡарап ҡына тормайҙар. Ана, ”Өйрәк атыш “ уйынында сыр-сыу киләләр.
    Был күренеш ирекһеҙҙән һәр кемде ғәмһеҙ бала саҡҡа алып ҡайта, күңелдәрҙе иләҫ-миләҫ килтереп, һағышландырып та ҡуя.
    Ошо байрамды уйлап сығарыусыларҙың ҡуйған маҡсаты ла шунан ғибәрәт бит: ауыл өсөн файҙалы эштәр башҡарып, ”хөзөр“гә сығып, баласаҡ уйындарын уйнап, бер көнгә булһа ла, үткәндәргә ҡайтып әйләнеү.
    Тәьҫораттарға бай көндөң кисендә наурыҙҙар мәҙәниәт йортонда бик матур йөкмәткеле концерт ҡаранылар.Һәүәҫкәр әртистәрҙең сығышы халыҡ күңеленә хуш килде, хисләндерҙе, моңландырҙы, дәртләндерҙе.
    Ысын мәғәнәһендә:
    Йәшмәлә аунап үҫкәнгә
    Күңелдәребеҙ йырлы!
    Шулай итеп,матур йолаға әйләнгән ”Ауыл көтә улдарын “ байрамы шаулап-гөрләп, күңелдәргә киләһе йылға етерлек көс-дәрт, илһам биреп, йөрәктәргә ҡуҙ өҫтәп үтеп китте.
    Байрамды үткәреүҙә ярҙам иткән ”Байрамғол “ агрофирмаһына, ауылдаштарға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
    Киләсәктә лә бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!
  •  
  •                                                                                   Миңнур Байғарина, Наурыҙ ауылы.
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: