

Былтыр Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылап, Амангилде ауыл биләмәһенә ҡараған Ғәлиәхмәрҙә 60 ветеранға бағышлап мөһабәт галерея асылды, ветерандарҙың исем-шәрифтәре , фотолары ташҡа төшөрөлөп мәңгеләштерелде, тип гәзиттә яҙғайныҡ. Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығын билдәләп, быйыл Сораман ауылында ла “ Хәтер фотогалереяһы” асылды. Сораман ауылынан 78 ир азаматы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, 38-һе генә әйләнеп ҡайтҡан.
Амангилде ауыл Советы депутаты, район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Илһам Хәйруллин:
-Бындай идея күптән бар ине, тик шундуҡ тотонорға ниндәйҙер шөрләү ҡамасаулай килде – кешене ышандырып, аҙағына тиклем еткерә алмаһаң, оят бит! Шулай ҙа күрше ауылдарҙың тәжрибәләренә ҡарап, 2026 йылдың башында ауыл сходында тәҡдим индерҙек. Хәйер, ауылдаштар хупланы. Эште 3 өлөшкә бүлдек. Иң беренсе - барлыҡ ветерандар тураһында мәғлүмәт туплау, инициативаны киң йәмәғәтселеккә, тәү сиратта – яугирҙәрҙең зат-зәүеренә еткереү. Икенсе этап - аҡса йыйыу, бер ҡалыпта һалдаттарҙың портреттарын яһатыу. Һәм мемориал урынынын билдәләү, әҙерлек эштәрен үткәреү.Аллаһҡа шөкөр һәр этапта ла эш яҡшы барҙы, ярҙам итергә ынтылыусылар көтөлгәндән дә күберәк булып сыҡты! Сауаплы ҙур эш башҡарҙыҡ, тип барыбыҙҙың да ғорурланырға хаҡы бар!
Мемориалды асыу тантанаһы матур ойошторла, ни заман ауылдарына ҡайта алмаған кешеләр ҙә ошо сәбәпле киләләр. Самауырҙан сәй эсәләр, ысын “һалдат бутғаһы”нане ауыҙ итәләр, һөйләшеп, аралашып, иҫтәлектәргә бирелеп кинәнәләр.
P.S. Ғәлихмәрҙәрҙән, Сорамандарҙан үрнәк алырға теләүселәр табылырҙыр. Шуға ла мәғлүмәт өсөн -ташҡа бер портрет төшөртөү 7-8 мең һумға баҫҡан. Башҡа сығымдар ҙа була инде, әммә яҡын кешеңдең хәтерен мәңгеләштереү тигәндә, бер ҙә ат хаҡы булып күренмәй! Иң мөһиме – йәмәғәт өсөн янып йөрөгән, ата-бабаларын хөрмәт иткән һәм ойоштороу эштәрен үҙ өҫтөнә алырҙай кешеләр булыуы.