Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
9 Мая - День Победы
28 Ғинуар 2025, 05:05

Еңеүҙең 80 йыллығын үткәреү өсөн ирекмәндәр әҙерләнә

Улар бар сараларҙы үткәрергә ярҙам итәсәк

Еңеүҙең 80 йыллығын үткәреү өсөн ирекмәндәр әҙерләнәЕңеүҙең 80 йыллығын үткәреү өсөн ирекмәндәр әҙерләнә
Еңеүҙең 80 йыллығын үткәреү өсөн ирекмәндәр әҙерләнә

2025-Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын үткәреүгә "Берҙәм Рәсәй" партияһы ирекмәндәр әҙерләргә ярҙам итәсәк. Был партияның «Росмолодежь» һәм «Волонтеры Победы» бөтә Рәсәй хәрәкәттәренең берлектәге эше.

"Үлемһеҙ полк", "Георгий таҫмаһы", "Хәтер баҡсаһы", Еңеү парадтарын оҙатыу, иҫтәлекле урындарҙы һәм хәрби ҡәберлектәрҙе төҙөкләндереү, был акцияларҙы һәм башҡа ваҡиғаларҙы ойоштороуҙа активистар ярҙам итәсәк. Был хаҡта Дәүләт Думаһының гражданлыҡ йәмғиәтен яҡлау буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, «Еңеү Ирекмәндәре»нең Үҙәк штабы рәйесе Ольга Занко хәбәр итте.

Ленинград өлкәһендә Рәсәйҙән һәм туғыҙ илдән: Алжирҙан, Испаниянан, Абхазиянан, Белоруссиянан, Бениндан, Болгариянан, Ҡаҙағстандан, Молдованан һәм Тажикстандан ирекмәндәр был йүнәлештә уҡыуҙарҙы тамамланы.

Автор:Алия Даутова
Читайте нас