Бер яҡташ ағай һөйләгәйне:
– Беренсе класта уҡығанда уҡытыусы апай һәр беребеҙҙән:
– Үҫкәс кем булаһың? – тип һорай.
– Мин летчик булам.
– Ә мин врач.
– Космонавт булам.
– Шофер.
– Яҡшы, яҡшы, – ти мөғәллимә апайыбыҙ.
Өндәшмәй шым ғына ултырған бер ауылдаштан:
– Ә һин кем булаһың? – тип һорай.
– Көтөүсе.
Бөтә класс был малайҙан көлә башланы.
Йылдар үтте. Беҙҙең класс уҡыусылары араһынан летчик та, космонавт та, хатта табип та сыҡманы. Баяғы ауылдаш малайға ғына көтөүсе булыу бәхете тейҙе. Ғүмер буйы колхоз малын көттө. Орден, миҙалдар менән бүләкләнде. Хәҙер мәрхүм инде. Ә теге балаларҙың ата-әсәләре, улдарын, уҡымаһаң, көтөүсе булырһың, ҡыҙҙарын, уҡымаһаң, доярка булырһың, тип үҫтерҙеләр. Уларҙың береһе лә ауылда ҡалманы, яҡындағы ҡалаларға йә баш ҡалаға сығып киттеләр. Был ата-әсәләр хәҙер, ҡартайған көндәрендә, малдарын көтөргә көтөүсе яллай алмай ыҙалана. Бер кем дә көтөүсе булырға теләмәй. Бер һыйыр башына айына 500 һум түләргә ризалашһалар ҙа. Бар халыҡтың ҡарап торғаны – шәхси хужалығындағы мал-тыуары. Сөнки колхоздар бөтөрөлдө, ауылда эш юҡ. Ауыл көтөүен көтөргә көтөүсе таба алмайҙар. Сиратлап көтәләр.
Балаларына уйламай һөйләгән хәбәр, унан да бигерәк Хөкүмәттең ауыл хужалығына ҡарата булған кире мөнәсәбәте ауыл халҡын бына ниндәй көнгә төшөрҙө.
Тәлғәт Шаһманов