“Мәрхәмәтлек бүләк ит” автоном коммерцияға нигеҙләнмәгән ойошма Учалы ҡалаһында өҫтәл теннисы буйынса зона ярыштары үткәрҙе. “Беҙ төрлө, беҙ тиң” проекты сиктәрендә сәлмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр мәж килеп көс күңел асты, үҙ көстәренә инанды. Һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк – бындай күләмле сара ойошмабыҙ БР Башлығы грантын алыу арҡаһында мөмкин булды.
Барлығы 11 команда ҡатнашты. Шул иҫәптән Белорет коррекция мәктәбе, Учалы коррекция мәктәбе, “Ғаилә” үҙәге, “Йәштәш” үҫмерҙәр клубы, “Пионер” телестудияһы, инвалидтар йәмғиәте вәкилдәре һәм башҡа.
Сара бик күңелле үтте, барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды, әммә ярыш – ярыш инде, чемпиондарҙы атау ҙа кәрәктер: кесе төркөмдә – “Йәштәш” клубы, урта төркөмдә – Белорет коррекция мәктәбе һәм “Ғаилә” үҙәге, оло төркөмдә - Учалы инвалидтар йәмғиәте спортсылары үҙҙәрен иң сос һәм оҫта итеп күрһәтте.
Зона ярышында бөтә ҡатнашыусыларға “Семейное” кафетерийында яҡшы табындар ойошторолдо. Спортсыларға миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Ярыштарҙың оҙаҡ хәтерҙәрҙә һаҡланасаҡ сағыу тамашаға, файҙалы һәм күңелле сараға әйләнеүенә булышлыҡ иткән район һәм ҡала ултырағы хакимиәттәренә, партнерыбыҙ – Балалар-йәштәр спорт мәктәбенә (директоры Рәмил Ҡусарин), эскерһеҙ ирекмәндәр Азалия Шәрипова, Рената Буранбаева, Надежда Корсакова, Елизавета Борисоваларға, “Лучики” (етәкселәре Ф.Ф.Нуретдинова), “Алтын-Ай” (Г.Г.Кәримова) ансамблдәренә, Илтабан мәҙәниәт йортонан Нәжметдиновтар ғаиләһенә ихлас күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ!
Регина Абзалова, “Мәрхәмәтлек бүләк ит” ойошмаһы етәксеһе