Ҡолошта – байрам
23 февраль көнө беҙҙең бәләкәй генә ауылыбыҙҙа ҙур, матур һәм фәһемле саралар үткәрелде. Клубыбыҙ 12 сәғәттән ашыу гөрләп торҙо, сөнки унда тәүҙә
"Ҡолош мәргәне" уҡсылар ярышы, ә кискә Сәйет Билаловтың концерты булды.
Быйыл икенсе тапҡыр үткәрелгән уҡ атышыусылар бәйгеһе афғансы ауылдаштарыбыҙ Искәнйәр Хөснуллин менән Рәжәп Ғәлиндың яҡты иҫтәлегенә арналды.
Уны Ҡолоштоң хөрмәтле кешеләре Әхиәр ағай Хөснуллин һәм Рәшит ағай Ғәлиндың вариҫтары ойошторҙо.Былтыр бөтә матди сығымдарҙы Хөснуллиндәр күтәрһә, быйылғы байрамдың бағымсылары - Зәлифә һәм Рәфис , Линар Ғәлиндар булды.Байрам Ураҙ ауыл хакимиәте башлығы Жәлил Солтановтың ир-егеттәрҙе, айырыуса МХО-ла ҡатнашҡан улдарыбыҙ Сафин Фәнис,Сәфиуллин Руслан, Әфләтунов Жәмил,Әхмәтдинов Денис, Нәбиуллин Юлайҙы, Афған һәм Чечня һуғышы ветерандары Хәйруллин Ғазир менән Мөхәмәтйәров Илфакты Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлауы, ҡанлы Афған яуынан иҫән ҡайтып, һуғыш яралары арабыҙҙан иртә алып киткән Искәнйәребеҙ менән Рәжәбебеҙҙе иҫкә алыу, илебеҙгә тыныслыҡ килеүен теләү менән башланды.Сығышының аҙағында Жәлил Шайкамал улы ауылдың хөрмәтле, әүҙем ирҙәре Артур Баҡыев һәм Хәҙис Сәфиуллинға Учалы районы хакимиәтенең "Рәхмәт хат"тарын тапшырҙы.
Был уларҙың хәрби операцияла булған егеттәрҙең ғаиләләренә күрһәткән ярҙамдары, гуманитар ылау менән яу яланына тиклем барып етеүҙәре өсөн бирелгән лайыҡлы баһа булды. Артабан эске эштәр подполковнигы Рәфис Ғәлин ағаһы тураһында иҫтәлектәр менән уртаҡлашты һәм уҡ атыш башланды.
Иң бәләкәй Мортазанан башлап 60-70 йәшлек олатайҙар Сәфиуллин Зәйнулла, Шакиров Фәнил,Ялалов Салауат,өләсәйҙәр Мөхәмәтйәрова Флүзә,Сәфиуллина Илүзә, Сәфиуллина Нәфиә лә бәйгегә сыҡтылар.
Уларҙың сәмләнеп, бер-береһен ихлас дәртләндереп ,бөтә донъя мәшәҡәттәрен онотоп уҡтарының сәпкә тейеү-теймәүен күҙәтеүҙәрен, минутында көйөп китеүҙәрен,бер минуттан балаларса онотолоп ҡыуаныуҙарын күреү үҙе бер әйтеп бөтөргөһөҙ матур тамаша ине. Уҡсылар араһында ғаилә парҙары булыуы ла ҡыуандырҙы. Әлфиә һәм Азат Әһлиевтар,Гөлнара һәм Руслан Әхмәтйәновтар матур итеп донъя көтөү яғынан да, ауылда үткән төрлө сараларҙа ҡатнашыу йәһәтенән дә күптәргә өлгө булып тора.
Уҡ атыу спортын үҙ итеүселәр ҙә, еңеүселәр ҙә күп булды был көндө.
Үҙ категорияһында еңеп диплом, миҙал,кубок яулаусыларҙы исемләп яҙырға тотош гәзит бите лә етмәҫ ине.Ҡарап ултырыусылар ҙа онотолманы, уларҙың да һәр береһе тәмле призға эйә булды. Ә ярыштан әҙерәк бушап торған арала һәр кеше һыйҙан һығылып торған өҫтәл артында "Хәтирә" төркөмө ағзалары яһаған тәмле сәй эсеп кинәнде.
Йылдан-йыл ойошҡаныраҡ,матди яҡтан да әҙерлеклерәк була барған "Ҡолош мәргәне"бәйгеһе - тренерҙар,абруйлы башҡорт ир-уҙамандары Шакиров Фәһим Зәйет улы һәм Исхаков Илдар Иршат улының тынғыһыҙ хеҙмәт емеше. Уларға һаулыҡ, уҡытыусыларының данын тағы ла юғарыраҡ күтәрер уҡыусылар теләйбеҙ.
Көсөргәнешле ярыш сәменә,ҡотлауҙар эйфорияһына бирелгән ҡолоштар, хатта,әртистәрҙең килеп етеүен дә аңғармай ҡалған. Шулай итеп, һәр килгән ҡунаҡты ололап ҡаршылап өйрәнгән ауылдаштарым менән бер аҙ уңайһыҙ хәлгә тарыныҡ. Бәйгеселәр һәм көйәрмәндәр спорт кейемдәрен байрамсаға алмаштырып килергә таралышҡас клубтың бушабыраҡ ҡалыуын күреп тә әҙерәк кәйефтәре төштө ҡунаҡтарҙың. Тик ул оҙаҡҡа барманы. Аппаратураларын көйләп, клуб мөдире,ауылдаштарын әленән-әле яңы эштәре менән "әүрәтеп" торған Рима Сәғит ҡыҙының ҡайнар сәйен эсеп алғансы, тамашасы залы шығырым тулғайны.Шулай булмай ,концертҡа ут күршеләребеҙ Ҡотойҙан, Ишмәкәйҙән, хатта Ураҙҙан дә килеп еткәйнеләр бит. Ошо урында Яхин Юлай Әҙһәм улына рәхмәт әйтмәй булмай,ул йыйып килтергәс,ҡотойҙар бигерәк күп ине. Ике сәғәттән ашыу барған тамаша бер тынала үтеп китте. Эскерһеҙ, рәхмәтле була белгән ауылдаштарым кеүек ихлас, дәртле
Сәйет Билаловты, Дания һәм Марсель Нәжметдиновтарҙы йотлоғоп,тып-тын ҡалып тыңланыҡ та,ҡушылып йырланыҡ та, уйландыҡ та.Ә бейеүгә килгәндә, бер йәшлек
Радмирға тиклем түҙеп тора алманы,ҡулдарын болғай-болғай йырсыларҙы дәртләндереп ултырҙы. Йәштәрҙе әйтеп тораһы ла түгел, ярты концертты бейеп, аяҡ өҫтө үткәрҙеләр.
Сәхнәнең айырым бер матур биҙәге Нәжметдиновтарҙың ҡыҙы Дарина булды.
Сағыу, моңло тауышлы ҡыҙыҡайҙы һәр кем ярат ,"Күҙ генә теймәһен!" - тигән изге теләктәр менән алҡышланы.Танылған йырсыларҙың күңелдәрҙе имләгән сығыштары тамашасы өсөн буш, Ғәлиндәр ғаиләһенең байрам бүләге ине. Быға өҫтәп улар Ҡолош балаларына футбол һәм волейбол туптары, клубҡа микротулҡынлы мейес тапшырып та һөйөндөрҙөләр. Киң күңелле,йомарт эшҡыуарҙарҙың эштәре артабан да гөрләп барһын.Тамашасылар ҙа яуапһыҙ ҡалманы. Матур байрам бүләк иткән Сәйет Билаловты,Марсель Нәжметдиновты,улар йөҙөндә бөтә көслө заттарҙы ҡотлаған "Хәтирә"ләрҙең "Шундай ир -егеттәр була"йырын ихлас күтәреп алды.Йәнле, йәмле осрашыу бының менән генә лә бөтмәне әле, клуб тулы халыҡ дискотекаға ҡалды. Йәштәр менән бергә йыр-моң яратҡан ололарыбыҙ ҙа рәхәтләнеп бейене, күңел асты. Быны күргән Сәйет Билалов менән Марсель Нәжметдиновҡа концерттың икенсе серияһын башлап, яңынан икешәр йыр йырлауҙан башҡа сара ҡалманы.
Аралашыуға һыуһаған ауылдаштар, күршеләр танцы бөткәс тә таралышырға ашыҡманы.
Бигерәк тә күптән күрешмәгән уҡыусылар һәм уҡытыусыларға ҡарап тороу ҡыуаныс ине.
Ҡайһы бер ҡошсоктарын таный алмай ҙа торҙолар,шулай булмай , хатта алыҫ
Хәйбулланан ҡайтып еткәйне бит уҡыусылары.
Ә инде Учалыла йәшәп тә ауылдың һәр тын алышын һиҙеп торған,2-3 сәғәткә ҡайтып байрамдарҙы күтәрешеп,төн уртаһында машиналарҙа"выжт"итеп ҡайтып китеп, иртәнсәк эштәренә йүгергән йәштәребеҙгә беҙ өйрәнеп тә киттек ,ахыры.
Уларҙың һәр береһе айырым яҙыуға лайыҡ.
Байрам үтеп китте,ә тәьҫораттары дауам итә,оҙаҡ дауам итәсәк әле.
Иманым камил,ауылды бер төйөнгә төйнәгән ошондай кәрәкле,фәһемле сараларҙы башлаусы Хөснуллиндәр, Ғәлиндәр,Зариповтар, Хажиндарға эйәреүселәр мотлаҡ табылыр.
Үҙ нәҫелдәренең хөрмәтле кешеләрен ололарлыҡ фамилиялар беҙҙә бихисап.Бер-беребеҙҙе,ауылыбыҙҙы күтәреп йәшәгән ауылдаштарыма ил тыныслығында ошондай ҡыуаныслы сараларҙа ғына осрашырға яҙһын.
Нурия Кәримова, Ҡолош ауылы