Яйыҡ
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
9 Мая - День Победы
25 Сентябрь , 15:08

Бейеүеңде алҡыштарға күмәсәкбеҙ

Хәрби часть командиры, гвардия подполковнигы К.Ситников лайыҡлы һалдат   тәрбиәләгән өсөн  рәхмәт белдерә (исем-шәрифен гәзиттә бирергә ҡушылмай, шуға ла “Бейеүсе” позынойы йөрөткән яҡташ тип кенә яҙабыҙ) . Т

Бейеүеңде алҡыштарға күмәсәкбеҙ
Бейеүеңде алҡыштарға күмәсәкбеҙ

Әле яңы ғына педагогтар уҡыусыларының хеҙмәт ҡаҙаныштары, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән ғорурлана ине, яңы заман был исемлеккә хәрби ҡаһарманлыҡты ла өҫтәне шул.

 Ошо арала Озерный мәктәбе директоры Р.И.Сөләймәнов исеменә фронттан хат килде. Хәрби часть командиры, гвардия подполковнигы К.Ситников лайыҡлы һалдат   тәрбиәләгән өсөн  рәхмәт белдерә (исем-шәрифен гәзиттә бирергә ҡушылмай, шуға ла “Бейеүсе” позынойы йөрөткән яҡташ тип кенә яҙабыҙ) . Тәртипле, инициативалы, ҡыйыу, тоғро, ысын ир икәнлеге һыҙыҡ өҫтәнә алынған. Һәм бер миҫал килтерә. Быйыл 15 июль Новоселовка-Первая ултырағы янында барған алыштарҙа взвод командиры урынбаҫары – бүлексә командиры вазифаһындағы    сержант  вазифаһындағы яҡташыбыҙ эвакуация төркөмө составында алғы һыҙыҡҡа өҙлөкһөҙ патрондар, эсер һыу һәм аһыҡ-түлек ташый. Ике яралы хеҙмәттәшенең яраларын үҙе бәйләп, дошмандың көслө артиллерия, миномет утына, дрондар һөжүменә ҡарамаҫтан, хәүефһеҙ урынға сығара алған. Юҡҡа ғына маҡтамай иптәш подполковник үҙенең һалдатын!

-Бындай хат ҡыйыу яҡташыбыҙҙың әсәһенә лә йүнәлтелгән, үҙебеҙ тантаналы рәүештә тапшырабыҙ, - тип белдерҙе  элекке уҡытыусы, әле ауыл старостаһы Нәҡип Әйүпов. –Әйткәндәй, яҡташыбыҙ  Изге Георгий орденының 4-се дәрәжә знагы, “Хәрби ҡаҙаныштар өсөн”, “Донбасты алған өсөн” миҙалдары менән наградлана. Бынан тыш, офицер дәрәжәһенә (кесе лейтенант) үрләтелеп, взвод командиры итеп тә тәғәйенләнде.

“Бейеүсе” – Озерный ауылынан, 37 йәш уға,  2022 йылдың көҙөндә өлөшләтә мобилизация барғанда саҡырыла. Әсәһе, туғандары һағынып көтә.  Ниңә ғәҙәти булмаған ҡушамат тағыла? Баҡһаң, артист  булмаһа ла, башҡорт бейеүҙәрен ярата икән, әле Ҡазанда әҙерлек үткәндә иптәштәре тыпырҙатып бейегәнен шәйләп ҡала ла, ошондай позывной бирләр.

Әйткәндәй, ял итергә ҡайтҡанында Учалы мәғлүмәт үҙәге журналистары уны тотоп ала, әңгәмәләшмкәндән һуң, ныҡыша торғас, вәғәҙә әйттерәләр –  тамам ҡайтҡас, Еңеү хөрмәтенә тыуған яғында бейейәсәк. Кешенең бурысы ҡалһа, уны үтәргә мотлаҡ форсат биреләсәк, тигән ышаныу бар бит.  Түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ, сығышыңды алҡыштарға күмәсәкбеҙ, “Бейеүсе”, барығыҙ ҙа иҫән-һау ҡайтығыҙ ғына, иншаллаһ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: