Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр

Атайым менән ғорурланам

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләйбеҙ. Шул уңайҙан атайым, бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сиражетдин Ғилажетдин улы Нәҙершин тураһында яҙырға булдым.  

Атайым менән ғорурланамАтайым менән ғорурланам
Атайым менән ғорурланам

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләйбеҙ. Шул уңайҙан атайым, бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сиражетдин Ғилажетдин улы Нәҙершин тураһында яҙырға булдым.

Мин ата-әсәйемдең һигеҙенсе балаһы булып 1948 йылдың 2 ноябрендә донъяға килгәнмен. Улар йәмғеһе 10 балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Әсәйем "Герой әсә" исеменә лайыҡ ине, миҙал менән дә бүләкләнгән.

Атайым Сиражетдин Ғилажетдин улы Нәҙершин 1907 йылда Сораман ауылында тыуған. Әсәйем Нәҙершина Фәтхиә Мөхәррәм ҡыҙы, Яңы Байрамғол ауылынан. Бик һылыу ҡатын булған тиҙәр. Һөйләүҙәре буйынса, йәшләй генә әсәһе вафат булғас, кейәүгә биргәндәр. Улар атайым менән 1927 йылда өйләнешәләр.

Атайым Сораман ауылында ғәрәп телендә 4 класс тамамлай. Бик иртә хеҙмәт юлына баҫа. 1922 йылда 15 йәшлек үҫмерҙе Сыбаркүлгә механизаторҙар курсына уҡырға ебәрәләр. 1927 йылда Ахунда хәрби әҙерлек курсында уҡый. 1931 йылда Сораман ауылында артель төҙөлә, атайым беренселәрҙән булып шунда инә.

1928 йылда атайым менән әсәйемдең улдары Рәис ағайым тыуа. Һуңынан Вәис, Вәзир, Венера апайым, Нәзир, Нәсим, Нәғим ағайымдар, мин - Мөнирә, ҡустыларым Хәкимйән, Сөләймән донъяға киләләр.

1941 йылда атайымды һуғышҡа алалар. Инәйем 6 бала менән тороп ҡала. Уларға донъя көтөүе бик ауырға төшә. Атайым һөйләгәне иҫтә ҡалған: "Беҙҙе, бер нисә кешене, ат арбаһына ултырытып алып киттеләр. Шул ваҡыт оло улым Рәис беҙҙең арттан оҙаҡ йүгереп барҙы, ебәрәһе килмәгәндер инде..." Ул ваҡытта ағайыма 15 йәш булған.

Атайым 463-сө айырым төҙөлөш батальонына сапер-шартлатыусы итеп тәғәйенләнә. 1942 йылда Сталинград өсөн барған һуғыштарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың 23 февралендә аяғы яралана, өс ай госпиталдә ята. Һауыҡҡас Белоруссияны, Польшаны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша, тағы ике тапҡыр яралана. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены, III дәрәжә Дан ордены, I һәм II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, "Батырлыҡ өсөн", "Германияны еңгән өсөн", "Кенигсбергты алған өсөн" миҙалдары менән наградлана, юбилей наградалары ла бихисап. Еңеүҙе атайым Кенигсбергта ҡаршылай. 1945 йылда тыуған яҡтарына ҡайта. Ең һыҙғанып эшкә тотона, алдынғы колхозсы була. Аатайым һуғыш тураһында һөйләргә яратманы, үтә ябай, баҫалҡы кеше булды.

1972 йылда әсәйем менән бергә татыу ғүмер итеүҙәренең 50 йыллығына бөтә балалары бергә йыйылып ҡотлағайныҡ. 1983 йылда әсәй мәрхүм булғас, атайымды үҙебеҙгә ҡалаға йәшәргә алып ҡайттыҡ. Ҡәҙерлебеҙ 1993 йылда 86 йәшендә вафат булды. Йүгереп кенә йөрөй ине, аяғын һындырып мандый алманы, арабыҙҙан китеп барҙы...

Егәрле, эшсән булды атайым. Мин һаман уны һағынам, юҡһынам. Атайым менән ғорурланам.

Мөнирә ИСРАФИЛОВА.

Учалы ҡалаһы.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас