11 май сәғәт көндөҙгө 12 тирәләрендә Сәфәр-Первомайка юлының 3-сө километрында 38 йәшлек урындағы кеше идара иткән "Daewoo Nexia" автомобиле юлдан осоп төшә һәм түңкәрелә.
-Тикшереү бара, водителгә анализ 0,799 мг/л миҡдарында алкоголь күрһәтте, - тип белдерҙе ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова. Һәм бындай осраҡтар йыш асыҡланып тора. Бер осраҡта ла иҫерек көйөнсә руль артына ултырмағыҙ! Тамаҡҡа баш булып булмай икән, хәмер сарсыу өйәнәге үткәнсе йәйәү йөрөп тороғоҙ йә такси саҡыртығыҙ.