

«Беҙ бурыслы эшле, юллы иткән
Атайҙарға, ҡайтмаҫ ир-атҡа,
Уларҙың бит оло юлы ҡалды,
Тотош тормош ҡалды мираҫҡа!»
Н. Асанбаев
8 Май Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылап, Амангилде ауыл биләмәһенә ҡараған тыуған ауылым Ғәлиәхмәрҙә 60 ветеранға аллея асылды.
Ил алдындағы бурысын үтәп яу ҡырында батырҙарса һәләк булған, һуғыштан иҫән ҡайтып, тыныс тормошта илде аяҡҡа
баҫтырыуҙа үҙҙәренең тос өлөшөн индергән ветерандарыбыҙҙың исем-шәрифтәре , фотолары ташҡа яҙылып мәңгеләштерелде.
Бәләкәй генә, илле йорттан торған ауылдан да алтмыш ир-ат Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Шуларҙың 34-е йә хәбәрһеҙ юғала, йә батырҙарса һәләк булып сит яҡтарҙа ерләнә. Ә ҡалғандары яралар алып, фашист илбаҫарҙарын тар-мар итеп ҡайтып төшәләр.Хәҙерге көндә улар бөтәһе лә баҡыйлыҡта инде.
Мемориаль комплекстың япмаһын асыу хөрмәте ветерандарҙың уландары, ейәндәренә бирелде.
Ошо сараға Өфө, Белорет, Сибай, Силәбе, Себер яҡтарынан, Учалы ҡалаһынан, тирә-яҡ ауылдарҙан 300-гә яҡын кеше килгәйне. Иҫ киткес матур үтте тантана. Ветерандарҙың бүләләре почет һағына баҫтылар. Ауыл мәсете имам-хатибы Әхмәт ағай Шәйәхмәтов шәһиттәргә, ветерандарға бағышлап доға аяттарын уҡыны. (Әйткәндәй, галерея ҡороусылар бер ыңғайы ауыл мәсетен дә төҙөкләндерҙеләр).
Тантананы асып алып клуб мөдире Римма Ишбаева һәм улы Ирәмәл килгән ҡунаҡтарҙы, тыл ветерандарын, һуғыш балаларын, МХО-ла һуғышып йөрөгән егеттәрҙең ата-әсәләрен Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙеләр.
Амангилде ауыл хакимиәте башлығы Айҙар Мөхтәр улы Исламов, Учалы районы мәҙниәт йорто директоры Эльвира Рәмил ҡыҙы Фәйзуллина, ағинәй Рәсимә Шәһәретдин ҡыҙы Лоҡмановалар ҙа ҡотлап, Ғәлиәхмәр ауылы халҡының берҙәмлеге, әүҙемлеге, шәплеге, тырышлығын маҡтап телгә алдылар.
Эйе, был галерея пәйҙә булһын өсөн күптәр көс һалды. Урал Лоҡманов, Инсаф Мәғәфүров, Әүәл Нурмөхәмәтов, Айнур Ишбаев, Булат Талипов, Фәнил Ишбулдин, Илдус Мәҡсүтов, Тәлғәт Шәрипов, Таһир Лоҡманов, Таһир Ниғмәтуллин, Рәмзиә Мәғәфүрова, Мәймүнә Лоҡманова, Римма Ишбаева, Рәсимә Лоҡманова, Наилә Лоҡманова, Миңлекамал Илһамова, Гүзәл Бикбулатова, Әлфирә Мәғәфүрова, Дилә Ибраһимова, Зилә Ибраһимова, Рәүилә Мәҡсүтова, Гөлсөм Ғибәҙуллина һәм башҡалар. Һәр береһе үҙенең атаһы, олатаһының таҡташын эшләтеү өсөн үҙ иғәнәһен керетте. Кемдеңдер исем-шәрифе яңылыштан төшөп ҡалған икән, зинһар, ауырға ҡабул итмәгеҙ – Хоҙай барыһын да күрә ул, ата-бабаларыбыҙҙың да әрүәхтары шатланалыр.
Спонсорҙарға айырым рәхмәт әйтер кәрәктер: Айҙар Исламов (ауыл хакимиәте башлығы), Фәрүәз Ишбаев (депутат), Сәлих Шаһимарҙанов (ауыл старостаһы), Азат Зиннуров (урман инспекторы).
Айырыуса актив ҡатнашыусы Урал Лоҡманов, Мәймүнә Лоҡмановалар ауыл хакимиәтенең Маҡтау хаттары, ауыл Советы депутаты Фәрүәз Ишбаевтан бүләктәр алды. Клара Ғадил ҡыҙы тыл ветерандары, һуғыш йылы балаларына, МХО-лағы яугирҙәрҙең -ата әсәләренә үҙенең бүләктәрен тапшырҙы. Украина яҡтарында һәләк булған Ғәлиәхмәр егеттәренең әсәләре Рәшиҙә Ғибәҙуллина, Зәйтүнә Нурмөхәмәтова иғтибар үҙәгендә булдылар – улдары фәҡәт Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының эшен дауам иттеләр бит.
Тантана концерт номерҙары менән ҡатнаш алып барылды. 5 йәшлек Виктория Йәғәфәрова олатаһы Ғибәҙуллин Ғибәҙәт бабайға арналған шиғыры менән ҡунаҡтарҙы ҡыуандырып, килгәндәрҙең күҙҙәрендә йәштәр эркелде. Мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенты Линар Халиков башҡарыуында “Азамат” йыры, Айҙар Исламовтың, Аида Йомабаеваның йырҙары, Гөлнара Исламованың тасуири шиғыр уҡыуы йәрәктәрҙе тетрәндерҙе.
Тантананан һуң ауылыбыҙҙың уҙаманы Илфар Хатипов ҡорбан итенән ауыҙ иттерҙе, Марат Йомабаев әҙерләгән былау бөтәһенә лә хуш килде. Аҙағынан күмәкләп фотоға төштөк. Тәмле аштар ашап, сәйҙәр эсеп , мең мең рәхмәттәр әйтеп, ҡыуанышып таралышты халыҡ.
“Май ҡояшы балҡый күк йөҙөндә,
Нурға күмә бөтә донъяны.
Еңеү көнө оло шатлығыбыҙ,
Йөҙөгөҙҙә беҙҙең сағыла.
Бөгөн ерҙә ЕҢЕҮ байрамы,
Һәйкәлдәрҙә сәскә бәйләме!”
Нәҡип ӘЙҮПОВ, Озерный ауылы