Тыуған ил ҡатмарлы, һынылышлы осор кисергәндә, уның яҙмышының үтә лә яуаплы, ауыр өлөшө һәр саҡ ир-егеттәр иңенә төшә. Ҡулына ҡорал алып, Ватан мәнфәғәтен яҡлар өсөн, яҡындарын ҡалдырып алғы һыҙыҡта йөрөргә, ут эсенә инергә мәжбүр улар. Шундай ҡаһарман ир-егеттәребеҙҙең береһе менән һеҙҙе лә таныштырмаҡсыбыҙ. Бөгөнгө мәҡәлә геройыбыҙ Азат Хәлилов булыр. Азат күптән түгел ҡыҫҡа сроклы отпускыға яҡындары янына ҡайтҡан ине, мәҡәлә гәзиттә донъя күргәндә яугир кире МХО-ға юлланған ине инде.
Азат Хәлилов сығышы менән Дыуан районының Ҡаракүл ауылынан. Мәктәптән һуң ветеринарға уҡый. Ваҡыты еткәс, һалдат шинеле кейә. Мәскәү янында йыһан ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Әрме сафынан ҡайтҡас Учалыға күсә һәм ошонда төпләнә. Газ хеҙмәтендә, һуңынан Себерҙә вахта менән эшләй, һөнәре буйынса водитель.
2023 йылдың майында вахтанан сираттағы ялына ҡайта һәм «Башҡортостан» ирекле мотоуҡсылар полкы тупланыуын ишетә һәм күп уйлап тормай яҙыла.
- Бөгөнгө ҡатмарлы ваҡытта тыуған илде кем һаҡларға тейеш? Ысын ир-егеттәр Ватаныбыҙға хәүеф янағанда ситтә ҡалырға тейеш түгел, минеңсә. Минең ата-бабаларымда Бөйөк Ватан һуғышында ҡулдарына ҡорал алып, илебеҙ һағына баҫҡан. Унда, Донбаста, беҙҙең кеүек үк кешеләр йәшәй, һәм беҙ уларҙы яҡларға тейешбеҙ. Был да минең махсус хәрби операцияға үҙ теләгем менән барыуға булышлыҡ итте. Һәр ир-ат тыуған ерен һәм халҡын яҡларға тейеш, тип иҫәпләйем. Мине алда ниндәй хәүеф-хәтәр көтәсәген дә яҡшы белдем, әммә мин барыһына ла әҙер инем, - ти яугир.
Әлеге ваҡытта яҡташыбыҙ "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкында водитель булып хеҙмәт итә. Алғы һыҙыҡтағыларға боеприпастар һәм ҡорал ташый. Алғы һыҙыҡҡа көндөҙ үтеп булмай, тип аптыратты яугир. Күктә “укроп”тарҙың күҙәтеү объекттары көн буйы әйләнә икән. Сит машинаны йә башҡаһын күреү менән шартлаталар. Шуға төнөн генә инәләр. Машиналарҙың фарын һүндереп кенә. Рейсҡа нигеҙҙә өсәр кеше йөрөйҙәр, көнөнә 600-гә яҡын километр юл үтергә тура килә уларға. Юлда барғанда Камаз өҫтөндә бер туҡтауһыҙ дрондар әйләнә. Һәр аҙымдарын һағалап ҡына торалар икән. Яугир һөйләүенсә, юлдан боролорға ярамай, тик алға ғына барырға кәрәк. Ә инде һөжүм яһаған дрондарҙы кемдер бәреп төшөрөп өлгөрә, ә кемгәлер килеп эләгә лә, тип ауыр көрһөнә әңгәмәсе. Беҙҙең яугирҙар ҙа дрондар менән оҫта көрәшергә өйрәнгән: машиналарҙы антидрон селтәрҙәр-көмбәҙҙәр менән ҡаплайҙар, РЭБ-глушилкалар ҡуялар, «Булат»-детекторҙар ҡулланалар. Яугир әйтеүенсә, иң ҡурҡынысы китеп барғанда түгел, ә машина менән туҡтағанда. Ошо арала көтмәгәндә осоп килеп бәргесләүҙәре лә ихтимал. «Махсус хәрби операция биләмәһендә ҡурҡыу тойоғоһо менән көрәшергә нимә ярҙам итә?» - тигән һорауға: «Хәрби заданиелар үтәгәндә бөтә хис-тойғоларыңды ситкә ҡалдырырға тырышаһың, сөнки һинең эшеңде дөрөҫ һәм яуаплы башҡарыуыңдан башҡа яугирҙарҙың ғүмере бәйле», - тип яуапланы ул. Эйе, егеттәребеҙ башын эймәй, сараһыҙлыҡҡа бирелмәй, ниндәй ауыр шарттар булһа ла, алдарына ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәй. Әлбиттә, яуҙа булған ваҡиғаларын, михнәт-юғалтыуҙарын барыһын да һөйләрлек тә, һүҙ менән яҙырлыҡ та мөмкин түгелдер. Яҡташыбыҙға ғүмере өсөн даими хәүеф күптән ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Ул бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәй һәм яҡындарына ла борсолмауҙарын һорай.
