Аңына килһә, тирә-яҡ ап-аҡ. Эргәһендә сыуалышҡан ниндәйҙер кешеләр ҙә аҡ кейемдә. Тора-бара ғына төшөндө ҡатын үҙенең дауаханала ятҡанлығын. Реанимацияла ғына ун көн тоттолар. Аҙаҡ өс кешелек палатаға күсерҙеләр. Эргәһендәгеләргә көн һайын тиерлек балалары, туғандары килеп йөрөнө, ә Бибисараға улы ла, килене лә хатта бер килеп әйләнмәне. Эш кешеләре бит, бушамайҙар, тип аҡланды әсә үҙе менән бергә дауаланыусылар алдында. Тегеләр ни, бер-береһенә мәғәнәле генә итеп ҡараша ла Бибисара алдында һүҙ ҡуйыртмай. Ярай әле, күрше-күләне, дуҫтары килгеләп торҙо. Бер көндө, шулай, виноград ашағыһы килеп китте бит. Янында бер тин аҡсаһы юҡ, улына шылтыратты.
– Минең ваҡытым бармы инде һинең эргәңә барып йөрөргә, киленеңә әйтермен, – тине улы.
Бер көн көттө киленен, ике, өс көн. Ахырҙа, өмөтөн өҙҙө. Шунда Бибисара беренсе тапҡыр сит-яттар алдында күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Уның ниңә илағанын да белмәгән, шулай ҙа әлеге әсенеүҙәренең бала-сағаһына бәйле булыуын төшөнә башлаған күршеләре үҙҙәренсә йыуатҡан булды. Уҫалырағы, шәфҡәт туташтарының да илке-һалҡылығын тиҙ генә күреп барған мәрйә ҡатыны: “Үҫтер инде баланы әпәүләп! Иркәләткәнһең, хәҙер, ана, килеп хәлеңде белеүсе лә юҡ”, – тип ауыҙын асҡайны ла, Бибисара: “Минең илауымда баламдың ни ҡыҫылышы? Ул бушамай, әле командировкала”, – тип йәнә улын яҡларға кереште.
Дауахананан да үҙе генә ҡайтты ҡатын. Автобуста кондуктор бәйләнде. Бибисара уға хәлен аңлатырға тырышты..."
Тулыраҡ:
Йоҡларға кәрәк... Нисек кенә булһа ла серем итергә... Юғиһә, быуындар ҙа көндән-көн хәлһеҙләнә, баш та эшләмәй башлаған кеүек. Хәйер, берәй ваҡыт һинең башың эшләнеме икән?Бибисара нәфрәт ҡатыш йәлләү менән көҙгөләге сағылышына ҡараны. Һуңғы осор ул йыш ҡына үҙ-үҙе менән һөйләшер булып китте. Юҡ, аралашыу өсөн берәү ҙә булмағанға түгел. Шөкөр, дуҫтары, таныштары етерлек. Ҡайҙа барһа ла, ҡайһы ғына ишекте асып инһә лә, ихлас ҡаршылайҙар үҙен, бәғзеләре ҡосаҡлап уҡ ала, һағынып көткән туғандары тиерһең. Ундай минуттарҙа ҡатындың өшөгән күңеле йылынып китә, төҫһөҙ генә тормошона сағыу биҙәктәр өҫтәлгән кеүек була. Ә инде берәйһе хәлен һораша башлаһа, йомшап китеренән өркөп, йәһәт кенә хушлаша башлай. Күҙ йәштәрен күрһәтмәҫ өсөн. Улары ла бигерәк тыйыуһыҙ шул, тамырға ғына тора.Кемдәр генә белһен инде хәлдәрен.
