Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр

Олатай һәм ейән

Лайыҡлы ветеран ҡәҙер-хөрмәттә 1984 йыл баҡыйлыҡҡа күсте.1976 йыл тыуған Дим ейәне уны күреп,  бер аҙ аралашып өлгөрә.  Олатаһы мәрхүм булғас та, уның турала хәтирәләрҙе тыңлап,  мин дә шулай ҡыйыу буласаҡмын, тип хыялланып үҫә. 

Олатай һәм ейәнОлатай һәм ейән
Олатай һәм ейән

 Хәҙер инде нисә быуын Рәсәй халҡы яратып ҡараған “Офицеры”  кинофильмындағы йырҙан ошо өҙөктө килтерәйек – күңелдең иң нескә ҡылдарына тейеп, бөйөк тә, фажиғәле лә  тарихыбыҙ һүрәтләнә бит!

 «Нет в России семьи такой,
Где б не памятен был свой герой,
И глаза молодых солдат
С фотографий увядших глядят.
Этот взгляд словно высший суд
Для ребят, что сейчас растут.
И мальчишкам нельзя
Ни солгать, ни обмануть,
Ни с пути свернуть.»

Эйе, һуғыштарҙан ситтә ҡалған,  ауыр юғалтыуҙар кисермәгән  бер генә ғаилә лә юҡ беҙҙә. Һәм, эйе, ата-бабалар өлгөһө яңынан-яңы быуын ир-егеттәрен ҡыйыу һәм илһөйәр булырға өндәй.

Ғәлиәхмәр ауылынан Мәғәфүров Ғәбделҡәйүм Мәғәфүр улы 1905 йыл яҡты донъяға  донъяға ауаз һала. Бала сағы революция, Граждандар һуғышы михнәттәренә тура килә уның.  Егет ҡорона ингәс, 1930 йыл Оҙонгүл ауылы ҡыҙы Фатимаға өйләнә. 1932 йыл Салауат, 1936 йыл – Аусаф улдары тыуа.  Шатланып ҡына йәшәп ятҡанда, 1941 йыл ҡатыны ҡаты ауырып китә, Ғәбделҡәйүм ат менән Белорет дауаханаһына илтә, тик хәләл ефете дауаханың ишек төбөнә еткәндә йән бирә. Шулай итеп, ике малай әсәйһеҙ ҡалалар. Аталары, уларҙы Ҡобағош ауылында йәшәгән бер туған апаһы Мәүзифәгә ҡалдырып (ул Марат Минһажетдиновтың әсәһе), һуғышҡа сығып китергә мәжбүр була. Уҡсылар полкына эләгә, иптәштәре араһында иң  мәргән һалдат булып таныла. Сигенеүҙәр, ҡамауға эләгеүҙәр, үлем-юғалтыуҙар – ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәйҙәр һуғыштың тәүге йылдарында.  Һәм ас-яланғас та ҡалалар. Һуңынан ҡыҙы Әлфиә бәйән итеүенсә, Мәғәфүровты командиры ваҡыты-ваҡыты менән урманға ебәрер булған, берәй кейек атып алып, һалдаттарға ризыҡ булһын өсөн. Мәргән башҡорт урман йәнлектәренә лә, “ике аяҡлы йыртҡыстарға” ла берсә  уңышлы һунар алып бара.

Һуғыштың әсеһен-сөсөһөн күп татыған Ғәбделҡәйүм 1945 йылдың сентябрь айында тыуған яҡтарына ҡайтып етә. Беренсе ҡатыны Фатиманың туғаны Фаҡиһаға өйләнә, Вассаф, Вәзир, Фәнил улдары, Тайфа, Әлфиә, Әлфирә, Зәйнәп, Нәбилә ҡыҙҙары тыуа.

Балалары етеш йәшәһен өсөн аталары “Байрамғол” совхозында ниндәй генә эш тапшырмаһындар, ең һыҙғанып башҡара.  Оҫта һунарсы һәм балыҡсы ла булғас, балалары бер саҡ ас ултырмай.  Көрәшсе  булараҡ та таныла, һабантуйҙарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай.

 Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, бирешмәй Мәғәфүровтар . баллары, ата-әсәләренә ҡарап, эшсән, тәртипле-тәрбиәле булып үҫтеләр, йәшәгән урындарында абруй ҡаҙанған кешеләр.

Лайыҡлы ветеран ҡәҙер-хәрмәттә 1984 йыл баҡыйлыҡҡа күсте.

1976 йыл тыуған Дим ейәне уны күреп,  бер аҙ аралашып өлгөрә.  Олатаһы мәрхүм булғас та, уның турала хәтирәләрҙе тыңлап,  мин дә шулай өыйыу буласаҡмын, тип хыялланып үҫә.  Дим  Әлфиә һәм Ғәфүр Юлдашевтарҙың ғаиләһендә, Силәбе өлкәһе Верхнеурал районының Шеметовский ҡасабаһында донъяҡа килгән.  Бер йәш тулыуға Ғәлиәхмәр ауылына ҡайталар, ә 1982 йылда Яҡутстанға күсеп китәләр. Малай мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Спортты ныҡ оҡшатҡас, иң яратҡан дәресе физкультура була уның. Төрлө ярыштарҙа ҡатнашҡас, етеҙ һәм көслө Димдең маҡтау ҡағыҙҙары күп йыйыла. Олатаһына оҡшап көслө һәм тәүәккәл, сабыр һәм ихлас була ул. Һәм шаян күңеллелек менән айырылып тора, “....йөҙөнән йылмайыу китмәне, төрлө мәҙәктәр һөйләп, беҙҙең күңелдәрҙе күтәрер ине”, - тип иҫкә ала әсәһе Әлфиә апай.

Көлөп-шатланып, кеше ҡыуандырып ҡына йәшәргә ине лә, Дим хәрби хеҙмәт үтергә саҡырылған 1994 йыл   Кавказ һуғышы башланды.  Яҡташыбыҙ Һамарҙа 4 ай “учебкала” әҙерлек үтә, Томск ҡалаһында хеҙмәт итә. Һуңынан һуғышҡа йүнәлтелә. Тәүге дәүерҙә һалдаттарҙың “ҡыҙыу нөктәләргә”  барырға теләктәрен дә һорап тормайҙар ине әле, быны яҡшы хәтерләйбеҙ.  Нисек кенә булмаһын, Дим моғайын да  ҡаршы сыҡмаҫ ине – Бөйөк Ватан һуғышы һалдатының ейәне бит ул, үрҙә иҫкә алған йырҙа йырланғанса – алған юлынан сигенә торғандарҙан түгел.

Рәсми исеме “Конституцион тәртипте тергеҙеү” тип кенә аталһа ла, һуғыш һуғыш инде, бик ауырға тура килә егеттәребеҙгә Ҡафтауҙың армыт-артылыштарында.

Чечнялағы Ведено  стратегия йәһәтенән борон-борондан айырым әһәмиәткә эйә.  Ошо тирәлә алыштар айырыуса  ҡаты бара. Федераль ғәскәрҙәр  был ҡасабаны биләгәндә 7 танк, 9 БМП, 2 БТР,  башҡа техника трофей итеп төшөрөлөүе  үҙе генә лә  күп нәмә тураһында һөйләй! Әммә 1995 йылдың  йәй уртаһында РФ байрағы ҡаҙалғас та, тынлыҡ килмәй әле был ергә .  Октябрь айының аҙағында Дим хеҙмәт иткән 506-сы гвардия мотоуҡсылар полкы подразделениеһы сираттағы разведкаҡа ебәрелә,  Дыше-Ведено – Харачой участкаһындағы тарлауыҡта боевиктарҙың ҙур отрядына тап булалар. Сигенмәйҙәр, тиңһеҙ алышҡа инәләр.  17 егебебеҙ баш һала был бәрелештә, Дим Ғәфүр улы ла бурысын һуңғы һулышына тиклем үтәй.

 Иғлан ителмәгән һуғыштың был фажиғәле эпизоды тураһында интернетта ла йүнләп мәғлүмәт юҡ. Әммә Дим Ғәфүр улына үҙе үлгәндән һуң  Ҡаһарманлыҡ ордены бирелеүе күп нәмә тураһында һөйләй -  Беренсе Чечен һуғышында наградаларға бик һаран булды бит ил хакимдары.

...Димдең  исеме  Учалы ҡалаһында Локаль һуғыштарҙа һәләк булғандар аллеяһында  мәңгеләштерелгән, обелиск тора. Ата-әсәһенә яҙған хаттары район үҙәге музейында ҡәҙерләп  һаҡлана, интернет селтәрендә лә бар улар. Уҡый башлаһаң, йәлләп йән өҙөлә.  Әммә һис юҡҡа, бер кемгә кәрәкмәгән һуғышта башын һалды, тип теүәл аҡылда бер кем  әйтә алмаҫ!   Кавказда тулышҡан шеш һытылған саҡта Дим һәм уның иптәштәре батырлыҡ үә фиҙаҡәрлек күрһәтеүҙәре  арҡаһында, был конфликт үҙ ваҡытында хәл ителде, хәҙер Чечен Республикаһы батальондары МХО-ла нацистарға ҡаршы   оҫта  алыша.  Тимәк,  яҡташыбыҙҙың ғәзиз йәне махсус хәрби операцияла еңергә әле лә булышлыҡ итә тип һис тә икеләнмәй раҫларға мөмкин!

...Ниндәй генә һуғышта ҡатнашмаһындар , Ватан саҡырыуы буйынса яу күтәрелгән бәтә ир-егеттәребеҙҙең дөйөм байрамы ул 9 май!   Иҫәндәренә – дан, баштарын һалғандарға – мәңгелек хәтер, йәндәре йәннәттә булһын!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас