Республикабыҙҙың баш ҡалаһында “Өфө ынйылары” тип аталған Асыҡ фестиваль-конкурстың Гала-концерты үтте. Уральск ҡасабаһының ижад үҙәгенән “Ирәмәл” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәкселәре Фәнис Кәримов һәм Гөлиә Кәримова) II дәрәжә лауреаты исемен яуланы. Бихисап һәләтленән һәләтле йәш артистар ҡатнашҡан оло бәйге өсөн бик тә яҡшы ҡаҙаныш, ихлас күңелдән сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
-Комаров исемендәге Балалар ижады һарайының сәхнәһендә башҡорт бейеүен башҡарыуыбыҙ алҡыштарға күмелде, тамашасыларға ныҡ оҡшаны! Ауылдан килеп тә, шундай юғары оҫталыҡҡа ирешкәнһегеҙ, ғәжәп, тип әйтеүселәр ҙә табылды. Беҙҙә балалар иҫ киткес һәләтле һәм ихлас бит, был үҙе генә лә яңынан-яңы үрҙәргә артылырға илһамландыра, – тип шатлығы менән бүлеше Гөлиә Кәримова.
Ошо фестиваль-конкурста Аслан Юлдашев “Проектты презентациялау” номинацияһында I дәрәжә дипломанты булды. Етәксеһе – Айһылыу Раят ҡыҙы Динисламова, “Ирәмәл” ижад үҙәгендә өҫтәмә белем биреү педагогы һәм Уральск мәктәбе директоры кәңәшсеһе. Конкурстың был номинация шарттарына ярашлы, яҡташыбыҙ, Ф.Ғаскаров ис. дәүләт ансамбле солисы Фәрхәт Салауат улы Хакимов тураһында проект әҙерләнә һәм юҡары дәрәжәлә хуплана.
Аслан тураһында ентекләберәк яҙыу урынлы булыр - һәр яҡтан килгән егет. Бар ҡаҙаныштарын иҫәпләп осона ла сығырлыҡ түгел! Ҡат-ҡат экология буйынса Гагарин Кубогының республика этабы призеры. Бөйөк Ватан һуғышы буйынса “Мин беләм! Мин хәтерләйем!” республика конкурсының муниципаль этабы призеры. «Умники и умницы - 2021» интеллектуаль полиолимпиадаһының муниципаль этап еңеүсеһе. “Мин президент булһам” Бөтә Рәсәй конкурсының финалисы. “Орлята” вокаль ансамбле сотавында күп тапҡыр төрлө конкурстарҙың еңеүсеһе һәм призеры була.
2022-2023 уҡыу йылында Гагарин Кубогының район кимәлендә биология буйынса еңеүсе була, республика этабында – биология һәм йәмғиәт тураһында фән буйынса призер. Олимпиаданың муниципаль этабында йәмғиәт тураһында фән, рус теле, тарих, география, астрономия буйынса 2-се дәрәжә призеры. Ошо уҡыу йылында айырыуса һәләтле балалар өсөн БР Башлығы стипендиаты дәрәжәһен ала.
Быйыл, 2023-2024 уҡыу йылында Гагарин Кубогы олимпиадаһының муниципаль этабында география буйынса – еңеүсе, йәмғиәт тураһында фән һәм астрономия буйынса призер.
Мәктәптә отличник, класс старостаһы, өлкән класс уҡыусылары Советы ағзаһы булыу менән сикләнмәй, спорт һәм сәнғәт менән шөғөлләнергә лә ваҡыт һәм дәрт таба. “Ирәмәл” ансамбле составында “Байыҡ -2023” конкурсы лауреаты, “Ижад энергияһы” Халыҡ-ара фестиваль-конкурсының Гран-при эйәһе, “Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне” хореография конкурсы лауреаты. Тасуири шиғыр һөйләү конкурстары еңеүсеһе һәм башҡа күп.
Теннис уйнай, урындан оҙонлоҡҡа һикереү буйынса мәктәп рекордсмены һәм шахмат буйынса мәктәп чемпионы. Егет кешегә етмеш төр һөнәр ҙә аҙ, мәҡәленән сығып, Ижад үҙәгендә кейеҙ баҫыу, бисер үреү серҙәрен төшөнә, “Яйыҡ” этно-ансамблендә синтезатор, блок-флейта һәм һуҡма музыка ҡоралдарында уйнай. “Беренселәр хәрәкәте” һәм “Юнармия” ағзаһы.
-Бынан тыш, атаһы Руслан Рәмил улына һәр эштә беренсе ярҙамсы, ҡустылары Булат менән Динисламға хәстәрлекле ағай, - тип тә өҫтәне әсәһе Айһылыу Раят ҡыҙы. Ҡыҫҡаһы, интернетта сейле-бешле “йондоҙҙар” менән мауыҡҡансы, бәләкәй малай-ҡыҙҙарға өлгө алырлыҡ, тиңләшергә ынтылырлыҡ егеттәр үҙебеҙҙә лә бар!
...олоғая барған кеше булараҡ, бындай яҙманы, күҙ теймәһен өсөн мотлаҡ “Собханналаһ!” менән тамамлайбыҙ: яңынан-яңы уңыштарың алда бик күп булһын, Аслан!