Бөтә яңылыҡтар
9 Мая - День Победы
5 Июнь 2025, 10:25

Баш ҡалабыҙға «Әйҙә уйнарға!» фестиваленә килегеҙ!

Баш ҡалабыҙҙың Совет майҙанында  «Әйҙә уйнарға!» Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивале башланды. Ул Башҡортостан Башлығының тәҡдиме буйынса икенсе тапҡыр ойошторола, йәрминкәлә 150-ләгән уйынсыҡ етештереүселәре һәм оҫталар ҡатнаша.

Баш ҡалабыҙға «Әйҙә уйнарға!» фестиваленә килегеҙ!
Баш ҡалабыҙға «Әйҙә уйнарға!» фестиваленә килегеҙ!

Фестивалгә килеүселәр илебеҙҙә етештерелгән уйындар һәм уйынсыҡтар менән танышып ҡына ҡалмай, улар өсөн бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы программа ла әҙерләнгән. Уның  барышында тематик майҙансыҡтарҙа көн һайын кескәйҙәрҙе йәнһүрәт геройҙары менән мауыҡтырғыс уйындар, тематик конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, анимацион программалар, спектаклдәр, спорт турнирҙары көтә. Ҡыҙҙар һәм малайҙар төрлө йәнһүрәттәр  ҡарап, һүрәт төшөрөп тә кинәсәк, улар өсөн кис һайын төп сәхнәлә яратҡан «Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!» телевизион тапшырыуы барасаҡ. Фестиваль барышында «Уйынсыҡ бүләк ит!» хәйриә акцияһы ла үткәрелә, балалар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға хат та яҙасаҡ. Флешмобтар, лекторийҙар, квиздар, стратегик дискуссиялар ҙа бик мауыҡтырғыс булмаҡсы.

«Әйҙә уйнарға!» Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивале  дүрт көн буйына бара, 8 июнгә тиклем дауам итәсәк. Ата-әсәйҙәр, балаларығыҙ менән күңелле ял итеп ҡайтығыҙ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Автор: Алия Даутова
Читайте нас