Яйыҡ
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 Мая - День Победы
10 Апрель 2023, 13:22

"УАЗ" алып барҙылар

Фирүзә Шәһәретдинова:                                                                                                                                                                                                                   " Юлға сыҡты ылау,тыуған ерҙең,Тыуған өйҙөң тейәп йылыһын.Һөйөклөнән алып һөйөү хатын,Әсәләрҙең алып доғаһын. "

"УАЗ" алып барҙылар
"УАЗ" алып барҙылар

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә  ДОСААФ мәктәбе хеҙмәткәрҙәре  "УАЗ" автомобиле, учалыларҙың посылкаларын алып барып еткерҙе, тип белдерҙе район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов.

Был яңылыҡ янына яҡташыбыҙ яҙған шиғыр бик тә килешер буғай! 

 Гуманитар ярҙам.

Юлға сыҡты ылау, сираттағы,
Оҙон юлға, сафҡа теҙелеп.
Алыҫ ерҙә яугир башҡорттарым,
Сәләм көтә өйҙән өҙөлөп.

Сәләм көтә, илен һағынғанда,
Балаларын,ғәзиз әсәһен.
Үҙ йортонда бешкән икмәгенең,
Тәме генә теленән китмәhен...

Юлға сыҡты ылау,тыуған ерҙең,
Тыуған өйҙөң тейәп йылыһын.
Һөйөклөнән алып һөйөү хатын,
Әсәләрҙең алып доғаһын.

Әсәләрҙең изге доғалары,
Асмандарға етеп,ҡаҡсылып,
Барып етер беҙҙен яугирҙәргә,
Ҡалҡан булып,етер, һаҡ булып...

Һалдаттарға елә оҙон ылау,
һәр кем һуҙған ярҙам ҡулдарын.
Ышанабыҙ, ил ташламаҫ һеҙҙе,
Намыҫлы ир -башҡорт улдарын!!!

Фирүзә Шәһәретдинова,,Сәнсәр ауылы

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: