Башҡортостан Башлығы Р.Ф.Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә яһағанда әле барған махсус хәрби операция менән Бөйөк Ватан һуғышы араһында параллель үткәрҙе. Улай ғына ла түгел, төп асылда шул уҡ һуғыш заман шарттарында дауам итеүенә ишара яһаны. Эйе, ниндәй генә заман булмаһын, Ватанды ҡулға ҡорал тотоп һаҡларға йә ғәйеп булырға тигән һайлау пәйҙә булыуы мөмкин. Юҡҡамы ни, МХО яугирҙәре барыһы ла һалдат ата-бабаларын иҫкә ала, уларҙың яҡты хәтеренә лайыҡ булыуҙары менән ғорурлана.
8 Май Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылап, Амангилде ауыл биләмәһенә ҡараған Ғәлиәхмәрҙә 60 ветеранға бағышлап мөһабәт галерея асылды, ветерандарҙың исем-шәрифтәре , фотолары ташҡа төшөрөлөп мәңгеләштерелде, тип гәзиттә яҙғайныҡ.
Шөкөр, был өлгөнө башҡа ауылдарҙа ла иғтибарһыҙ ҡалдырманылар.
Амангилде ауыл Советы депутаты, район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Илһам Хәйруллин беҙгә хәбәр итеүенсә, ошондай эш Сораман ауылында ла йәйелдерелгән. Был хаҡта ҡарар ауыл халҡы сходында ҡабул ителде. Иң ҡатмарлыһы – ташҡа исем-шәриф һәм фото төшөртөп мемориалға урынлаштырыу түгел, иң башта аныҡ мәғлүмәт йыйыу, яугирҙәрҙең яҡындарын был эш һәм сығымдарға йәлеп итеү бурысы. Аңлашыла, Сораман яугирҙәренең нәҫелдәре тыуған ауылда ғына йәшәмәй, адрестары бөтә район, республика, Рәсәй буйынса таралған. Контакт өсөн телефон номерҙары: И.А.Хәйруллин +7 (987) 589-24-00 (МАХ, WhatsApp), + 7(964) 963-67-65; И.Г.Ямалов + 7(965) 934-47-75.
Ташҡа бер портрет төшөртөү хаҡы 7мең 500 һумға самалана. Был бит тулыһынса йәмәғәт инициативаһы, фәҡәт халыҡтың үҙе йыйған аҡсаһына ғына ғәмәлгә ашырыла. Балаларының, ейән-ейәндәренең, бар халҡыбыҙҙың именле тормошо өсөн диңгеҙҙәй ҡара тир, ғәзиз ҡанын түккән тап үҙебеҙҙең ҡан йә йән ҡәрҙәштең исемен мәңгеләштереү тураһында һүҙ барғанда, бер кемдең дә ҡарунланырға хаҡы юҡтыр! Манҡорт ҡына хәтерһеҙ, рәхмәтле була белмәй.
Мөмкин тиклем тиҙ арала ойоштороусыларға бәйләнешкә сығып, яҡынығыҙҙың фотоһын (иҫкергән, насар сифатта икән, реставрация башҡарыласаҡ), башҡортса исем-шәрифтәрен һәм тыуған-үлгән йылдарын ебәрер кәрәк. Был мәғлүмәтте киңерәк таратығыҙ.
...Сораман ауылынан 77 аҫыл ир Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, 37-һе генә әйләнеп ҡайтҡан. Был һан үҙгәреүе лә мөмкин, кемдәрҙер , бәлки, әлегә билдәһеҙҙер. Кемдеңдер, айырыуса мәңге йәш булып ҡалған һалдаттарҙың зат-зәүере ҡалмауы ихтимал, шуға ла спосорҙар ҙа ҡушылһа бик мәслихәт буласаҡ.
Бер нәмә лә, бер кем дә онотолмаһын!