Ышанып сер сискән, нисәмә йылдар яҡын күреп йөрөгән әхирәте лә күңелен аяманы. Бибисараға дуҫының серҙәре һыйманымы ни? Әхирәт ҡатындың бүтәндәргә мәңге йомоҡ бөтә хәл-әхүәлен белә бит ул. Фидая үҙен һатһа ла, Бибисара уның ғүмер сәхифәләрен һис кемгә, һис ҡасан һөйләйәсәк түгел. Хатта дуҫҡайына бик-бик йәне көйгәндә лә... Э-э-эй, кемдәрҙең генә сере һыйманы инде уның күңеленә! Хатта ир-ат та ышанып һөйләгәне булды йөрәктәрен өткәнде. Үҙенсә кәңәш бирер ине Бибисара, һәр ҡайһыһының бәләһен үҙенеке итеп ҡабул итер, ҡурсалар ине.
– Туҡтат баррикада уртаһында йөрөүеңде, һиңә туҡмаҡ ике яҡтан да эләгә бит, – тип асыуланыр ине мәрхүм ире. – Бигерәк иҫәрһең инде...
Бибисара уға әле үҙ-ара дошманлашып йөрөгән әҙәмдәрҙең яҡшы яҡтары ла барлығын иҫбат итә башлай.
– Үҙең уйлап ҡара, улар ни өсөн алъюҫыҡҡа талашырға тейеш? Сүп кенә бит бүлешә алмаған нәмәләре, – тип иренә аңлатырға тырыша. Ахырҙа, тегеһе ҡул һелтәй.
Юҡ, дөрөҫ йәшәмәне Бибисара. Уҙған ғүмерен ҡат-ҡат күңеленән үткәрә лә шундай фекергә килә. Тик тәүге яңылыш аҙымды ҡасан яһаны һуң ул? Икенсеһен, өсөнсөһөн? Тотош иҫәп-хисапҡа ғына ҡоролған, хатта туғанлыҡ, дуҫлыҡ хистәрен дә файҙа бизмәненә һалып үлсәгән заманға ни өсөн ул яраҡлаша белмәне, ниңә үҙгәрә алманы?
– Бибисара апай, мин ауырлы! – Алдында күҙ-йәш түгеп торған йәш, сибәр ҡатынҡайға йәлләп ҡараны Бибисара. Ҡапыл бөтә был буталсыҡ хәлгә үҙен ғәйепле итеп тоя башланы. Йә инде, кем белгән Санъярының икенсене яратыуын? Бала саҡтан дуҫлашып йөрөнөләр, унан, өйләнешәйек тә өйләнешәйек, тип ул үҙе быуынына төштө. Ашыҡтырҙы Бибисараны, һин бүтәнде яратып өлгөргәнһеңдер әле мин хеҙмәттә саҡта, тип тә ғәйепләне. Ышанды ҡыҙ һөйгәненә, ризалыҡ бирҙе. Ә бөгөн бына...
– Апай, мин Санъярҙы үлеп, үлеп яратам! – Йәш ҡатын йәнә күҙ йәштәренә быуылды. – Бәхетебеҙгә ҡаршы килмәгеҙ, зинһар! – Был юлы көндәшенең тауышы талапсаныраҡ яңғыраны.
– Әйҙә, өйгә ин. Сәй эсербеҙ... – Бибисара ни әйтергә лә, ҡайһылай ҡыланырға ла белмәне, тегене өйгә саҡырҙы.
Ике көндәштең яҡын әхирәттәр кеүек бергә сәй эсеп ултырғанын күргән Санъяр йән асыуы менән:
– Һин нишләйһең бында?! – тип аҡырҙы һөйәркәһенә. – Бында һине кем саҡырҙы?!
– Туҡта, нишләйһең ул? – Бибисара ирен тынысландырырға маташты. – Ул бит һинең яратҡан кешең...
– Яратҡан?! Ул?! Ә һин элек тә иҫәр инең, әле лє шулайһың! – Хәҙер инде ирҙең асыуы ҡатынына йүнәлде. – Һантый! Нимә, хәҙер мине осраҡлы бисәгә тоттороп ебәрмәксеһеңме?!
– Нисек осраҡлы?! Ә кем мине ышандырҙы, “һөйәм” тине?! – Көндәше һүҙ ҡыҫтырып маташҡайны ла, ир уны шып туҡтатты:
– Бар, күҙгә күренмә! Бибисаранан йырағыраҡ йөрө!
– Ә беҙҙең бала...
– Ниндәй бала?! Тәүҙә кемдән ауырға ҡалғаныңды асыҡла, унан һөйләнерһең. Мин түлһеҙ, белгең килһә!
– Санъяр, һиңә оят түгелме? Үҙ сабыйыңдан баш тартаһың, – Бибисара ишек яҡтауына һыйынып илаған көндәшен йыуатты. – Йә, илама, һиңә тулҡынланырға ярамай.
– Фу, һантый... – Ире ишекле-түрле зыҡ ҡубып йөрөнө лә, ишекте шапылдата ябып, сығып китте.
Шул уҡ көндө Бибисара сумаҙанға кейем-һалымын йыйҙы ла башы һуҡҡан яҡҡа сыҡты ла китте. “Балаңды етем итмә, мине эҙләмә!” – тигән яҙыу ғына ҡалдырҙы.
Ир бирмәк – йән бирмәк, тиҙәр. Еңел түгел ине Бибисараға. Уның уйынса, яратҡан кеше хыянат итмәй, әгәр бергә йәшәүҙәренең өсөнсө йылында уҡ сит бисә-сәсә менән сыуалған икән – тимәк, яратмай. Ә үҙеңде һөймәгән бәндә менән нисек йәшәмәк кәрәк? Етмәһә, бала. Уның ни ғәйебе бар?
Шулай уйлай ине Бибисара йәшерәк сағында. Хәҙер, ана, ирҙәрҙең туҡһан проценты ҡатынына хыянат итә, тиҙәр. “Йөрөмәгән ир юҡ”, – тип тә ебәрә әле ҡайһы берәүҙәр.
Башы һуҡҡан яҡҡа сығып китте-китеүен ҡатын, әммә ай самаһы үтеүгә үҙенең дә йөклө икәнлеге мәғлүм булды. “Түлһеҙмен, тигән була бит әле, – тип үртәлеп хәтерләне ул ирен. – Бер юлы ике сабыйға атай булырға йөрөгәнендә...”
Онота алманы ул тәүге мөхәббәтен. Ятһа-торһа Санъяр булды уйында. Урамда ҡаршыһына килеп сыҡмаҫмы, тип, хыялый кешеләй, юҡ өмөттәр менән йәшәгән йылдары... Заяға уҙған ғүмер... Улы донъяға килгәс, бар һағыш-хәсрәтен сабыйына булған хәстәрлек менән күмергә тырышты. Күкрәген ярып сыҡҡан ғәзиз улыҡайында Санъярының таныш һыҙаттарын эҙләне. Улында ире менән берәй оҡшашлыҡ тапһа, ҡыуанысы эсенә һыймаҫ ине: бына бит, һис тә үкенерлек түгел, һөйгәненә сығып, бер ҙә яңылышмаған...
Ауыр йылдар башланды. Кибет кәштәләре буп-буш, ярма менән шәкәрен-сәйен дә талонға семтемләп кенә бирәләр. Уның ҡарауы, эсәһеңме-эсмәйһеңме, ғаиләләге һәр кеше башына ай һайын бер литр араҡы. Моғайын, күптәр шул йылдарҙа эсергә өйрәнгәндер ҙә әле. Тәүҙәрәк Бибисара араҡыға сират баҫырға ла тартына торғайны. Һыу буйы бит ул сираты ла, көноҙоно торорға кәрәк. Тора-бара өйрәнде: үҙенә тейешле араҡыны ала ла ипләп кенә аҙыҡ-түлеккә алмаштыра. Яҡындағы ауылға барып, ит-май ҙа алып ҡайтҡылай. Бәғзе мәл кибет алдында уҡ талонын һатып ебәрә. Ҡалай итһә итте, әммә сабыйын асыҡтырманы әсә. Өҫтәлгә ниндәйҙер мөғжизә менән тәм-том килеп ултырһа, иң тәүҙә улына ҡалдырыр ине. Ике эштә эшләп йөрөүенә ҡарамаҫтан, йәй көнө еләк-емешенә лә, бәшмәгенә лә барҙы, ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмаһын, ҡағын, тоҙло йәшелсәһен әҙерләне.
Ҡайҙа, нисек яңылышты һуң әле ул берҙән-бер сабыйына тәрбиә биргәндә? Уҡыуын да күҙҙән яҙлыҡтырмаҫҡа тырышты, улай тиһәң, бер эштән ҡайтып, икенсеһенә – төнгө ҡарауылға йүгергәндә балаңа артыҡ иғтибар биреп буламы инде? Уйҙарының хилаф йүнәлеш алғанына үртәлеп, ҡатын: “Тәүбә-тәүбә”, – тип ҡуйҙы. Берәүҙән дә кәм түгел улы, шөкөр, институтын да тамамланы, бына тигән вазифа биләй. Хатта таныш-тоношо: “Ҡайһылай бәхетле һин, Бибисара, улың малын да таба, ғаиләһен дә ел-ямғыр тейҙермәй тәрбиәләй”, – тип һоҡлана. Иҫәнлектәрен генә бирһен Хоҙай, ейәнен иҫән-аман үҫтерһен улы менән килене. Кис ятһа ла, иртән торһа ла, бәхет-бәрәкәт теләй әсә балаларына. Ә шулай ҙа...
Быйыл оҙаҡ ҡына дауаханала ятырға тура килде Бибисараға. Ниңәлер һуңғы бер нисә йыл йөрәге “шаяра”: йә сәнскеләй башлай, йә әрнеп һыҙлай. Күкрәккә ауыр таш баҫҡандай, тын алырға ла бирмәй. Эстәге һыҙланыу бөтә тәнгә тарала башлаһа, түҙеп кенә тор. Эшенән алып киттеләр уны “Ашығыс ярҙам” машинаһында. Иҙән йыуып йөрөгән еренән ҡолаған бит шунда. Аңына килһә, тирә-яҡ ап-аҡ. Эргәһендә сыуалышҡан ниндәйҙер кешеләр ҙә аҡ кейемдә. Тора-бара ғына төшөндө ҡатын үҙенең дауаханала ятҡанлығын. Реанимацияла ғына ун көн тоттолар. Аҙаҡ өс кешелек палатаға күсерҙеләр. Эргәһендәгеләргә көн һайын тиерлек балалары, туғандары килеп йөрөнө, ә Бибисараға улы ла, килене лә хатта бер килеп әйләнмәне. Эш кешеләре бит, бушамайҙар, тип аҡланды әсә үҙе менән бергә дауаланыусылар алдында. Тегеләр ни, бер-береһенә мәғәнәле генә итеп ҡараша ла Бибисара алдында һүҙ ҡуйыртмай. Ярай әле, күрше-күләне, дуҫтары килгеләп торҙо. Бер көндө, шулай, виноград ашағыһы килеп китте бит. Янында бер тин аҡсаһы юҡ, улына шылтыратты.
– Минең ваҡытым бармы инде һинең эргәңә барып йөрөргә, киленеңә әйтермен, – тине улы.
Бер көн көттө киленен, ике, өс көн. Ахырҙа, өмөтөн өҙҙө. Шунда Бибисара беренсе тапҡыр сит-яттар алдында күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Уның ниңә илағанын да белмәгән, шулай ҙа әлеге әсенеүҙәренең бала-сағаһына бәйле булыуын төшөнә башлаған күршеләре үҙҙәренсә йыуатҡан булды. Уҫалырағы, шәфҡәт туташтарының да илке-һалҡылығын тиҙ генә күреп барған мәрйә ҡатыны: “Үҫтер инде баланы әпәүләп! Иркәләткәнһең, хәҙер, ана, килеп хәлеңде белеүсе лә юҡ”, – тип ауыҙын асҡайны ла, Бибисара: “Минең илауымда баламдың ни ҡыҫылышы? Ул бушамай, әле командировкала”, – тип йәнә улын яҡларға кереште.
Дауахананан да үҙе генә ҡайтты ҡатын. Автобуста кондуктор бәйләнде. Бибисара уға хәлен аңлатырға тырышты.
– Давай түлә юл хаҡын, нимә, төшөрөп ҡалдырғанды көтәһеңме? Берәй эскесе бисәһеңдер әле, хәҙер йүнле әҙәм бер тинһеҙ йөрөймө?! – тип ҡысҡырынырға тотондо кондуктор. Эскесе тиеүен бигерәк ауыр ҡабул итте Бибисара. Үҙ ғүмерендә ауыҙына ла алғаны юҡ бит уның. Рәхмәт инде, Бибисараны эргәһендә ултырған ҡатынҡай яҡлап сыҡты. Уның өсөн юл хаҡын да түләне.
– Нимә, байып бараңмы? Һәр берәҙәк өсөн түләй башлаһаң, байырһың инде, – тип һөйләнә-һөйләнә кондуктор бисә ары атланы.
Бибисара, ҙур ғына фатирын улының ғаиләһенә бүлеп биреп, үҙе бер бүлмәлә йәшәй хәҙер. “Башҡаның башы ауыртмай, йәштәр, әйҙә, үҙ аллы донъя көтһөн”, – тип шулай эшләгәйне. Бәхетенә, күршеләре арыу булып сыҡты. Бер ғаилә кеүек көн күрәләр. Ҡайтып инеп, ятып ҡына торғайны, Фатима килеп инде.
– Теге мәл балнисҡа эргәңә барғанда күңелеңде ҡыймағайным, ҡабат сирләп китерһең, тип. Әйтмәй булмай инде. Эй-й, үҙем дә йомшаҡ булдым, нишләп улайттым икән, тип һаман үҙемде тиргәйем... – Һүҙ башланы ла күршеһе, дауам итә алмай туҡтап ҡалды.
– Йә инде, ни булды? Әйт тиҙерәк, – тип ҡабаландырҙы уны Бибисара.
– Ни бит әле... Ике айҙың да эш хаҡын, үҙең ышаныс ҡағыҙы биргәс, барып алғайным, улыма компьютер кәрәк, тип киленең алып китте аҡсаңды. Бер аҙнанан уҡ алып килтереп еткерәм, тигәйне, юҡ таһа...
Бибисара, күршеһенең күҙҙәренә ҡарамаҫҡа тырышты, юғиһә алдашыуын шундуҡ һиҙер.
– Үҙем әйттем мин уға, борсолма, – тигәс, Фатима ихлас көлөп ебәрҙе.
– Мин әйтергә ҡурҡып торған булам бит әле, ярай, улайһа минең ғәйеп юҡ, – тип һөйләнә-һөйләнә өҫтәлгә индергән күстәнәсен һалды. – Бына, сәйгә ҡушып эс, ауылдан ебәргәндәр. Эй тәмле лә һуң ҡаҡлаған ҡорот, магазиндан алған кәнфит-маҙарың ары торһон.
Оҙаҡҡа еткерҙе ул ҡоротто Бибисара. Тәмләп һура-һура ла һалып тора. Йөрөй биргәс, йәнә әлеге ҡоротто ауыҙына ала. Күршеләре ялға сығып, ауыл яғына ҡайтып киткәс, фатирҙа бер үҙе. Аш бүлмәһе лә, ванна-бәҙрәфе лә уның ғына ҡарамағында. Тәүге аҙнаны һыуытҡысындағы аҙыҡ-түлек менән көн итте. Ул арала фатир өсөн түләү ҡағыҙы килде. Сире арҡаһында эшһеҙ ҡалған Бибисара ҡағыҙҙағы һанға оҙаҡ текәлеп ултырҙы. Дүрт айға йыйылған бурысы уның өсөн байтаҡ ине. Балаларына ҡалайтып өндәшергә белмәй аптыранды. Өйҙә һаҡланған барлы-юҡлы ғына аҡсаһын дарыуға тотонғанына үкенеп бөтә алманы. Барыбер ни ҙә булһа эшләргә, килеп тыуған хәлдән сығырға кәрәк.
Телефонды килене алды.
– Һаумы, балам. Хәлдәрегеҙ нисек?
– Ҡайттыңмы? – тине килене, иҫәнләшеп тә тормаҫтан.
– Эйе, шөкөр, йүнәлдем инде. Ни, килен, миңә аҡса кәрәк булып китте бит әле.
– Атаҡ, бер башыңа аҡса еткермәйһеңме?
– Фатирға түләргә ине, – Бибисара килененең дорфалығын ишетмәмешкә һалышты.
– Шунан, мин нишләй алам?
– Бер айлыҡ эш хаҡын булһа ла...
– Аба-а-ау, берҙән-бер ейәненә компьютер алғандар икән берәүҙең аҡсаһына. Ниндәй өләсәй һуң һин шунан һуң?!
– Килен, мин бит эшһеҙ хәҙер! – Бибисараның һуңғы һүҙҙәре һауала эленеп ҡалды.
Улына шылтыратыуҙы кәрәк тапманы Бибисара. Иң яҡын әхирәте Фидаяға юл тотто. Эштән ҡайтып ҡына тора икән. Әйҙүкләп түргә саҡырҙы. Яңы кейем-һалымын күрһәтеп ташланы. Компьютер ҡабыҙып, Ҡара диңгеҙ ярында төшкән фоторәсемдәре менән таныштырҙы. Тәмләп сәй эстеләр.
Матур йәшәй әхирәте. Бибисара уның өсөн ҡыуанып бөтә алмай. Аҡсаға ла ҡытлыҡ кисермәй. Фидая йәштәрсә кейенә, концерт-фәләндән дә ҡалмай.
Бибисара нисек һүҙ башларға белмәй яфаланды.
– Йә, ни әйтергә теләгәйнең? – тип үҙе һораны дуҫы.
– Миңә аҡса биреп тор. Оҙаҡ көттөрмәҫкә тырышырмын.
– Әхирәткәйем, шуны өндәшә алмай ултыраһыңмы? Мин һиңә ярҙам итмәй буламмы инде?
Бибисараның эсенә йылы йүгерҙе. Фидаяға рәхмәт әйтеп өлгөрмәне, тегеһе дауам итте:
– Әле генә, һин килерҙән ярты сәғәт элек, бер танышыма тоттороп ебәргәйнем бит әле бөтә аҡсамды. Тиҙерәк килтерһә ярар ине. Һин дә инде, иртәрәк килһәң ни була! Шылтыратып тор, ул ҡайтарыу менән һиңә... Эйе, мотлаҡ шылтырат!
“Шылтырат” тигәне “Бында ҡабат килеп йөрөмә” кеүегерәк яңғыраны Фидаяның. Бергә эшләгәс, Бибисараның эштән китеүен белә инде, ышанып нисек бурысҡа аҡса бирһен – әхирәтен үҙенсә аҡларға самаланы ҡатын. Оят булһа ла, иртәгә элек иҙән йыуған эшенә барып әйләнергә булды. Тик кемгә мөрәжәғәт итергә, бығаса бит уның үтескә аҡса һорап йөрөгәне лә юҡ. Ҡайһылай ҙа ауыр, уңайһыҙ икән дә ул үҙеңдә аҡса булмай, бурысҡа эҙләнеп йөрөүе!
Ҡайтһа, хат ҡалдырып киткәндәр. Тыуған ауылынан. Инде нисәмә йылдар ҡайтып әйләнмәгән Бибисараның йөрәге дарҫлап типте. Көтөп торған туғаны, ата-әсәһе булмағас ни, әлеге китеүҙән ул бер ҙә ҡайтмағайны. Нисек эҙләп тапҡандар, адресын ҡайҙан белгәндәр, тиһең. Конвертты асыр алдынан йәнә күҙ һалды: яҙыу таныш түгел. Хәйер, кемдең нисек яҙғанын ҡайҙан хәтерләһен инде ул хәҙер.
“Бибисара, был хатты алғас, бәлки, аптырарһың. Мин Санъярҙың ҡатыны булам. Ул ауыр хәлдә, бәлки, ҡайтып бәхилләшеп китерһең...” – Бибисараның күҙ алдары ҡараңғыланды. Бына бит, ул бында үлем менән көрәшеп ятҡанда, Санъяры ла түшәктә булған...
– Минең атайым юҡ, нисек шуны аңламайһың, әсәй?! – Бибисара, иҫ-аҡылы китеп, улына ҡараны. Йәш бала-саға түгел бит инде, теле барып, шулай тиеүен әйт әле һин уның.
– Балам, беренсенән, атайһыҙ кеше булмай. Икенсенән, һин яратышып өйләнешкән атайың менән минең законлы никахыбыҙҙан тыуған балаһың. Яҡын кешең менән хушлашырға кәрәк...
– Бөтә был йылдарҙа ҡайҙа булды һуң ул, ә? Ниңә килеп күренмәне, ярҙам итмәне? Кем ул, ниндәй бәндә – ни өсөн уны мин белмәйем?! Хәҙер бәхилләшеү кәрәк булған...
– Ярай, ихтыярың. Тик үтенесемде үтә: аҡса биреп тор. Фатиры ла тороп торһон, миңә юллыҡ аҡса бир...
Ошондай бигүк матур булмаған һөйләшеү Бибисараның йәнен телгеләп торһа ла, улының аҡса менән ярҙам итеүенә ҡыуанған ҡатын шул көндө үк юлға сыҡҡайны, әле бына ҡайтып килеүе. Күрҙе ғүмере буйы өҙөлөп һөйгән кешеһен, бәхилләште. Ҡатыны уларҙың араһына кергән теге ҡатын булмай сыҡты. Баҡтиһәң, улар өйләнешмәгән дә икән. Санъяр менән Бибисара бер-береһенән ғәфү үтенеште. Оҙаҡ ҡына икеләнеп торғандан һуң Бибисара әйтергә булды:
– Беҙҙең улыбыҙ бар бит, Санъяр. Һинең улың...
Һыҙланыуҙан, был хәбәрҙән шаңҡыған ир “аһ” итте. Нишләне ул, ниңә юғалтты һөйгән кешеһен?! Үкенесле үтте ғүмер тигәндәре, һай, үкенесле... Бына хәҙер улын да күрмәй үлергә ята.
– Ниңә килмәне? – Санъярҙың тауышы ғырылдап сыҡты, әйтерһең, буйтым яҡынлаған әжәл ҡапыл килеп боғаҙынан алды.
– Эштән китә алманы. Хәҙер беләһең бит...
Һуңғы осрашыуҙарын ҡат-ҡат күҙ алдынан үткәрҙе ҡатын. Арманһыҙ булып ҡайтып йығылды. Бөтә аҡсаһы юлға, күстәнәскә киткәйне, хәҙер кемдән дә ярҙам көтөргә түгел. Теге ваҡыт та улы, әсәй, хәҙер берәүҙә лә иҫәпһеҙ аҡса юҡ, тигәйне. Әллә ҡатыны ҡәйнәһен аҡсаһыҙ ҡалдырыуын да әйтмәнеме икән иренә? Өндәшмәне Бибисара. Эстән һыҙҙы. Өҫтәүенә, уртаҡ таныштары Фидаяның үҙе хаҡында таратҡан ғәйбәтен еткергәс, бөтәһенән ваз кискәндәй булды. Кемгә ышанырға? Артабан нисек йәшәргә?
Өс көн инде ауыҙына тәғәм ризыҡ ҡапҡаны юҡ Бибисараның. Икмәк алырлыҡ та аҡсаһы юҡ. Күршеһе индергән ҡорото ла бөттө. Иртән түшәктә оҙағыраҡ ятырға тырыша ул хәҙер. Ун берҙәрҙә тороп, ҡаты итеп яһап сәй эсә лә тағы ята. Уйҙарҙың ялы-ҡойроғо юҡ. Ҡат-ҡат ғүмер юлын байҡай, ҡат-ҡат үҙенә бер үк һорауҙы бирә: ҡайҙа яңылышты ул? Ни өсөн яҙмыш уға береһенән-береһе ауыр һынау ҡуя?
... Ә хәҙер йоҡларға кәрәк. Аҙ ғына булһа ла серем итергә. Иртәгеһен, бәлки, Хоҙай берәй ярҙамын ебәрер...
Фото: https://unsplash.com/