Яйыҡ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә, Бер күҙеңдән әсе йәш тама".

Ҙур РӘХМӘТ  Иманғолда матур итеп концерт үткәргәндәре өсөн!

"Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә, Бер күҙеңдән әсе йәш тама".
"Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә, Бер күҙеңдән әсе йәш тама".

Быйыл, 1941-1945 йылдарҙа Совет халҡының Бөйөк Ватан Һуғышында фашистик Германияны еңеүенә 78 йыл тулды.

Тарих-ул халыҡ яҙмыштары төйөнө, заманалар һағышы. Яҡтылыҡ менән ҡаранғылыҡ, аң менән томанлыҡ, яҡшы менән яман көрәше. Бөйөк Ватан һуғышы – оло тарихи ваҡиға. Тарихлы халыҡ – бәхетле халыҡ.

Тыуған ил халҡына,

Тыуған ер хаҡына

Ауылдаштар башын һалдылар.

Беҙҙең ғүмер өсөн улар

Мәңгегә сит  илдә ҡалдылар!

Һәр йылдағыса бөтә илебеҙҙә ошо иң  данлы, ҡәҙерле байрамды иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрҙе.

Беҙ ҙә, Иманғол  халҡы дәррәү ошо сараға ҡушылдыҡ: балалар баҡсаһы, мәктәп коллективы, сәнғәт усағы, ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм ауыл халҡы.

Иң беренсе, ҡарағайҙар менән уратып алынған һәйкәл янында иң төп сара – данлыҡлы Еңеү байрамына арналған митинг үтте.

Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә,

Бер битеңдә-моңһоу ай һаман,

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

Бер күҙеңдән әсе йәш тама – тип, мөһим сараны художество етәксеһе, Муллагалямова Гөлсәсәк Бәһемән ҡыҙы асып ебәрҙе.

Район хәкимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Сөләймәнов Рөстәм Юлай улы, ауыл биләмәһе етәксеһе Әхмәтйәнов Рөстәм Рәшит улы, Шәмиғолов Әлим Хитип улы ҡотлауҙар менән сығыш яһаны.

Клуб етәксеһе Насибуллин Динар Хәҙис улы музыкаль сәләмен еткерҙе, һуңынан һуғышта һәләк булып ҡалғандарға  венок һалынды.

Батырҙарын ҡала-ауыл халҡы

Һәр йыл һайын иҫкә алалар.

Онотмаҫтар һеҙҙе мәңге-мәңге

Быуын-быуын килгән балалар,

Тыныс ҡына торһон донъялар.

Сәнғәт усағы халыҡ менән тулған ине. 1941 йылдың 22июнен – һуғыш башланған көндө сәхнәләштереп күрһәтеү бер кемде лә битараф ҡалдырманы, халыҡ өнһөҙ булып күҙ йәштәре аша ҡараны.

Артабан алып барыусы һүҙҙе иң кескәйҙәргә – балалар баҡсаһына бирҙе. Һалдат кейемендә «атҡа» атланып сабып килеп сығып «Шайморатов генерал» көйөнә оҫта итеп бейенеләр.

Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары «косилка-молотилка», һуғыш таҡмаҡтарын бүләк иттеләр.

Клуб етәксеһе Насибуллин Динар «Бер кайтмаһам, бер ҡайтырмын», «Кейек ҡаҙҙар» йырҙарын илһамланып башҡарҙы, уның сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Сәнғәт мәктәбенең сығыштары халыҡтың куңелен күтәреп ебәрҙе:  «Ташкисеү ынйылары», «Ложкари», «Вальс”.

Сәнғәт мәктәбе уҡыусылары баян, ҡурай, гитара, думбырала төрлө моңдар ишеттерҙеләр.

Ауылдаштарҙың Тухватуллина Зәлифәнең «Тибрәлә йыр күңелдә», Рәуилова Альмираның «Алеша» йырҙары халыҡтың күңеленә хуш килде. Концерт аҙағында Йыһаншина Тәнзилә тыныслыҡ тураһында шиғыр һөйләп тиҙерәк ер йөҙөндә тыныслыҡ урынлашып, бөтәбеҙҙә татыулыҡта һәм шатлыҡта йәшәйек, - тип ауылдаштарҙы ҡотланы.

Динар Насибуллин «Еңеү көнө»йырын башҡорт телендә башҡарҙы, халыҡ аяҡ өҫтө баҫып тыңланы һәм ҡатнашыусыларға алҡышланы. Һуғыш ялҡыны беҙҙең  донъяны

Һолғап алмаһын яңынан.

Һаҡла, һаҡла тыныслыҡты,

Дан тыныслыҡҡа, дан, дан, дан!

  Ҙур РӘХМӘТ клуб етәкселәренә, беҙҙең ауылда матур итеп концерттар үткәргәндәренә.

                                                                                                                         Гүзәлиә Айбатова, Иманғол ауылы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: