Яйыҡ
+25 °С
Облачно

"Эт егеп яралыларҙы ҡотҡара"

Оҙонгүл ауылы батыры, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, өс орден, өс миҙал кавалеры Фәйзуллин Сәхиәйәр Солтан улы тураһында

"Эт егеп яралыларҙы ҡотҡара""Эт егеп яралыларҙы ҡотҡара"
"Эт егеп яралыларҙы ҡотҡара"

Оҙонгүл ауылы батыры, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, өс орден, өс миҙал кавалеры Фәйзуллин Сәхиәйәр Солтан улы тураһында булыр мәҡәләм.

Бәләкәй генә Оҙонгүл ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында 48 ир-егет ҡатнаша. Шуларҙың  18-е яу яланында батырҙарса һәләк була, ә 30 һалдат иҫән-һау, орден-миҙалдар сыңлатып,  байтағы ҡаты яралар менән, сатанлап йә ҡулһыҙ көйөнсә лә ҡайталар. Үрҙә телгә алған Сәхийәр ағай дүрт тапҡыр яралана.

Сәхиәйр – Солтан бабай менән Мөғлисә әбейҙең биш улдарының иң олоһо, 1923 донъяға килә,  ҡустылары – Аллайәр, Әхийәр, Мөхмәтйәр, Данийәр. Эшсән, кешеләргә әҙәпле,  мәрхәмәтле, мал, йылҡы йәнле булып үҫә. Фәтих Мамилин етәкләгән “Алға” колхозында төрлө эштәрҙә йөрөй, намыҫлы хеҙмәте өсөн гел маҡтала. Йәше еткәс, 1942 йыл фронтҡа алына.  Белоруссияның Витебск ҡалаһын дошмандан азат иткәндә ҡаты ярала. Рядовой уҡсы булып алышҡан Сәхиәйәр ағайҙы госпиталдә хәрби табип  санинструктор һөнәрен үҙләштерергә өгөтләй. Егет ризалаша, шулай итеп маршал Баграмян командалыҡ иткән Балтика буйы фронтының 26-сы гвардия дивизияһы 75-се полкына тәғәйенләнә.  Карел, Себер лайкалары  егелгән нарталарҙа яралы һалдаттарҙы һуғыш яланынан сығара. Эш күп була, мәҫәлән,  1944 йылдың  11-19 март арауығында ғына  75 һалдат-офицерҙы ҡотҡара. Дошман уты аҫтында эш итергә тура килә, юҡҡа ғына түгел, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана.

Йәнә бер мәғлүмәт һаҡланған:  23 майҙан  21 июнгә тиклем осорҙа, йәғни бер айҙан да кәм ваҡытта үҙенең тоғро эттәре менән 139 яралыны яу яланынан алып сыға. Был ҡаҙанышы һәм батырлығы өсөн  II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана. Ә 23 июндән  16  июлгә тиклем 122 һалдат-офицерҙы ҡотҡарған, ҡоралдары менән ут аҫтынан алып сыҡҡаны өсөн III дәрәжә Ватан һуғышы ордены тапшырыла. “20 июлдән 1 сентябргә тиклем осорҙа Сәхийәр Фәйзуллин һөжүм иткән ғәскәр артынан һис тә ҡалмай алға бара,  163 яугирҙы ҡотҡарҙы. Эттәрен бик яҡшы тәрбиәләгән өсөн улар ошолай ыратып эшләй алдылар”, - тип билдәләнә полк командиры А.Шляпиндың наградаға күрһәтеү документтарында.

Тәүәккәл, шәфҡәтле,  эшкә талымһыҙ яҡташыбыҙ 1944 йылдың  22 ноябрендә Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән дә наградлана. Тик бына яралыларҙы ҡотҡарҡанда хәүеф-хәтәр  дошман менән күкрәккә-күкрәк баҫып алышыуҙан  бер ҙә кәм түгел.  Бөйөк Еңеүҙе Кенигсбергта ҡаршы ала, ҡаты яраланған көйөнсә. Яра ҡаты була, осраҡлы рәүештә генә түгелдер инде – ата-әсәһенә “хәбәрһеҙ юғалды” тигән хат та ебәрелә. Моғайын да, яуҙаштары уны кем һәм ҡайҙа алып киткәнен күрмәй ҙә ҡалғандыр. Йөрәге менән һиҙемләгәндер инде, Солтан бабай улының һәләк булғанлығына һис тә ышанмай. 1945 йылдың ноябрь айында Сәхийәр ағай тыуған яҡтарына үҙе лә ҡайтып төшә. Баҡһаң, һаулығы саҡ ҡына ипләнгәс, Балтика буйын фашистарҙан азат иткәс тә, сик буйы ғәскәрҙәре сотавында дошман ҡалддыҡтарын эҙәрлеклеүҙә ҡатнашҡан. Ҡайтҡас та, колхоз эшенә сума.

1953 йыл Аһылай ауылы ҡыҙы Мөлимә Бикмөхәмтоваға өйләнә. 1955 йылда Сәлимйән, 1957 йыл – Әлфирә ҡыҙҙары донъяға килә. Ғәбделәүәл Мөхәмәтдинов етәкләгән “Победа” колхозында  балта оҫтаһы булып эшләй.

....Фронтовиктар быуыны ҡоростан да ныҡ булһа ла, бар нәмәнең сиге була. Һуғыш яралары, һуғыштан һуңғы көсәргәнешле хеҙмәт Сәхийәр ағай өсөн дә эҙһеҙ үтмәй -1959 йыл кәләшен, дүрт йәшлек улын, ике йәшлек ҡыҙын ҡалдырып вафат була.

  Башҡорттарға борон-борондан  күп алышырға тура килә, күптәр был яуҙарҙа баштарын һала. Нәҡ ошоға бәйле әйтем килеп сыға ла инде:”Ағай мәрхүм булһа, еңгәне ебәрмәбеҙ яттарға”. Балалар етем ҡалмаһын өсөн тол ҡатынынды мәрхүм ирҙең ҡустыһы менән ҡауыштырыу йолаһы киң таралған була. Мөслимә апайҙы ла Сәхийәрҙең ҡустыһы Мөхәмәтйәргә тормошҡа сығырға күндерәләр. Улар бергә йәшәп китеп, ике ул, дүрт ҡыҙға ғүмер бирәләр. Һуңынан Әлфирә Сәхиәйр ҡыҙы Миндәк егетенә кейәүгә сығып, рудникта эшләне, әле хаҡлы ялда. Улдары Руслан Лоҡманов олатаһының юлын дауам итеп, әле Украинала нацистарға ҡаршы алыша. Мөслимә менән Мөхәмәтйәр бөтә балаларға ла тиң ҡарап, барыһын да аяҡҡа баҫтыралар, улар тормошта үҙ урындарын табып, ихтирамлы кешеләр булып көн итәләр. Зөлфирә, мәҫәлән, Йылайыр районы агролицейында химия, физика фәндәренән уҡыта. Наилә Өфөлә 40-сы Башҡорт балалар баҡсаһында 24  йыл мөдир булып хеҙмәт итә,  Лилиә Өфөлә башҡорт теле уҡытыусыһы, Гөлнара ауылда төпләнде, Оҙонгүлдә йәшәй.  Барыһы ла татыу, аралашып йәшәйҙәр, күңелдәрендә  ата-әсәләре менән рәттән, Сәхийәр ағайҙың яҡты хәтерен һаҡлайҙар. Әйткәндәй, Аллайәр ҡустыһының улы Нәғимйән әле үткән быуаттың 60-сы йылдарында “Совет Башҡортостаны” гәзитендә мәҡәләгә тап булып, ҡалғандарҙы һөйөнсәләгән була.  Унда бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны иҫтәлектәре баҫыла, башҡанан тыш: “....әгәр ҙә Оҙонгүл ауылынан Сашка Фәйзуллин мине яу ҡырынан  эттәре менән сығармаһа, был көнгә етмәҫ тә инем. Рәхмәт һиңә,  Сашка!”- тип бәйән ителгән.

Баҡһаң, яуҙаштары Сәхийәр Солтан улын ҡыҫҡаса “Сашка” тип йөрөткән икән, заман терминологияһы менән әйткәндә, “позывной” тиергә мөмкин.  “Сашка” – Сәхийәр ағай, Бөйөк Ватан һуғышында баштарын һалған, яралар алып оҙаҡ йәшәй алмаған, һуғыштан һуң фиҙәҡәр хеҙмәт менән илде аяҡҡа баҫтырған бөтә ветерандар, йәндәрегеҙ йәннәттә булһын!

 

Нәҡип ӘЙҮПОВ, Озерный ауылы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас