Лайыҡ йәшәргә тырышырбыҙ....
Бер көндә ике мәктәптә ике иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды. Сәфәрҙә – Сабур Әкрәм улы Мотаһаров, Абҙаҡта – Илфат Ким улы Исҡужин иҫтәлегенә. Матәм сараларының пар килеүе бер ҙә осраҡлы түгел һымаҡ тойола. Икеһенең дә ҡыйыулыҡ, хәрби оҫталыҡтары Ҡаһарманлыҡ, генерал Шайморатов ордендары менән баһалана. Икеһе лә байтаҡ дәүер эске эштәр органдарында хеҙмәт иткәндәр, тыныс тормошта ватандаштарын енәйәтсе әтрәғәләмдәренән ҡурсаларға күнеккән батырҙар. Бандит-хулигандарҙан күпкә ҡурҡыныс тышҡы дошман пәйҙә булғас, әлбиттә, тыныс ҡала алманылар. Эйе, икеһенең дә кешелек асылы – кәмһетелгән-йәберләнгәндәрҙе яҡлау, ғәҙеллек урынлаштырырға ынтылыу.
Икеһе лә сағыштырмаса оло йәштә. Сикләнгән хәрби операцияға ынтылыуҙарының да төп сәбәбе - үҙҙәрен тәжрибәле яугир итеп тойоуҙары, йүнләп дары ла еҫкәмәгән, ҡорал менән улар саҡлы оҫта эш итергә өйрәтелеп өлгөрмәгән ҡустыларының әжәл менән көрәшкә инеүен кисектереү. Һәр хәлдә лә Сабур Әкрәм улы көсләшеп тигәндәй контракт төҙөүе беҙгә теүәл мәғлүм, Илфат Ким улы ла оҡшаш хистәр кисергәндер. Көн кеүек асыҡ бит инде, улар ирекмән булып яҙылғастары, өлөшләтә мобилизация буйынса кемгәлер повестка ебәрелмәй. Күрше ауылдағы ҡустылармы улар, әллә Калининград йә Сахалин яҡтарынанмы – быныһы Хоҙайға ғына билдәле, быныһы мөһим дә түгел инде! Александр Оленичевтың шиғыры тап ошо хаҡта:
Призовите меня на войну
Вместо парня, которому двадцать.
Я служил, я смогу, я пойму,
Как за Родину нужно сражаться.
Пусть погибну, а он пусть живёт,
Пусть девчонку обнимет на зорьке.
Его матери пусть не придёт
Чёрный гроб с эпитафией горькой.
Призовите меня. Не берут.
Староват, да и болен не в меру.
Очень жаль, только нервы, как жгут,
Натянулись за правду, за веру.
Призовите меня, я же внук,
Внук погибшего в битве солдата,
Что не выпустил знамя из рук
И полег по-геройски когда-то.
Призовите меня старика,
Я мудрей и хитрей, я "бывалый".
Еще сможет подняться рука
С автоматом за Русь, за Державу.
Призовите, сумею сберечь
Чью-то жизнь, что свята и лучиста.
Только прежде чем замертво лечь,
Я себя подорву и нацистов,
Тех, кто свастику холит и крест,
Кто забыл про Берлин в 45 м.
Тех, кто святость попрал прежних мест,
Где война прокатилась когда-то.
Та война, что Великой зовут,
Та война, где мой дед лёг костями.
Йәнегеҙ йәннәттә булһын, хөрмәтле Сабур Әкрәмович һәм Илфат Кимович! Эйе, һеҙҙе тәрбиәләгән мәктәптәрҙең үҙ уҡыусылары менән ғорурланырға тулы хаҡы бар. Билдәһеҙ “ҡустыларҙың” ғүмерҙәрен генә аралап ҡалманығыҙ, беҙ, ҡалған бар Рәсәй халҡы һаман да тыныс күк аҫтында йәшәй алһын өсөн әҙәм балаһы бирә алған иң юғары хаҡ – үҙ ғүмерҙәрегеҙ менән түләнегеҙ. Һеҙҙең ҡорбанығыҙға лайыҡ итеп тормошто дауам итергә тырышырбыҙ, амин.
Белешмә:
Илфат Исҡужин 1977 йыл тыуған. 1995-1997 йылдарҙа контракт буйынса әрмелә, 1998-2008 йылдарҙа – эске эштәр органдарында хеҙмәт итә. Һуңынан йәнә РФ Ҡораллы Көстәре менән контракт төҙөй, 2022 йылдың көҙөндә Шайморатов исемендәге батальонға яҙыла. 2023 йылдың 2 авгусында һәләк булды.
Сабур Мотаһаров 1975 йыл тыуған. Хәрби хеҙмәткә саҡырылғас Чечен республикаһында тәртип урынлаштырыуҙа ҡатнаша. Новосибирск хәрби училищеһының спецназ факультетында хәрби оҫталығын камиллаштыра, эске эштәр органдарында, шул иҫәптән ОМОН-да байтаҡ ваҡыт хеҙмәт итә, алты тапҡыр Кавказға оҙайлы командировкаларға ебәрелә. 2020 йыл хәрби пенсияға сығарыла, әммә быйыл февраль айында Шайморатов исемендәге батальонға яҙыла. 2023 йылдың 21 майында һәләк була.