Яйыҡ
+19 °С
Дождь

Балбыҡ ауылында тантана

Сара Бөйөк Ватан һуғышында һәм МХО операцияһында батырҙарса ҡорбан булған яугирҙар рухына доғалар уҡыу, аят ашын ашатыу менән тамамланды.

Балбыҡ ауылында тантанаБалбыҡ ауылында тантана
Балбыҡ ауылында тантана

Ошо Бөйөк байрам тиҙерәк яҡынлашһын өсөн совет халҡына күпме юғалтыуҙар, күҙ йәштәре, өшөп-туңыуҙар, аслыҡ- яланғаслыҡ, күпме һуғыш ҡорбандары аша килергә тура килә.....әйтеп бөткөһөҙ. Был Еңеү - Бөйөк халыҡтың тиңһеҙ һуғышта Бөйөк Еңеүе ул!
Ошо байрам уңайынан бар ерҙәрҙә лә байрам митингтары, матур саралар, концерттар уҙҙы. Халыҡ Тыуған илен һаҡлап ҡорбан булған яугирҙар иҫтәлегенә сәскәләр һалды, уларҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Хәтер йәшәгән саҡта, тыныслыҡ өсөн баштарын һалған яугирҙар ҙа йәшәр, улар хаҡында иҫтәлектәр йәшәй, исемдәре йәшәй күңелдәрҙә.
Байрам көндәрендә Балбык ауылының ил һаҡсыларына бағышланған обелискы алдында байрам митингыһы уҙҙы. Тантаналы сараға килгән Туңғатар ауылы хакимиәте хеҙмәткәре Айһылыу Яҡупова байрам сараһына килгән ауыл халҡын ҡотлап уҙҙы.
Һуңынан һүҙҙе тыл ветераны ( һуғыш йылдарында үҫмер бала ғына булған) Фәрихә апай Янгилдинаға бирҙеләр. Ул ҡыҫҡаса һуғыш йылдарында булған ауырлыҡтарҙы еңеп, нисек итеп Еңеүҙе яҡынайтыуҙары тураһында һөйләне. Сығыш яһаусы ҡунаҡтар ҙа Еңеү байрамының мөһимлеген, ниндәй юғалтыуҙар аша яулап алынғанлығын билдәләнеләр һәм барыһын дә байрам менән ҡотлап, тиҙерәк илебеҙгә тыныслыҡ килеүен теләнеләр.
Артабан байрам кисәһе клуб эсендә дауам итте. Ауылдың һәүәҫкәр артистары Әнисә Фәррәхованың "Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын!" драмаһын сәхнәләштерҙеләр. Бар артистар ҙа ролдәрен бирелеп уйнанылар, тамашасыларҙы күҙҙәренә йәш алырға мәжбүр иттеләр.
Пьесанан һуң ҙур булмаған концерт номерҙары ла күрһәтелде. Йылдан ашыу улынан бер хәбәр ҙә ала алмаған Нәжибә апайҙың улына бағышлап шиғыр һөйләүе бер кемде лә битараф ҡалдырманы, ә кескәй етеҙ малай Илһам Исхаковтың саф башҡортса " Шаймуратов генерал" йырҙың йырлауы, шиғыр һөйләүе барыһын дә һоҡландырҙы.
Сара Бөйөк Ватан һуғышында һәм МХО операцияһында батырҙарса ҡорбан булған яугирҙар рухына доғалар уҡыу, аят ашын ашатыу менән тамамланды.
Ошо матур сараны ойоштороуҙа, уҙғарыуҙа ҡатнашҡан барлыҡ Балбык ауылы халҡына ҙур рәхмәт әйтке килә. Киләсәктә барыһына ла әлегеләй берҙәм булып, тиҙерәк һуғыштар туҡтап, илдәргә тыныслыҡ килеп, матур тормошта йәшәргә яҙһын!

              Әнисә Фәррәхова, драматург

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас