Т. Килмөхәмәтов исемендәге “Табын иле – Илһам иле”
әҙәби бәйгенең шартнамәһе
Әҙәби бәйге Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арнала.
Төп маҡсаты һәм бурыстары:
– боронғо Табын ырыуҙары ерендә урынлашҡан Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Учалы райондарында йәшәгән һәләтле кешеләрҙе асыҡлау һәм уларға ижади үҫештә ярҙам итеү, эштәрен халыҡҡа еткереү;
– конкурста ҡатнашыусыларҙың данлы тарихыбыҙҙың бөйөклөгө, яугирҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы сағылыш тапҡан әҫәрҙәре аша йәш быунда илһөйәрлек һәм телһөйәрлек сифаттарын тәрбиәләү;
– Табын ырыуҙарының батырҙарына мәдхиә йырлау, тыуған төйәккә ихтирам уятыу, тарихты өйрәнеү кеүек ынтылыштарҙы пропагандалау.
Әҙәби-ижад бәйгеһен ойоштороусылар: “Табын ырыуҙары берләшмәһе” йәмәғәт ойошмаһы советы, урындағы бүлексәләр, “Даирә”, “Инйәр”, “Табын”, “Яйыҡ” гәзиттәре мөхәрриәттәре.
Конкурста ҡатнашыусылар ике төркөмгә бүленә:
– 1-се төркөм: мәктәп уҡыусылары, урта һәм юғары уҡыу йорттары студенттары;
– 2-се төркөм: өлкән йәштәге әҙәби ижад менән шөғөлләнеүселәр.
Ижади бәйгенең шарттары:
ижад бәйгеһе ике номинацияла үткәрелә:
–поэзия (шиғыр, ҡобайыр, поэма һ.б.);
проза (хикәйә, эссе, әкиәт һ.б.)
Һәр кем быға тиклем бер ҡайҙа ла баҫылмаған өр-яңы эштәрен район гәзите редакцияһына2025 йылдың 1 февраленан 1 ноябренә тиклем “Конкурсҡа” тигән тамға ҡуйып, ебәрә ала.
Иҫкәртмә: ижади эштәр А 4 форматында (14-се шрифт) 5 биттән артмаҫҡа тейеш.
Бәйгелә ҡатнашыусы үҙе хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт ебәрә (исем-шәрифе, әҙәби ҡушаматы, йәшәгән урыны, әҙәби ижад менән нисә йыл шөғөлләнә, әҫәрҙәре ҡайҙа баҫылған, телефоны, электрон почтаһы) һәм фотоһүрәтен.
Искәртмә: Яҙыусылар союзы ағзалары бәйгелә конкурстан тыш ҡатнаша ала.
Ижади бәйгегә ебәрелгән эштәргә яҙма баһа бирелмәй.
Еңеүселәрҙе билдәләү һәм бүләкләү
Конкурсҡа килғән эштәрҙе абруйлы баһалама ағҙалары ҡарап, еңеүселәрҙе билдәләй.
Беренсе турға килғән эштәр район гәзиттәрендә баҫыла.
Финалға үткән эштәр “Табын иле – Илһам иле” тип аталған йыйынтыҡта донъя күрәсәк.
Конкурста еңеүселәр (3 урын) дипломдар, китаптар, бүтән ҡатнашыусылар Рәхмәт хаттары менән буләкләнә.
Конкурс еңеүселәрен һәм ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү тантанаһы Ғафури районында ойошторола.
Ойоштороу комитеты.