«Башҡортостан» полкы яугирҙәре урманда үҙҙәре эшләгән блиндаждарҙа йәшәй. Унда ялан мунсаһы ла, кер йыуыу машинаһы ла, хатта телевизор ҙа бар. Телевизор булғас, һалдаттар бына ике йыл яңы йылды Рәсәй Президентының ҡотлауы менән ҡаршылағандар. Азат Хәлилов республика етәкселегенә һәм улар тураһында онотмаған яҡташтарына ҙур рәхмәтле. Һалдаттарҙың аҙыҡ-түлек һәм кейем-һалым менән проблемалары юҡ, гуманитар ярҙам даими килеп тора.
Ундағы халыҡтың йәшәү рәүеше менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Яугир әйтеүенсә, ауылдарҙы тәүгә күргәс аптырашҡа ҡала. Советтар Союзынан бер нимә лә үҙгәрмәгән. Йорттары иҫке, ярым емерек, хужалыҡтары бөлгөнлөккә төшкән.
Урындағы халыҡ 2014 йылдан алып үҙҙәренең «айдаровсылар» ҡыҫымында йәшәүҙәрен һөйләй, бер туҡтауһыҙ ут асалар. Улар арҡаһында магазиндарға аҙыҡ-түлек ташыу ыҙаға әйләнә. Шуға күрә кешеләр ирекһеҙҙән үҙҙәрен язалаусыларға аҙыҡ-түлек һорап барырға мәжбүр була. Кукуруз һәм көнбағыш үҫтереп кенә көн күрәләр. Күп йорттарҙа Иҫке Еңеү байраҡтары елберләүен дә әйтә яҡташыбыҙ.
Азат Хәлиловты өйҙә ҡатыны, ике балаһы, яҡындары көтә. Уның кеүек ябай егеттәр беҙҙең армияның таянысы булып тора. Көн һайын улар ғүмерен һәм һаулығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, беҙҙең өсөн Еңеүҙе яҡынайта. Һәр кемдең теләге бер: донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, илебеҙҙең именлеген һаҡлап, ошо арала йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланған Азат Хәлиловҡа һәм башҡа яугирҙарға тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
Өфөлә "Төньяҡ амурҙары" исеме аҫтында граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Хәҙер РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй: быларҙың барыһын да бер урында һәм тәүлек эсендә эшләргә мөмкин.
Пунктты Өфө, Элеватор урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан "Черемушки" һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында астылар. Ул ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә, Тирмән комбинаты районында урынлашҡан. Үҙәккә Башҡортостандан да, башҡа төбәктәрҙән дә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләгән 18 - 65 йәшлек ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың теркәлеү урыны иҫәпкә алынмай.Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, ғаиләгеҙ, белемегеҙ тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН алырға кәрәк.
Үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттарҙың мөмкин тиклем тиҙерәк медицина комиссияһын үтеү, анализдар тапшырыу, документтарын тәртипкә килтереү, кәрәк булғанда "Мир" банк картаһын алыу мөмкинлеге бар. Тап ошо картаға бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм эш хаҡы киләсәк. Шулай уҡ бында төндө үткәреү өсөн номерҙар фонды, өс тапҡыр ашатыу хеҙмәте ҡаралған. Былар барыһы ла бушлай. Үҙәктән граждандар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндәргә Өфө ҡалаһы бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү күләмен 300 меңдән 400 мең һумға тиклем арттырҙы. Стәрлетамаҡтар ҙа контрактсыларға ошо сумманы түләйәсәк. Шулай итеп, эш хаҡын иҫәпкә алғанда, йыллыҡ түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 4 520 000 һум тәшкил итәсәк.
Башҡортостанда контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ.