

Былтыр Учалы районы башҡорттары ҡоролтайының башланғысы менән матур акция ойошторолғайны: Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышлап, иллеләп һыбайлы Ҡарт Муйнаҡ –Туңғатар –Ҡорама маршруты буйынса марш менән үтте, митингтарға өҫтәмә ҡот һәм йәм бирҙеләр. Хәрби кейем кейгән, байраҡтар елберҙәткән, ярһыу сабыш аттарында сафҡа теҙелгән һыбайлылар – һоҡландырғыс күренеш!
Халыҡҡа ныҡ оҡшаған был тамаша быйыл да дауам ителде: 33 һыбайлы ( бөтә райондан ҡоролтай саҡырыуы буйынса йыйылған йылҡысылар, ат спорты менән мауыҡҡан яҡташтар) Яңы Байрамғол ауылынан Уральск ҡасабаһына тиклем парад менән барҙылар, урамдар буйлап үттеләр. Митингта ҡатнаштылар, ҡорбан ашынан ауыҙ иттеләр.
-Быйыл да бик ҡәнәғәт ҡалдыҡ, -ти район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мозафар Ҡадиров. -Иң оло һыбайлы алтмышты ашаҡлаған Рәүеф ағай Фәйзуллин булһа, спортсы, тренер, ҡоролтай ағзаһы Илдар Исхаҡов үҙе менән үҫмер улдарын да алғайны. Тантаналарҙы лайыҡлы итеп ойоштороуға күп көс һалған Уральск ауыл Советы хеҙмәткәрҙәренә, дини ғәмәлдәрҙе тейешенсә үткәргән Илмир хәҙрәткә барыбыҙ исеменән дә ҙур рәхмәт!
Был йола кәмендә Бөйөк Еңеүҙең 100 йыллығына тиклем дауам итһен тип теләргә генә ҡала!