Махсус хәрби операцияла Тыуған илебеҙҙе һаҡлап, Ватаныбыҙ өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булған Баймаҡ яугирҙәре менән барыбыҙ ҙа ғорурлана. Артур Хисмәтуллин да – нәҡ шундай сая бөркөттәребеҙҙең береһе. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан ваҡытында “Хан” позывнойлы яугиребеҙ менән рәхәтләнеп һөйләшеп алыу, егеттәребеҙҙең хәлен белешеү күңел йылылыҡ һәм ышаныс өҫтәне.
– Артур, һинең махсус хәрби операцияға үҙ теләгең менән, хатта көсләшеп китеүең билдәле...
– Эйе (йылмая – автор). Махсус хәрби операция башланғас та шунда атлыҡтым. Әммә биш балам барлығын белеп, ике тапҡыр кире борҙолар. Өсөнсө мәртәбә барғас: “Тағы ла һинме? Бигерәк ныҡыш икәнһең!” – тип алдылар.
– Шундай ҙур теләк, хатта атлығыу ниҙән икәнлеген әйтә алаһыңмы?
– Мин барһам, һуғыш бөтөр тип уйланым (йылмая – автор). Бының үҙ әтнәкәһе лә бар. Ғаиләмде алып, Өфөгә күсеп барғас, бер нисә ойошмаға эшкә урынлаштым. Мин эшләй башлау менән ойошма ябыла ла ҡуя (көлә – автор). Бер нисә мәртәбә шулай булды. Шуға күрә кәләшкә: “Мин барыу менән һуғыш бөтәсәк. Үҙем барып, еңеп, туҡтатып ҡайтмаһам булмаҫ”, тинем.
– Артур, һинең йор һүҙле, шаян икәнлегеңде барыһы ла белә. Шулай ҙа махсус хәрби операцияға юлланыуыңдың етдирәк тә сәбәптәре булғандыр.
– Эйе, махсус хәрби операция башланғас, иптәштәр, яҡташтар күпләп юлланды, һәләк булып ҡайтыусылар ҙа булды. Егеттәрҙе оҙатҡанда “мин дә шунда булырға тейешмен” тигән уй баштан китмәне. Шуға күрә Даян Мурзин исемендәге башҡорт батальоны сафында булыуым менән ғорурланам.
– “Аҡса өсөн баралар” тигән фекергә ҡарашың?
– Бәлки, ундайҙар ҙа барҙыр, әммә һирәк. Ошоға тиклем Себерҙә эшләгән егеттәр бар. “Вахтала күберәк эш хаҡы ала инем”, ти улар. Шулай булғас, улар нисек аҡса өсөн килһен? Минең дә шәхси бизнесәм бар. Такси хеҙмәтен күрһәтәбеҙ. Уны кәләштең нескә иңенә һалып, сығып китеү еңел булманы. Ысынлап та, эшемде киңерәк йәйелдереп, тағы нимәлер асып, тыныс шарттарҙа күберәк аҡса эшләй ҙә алыр инем. Әммә Тыуған илде кем һаҡлай һуң? Бөйөк Ватан һуғышын үткән ҡартатайым иҫкә төшә. Ул да шулай уҡ илен һаҡлаған. Ватанды һаҡлау ир-егеттәргә быуындан-быуынға тапшырыла килгән изге бурыс бит.
– Ҡартатайың һуғыш тураһында һөйләй инеме?
– Юҡ. Ә беҙҙең ҡыҙыҡһыныу көслө ине. “Ҡартатай, һуғыш тураһында һөйлә әле”, – тип һорай инек. Ул: “Дошманыңа ла күрһәтмәһен, балалар”, – тиер ҙә, күҙҙәре йәшкәҙәп китер ине. Ул ваҡытта уны аңламай инем. Мин генә түгел, һуғышты күрмәгән бер кемдең дә быны тулыһынса аңлауы мөмкин түгел. Ә бына хәҙер аңланым. Ысынлап та, “дошманыңа ла күрһәтмәһен” һүҙҙәренә һуғыштың бар асылы – мәхшәре һалынған.
– Хәҙер, ҡартатайыңдан һораған кеүек, һинең кисерештәреңде лә һораусылар бармы?
– Кешеләр төрлө бит инде. Һуғыш тураһында һорағандар ҙа бар. Бәғзеләр “Нисә кешене үлтерҙең?” тип һорап аптырата. Хәҙер мин дә, ҡартатайым кеүек, һуғыш тураһында һөйләмәйем дә, һөйләй ҙә алмайым. Тормоштоң матурлығын күреп, яҡты киләсәк тураһында пландар ҡороп йәшәйек.
– Һинең йор һүҙле, һәр саҡ күтәренке кәйефтә булыуың иптәштәреңде лә дәртләндерә. Был ниҙән килә?
– Холҡом шулай (йылмая – автор). Һуғышҡа инер алдынан кемдер һүрелеп-һүнеп киткәндәй тойолһа, уның кәйефен күтәрергә тырышам. Әле лә хәтеремдә, бер яугиребеҙ штурмға сығыр алдынан шоколад ашарға йыйына. “Туҡта, туҡта, шоколадты ошонда һалып китәбеҙ. Ҡайтҡас, икәүләп ашарбыҙ”, – тинем. Шунда уҡ ҡарашы осҡонланып китте. Һәм, әлбиттә, яуҙан имен-һау сығып, шул шоколад менән тәмләп сәй эстек.
– Ә бындай ышаныс, дәрт ҡайҙан килә һиңә?
– Кеше ҡурҡыуын еңергә тейеш. Был һуғышҡа ғына түгел, ғөмүмән, тормошҡа ҡағыла. Эштә лә, уҡыуҙа ла, мөнәсәбәттә лә, башҡа йүнәлештәрҙә лә ҡурҡыуҙы еңергә. Һуғышта был бигерәк тә мөһим. Ҡурҡыуыңды еңһәң, һин айыҡ аҡыл менән эш итәһең. Күтәренке кәйефтә булып, башҡаларға ла ҡурҡыуын еңергә, шик-шөбһәләрен таратырға ярҙам итһәң, унан үҙеңә лә ыңғай энергия алаһың. Һин – унан, ул һинән көс ала. Был – һуғыш шарттарында еңеүгә этәргес ул.
– Районда яугирҙәребеҙ өсөн ярҙам йыйыу бик әүҙем бара. Һеҙ уларҙы алғанда ниндәй хис-тойғолар кисерәһегеҙ?
– Райондан, республиканан ярҙам йыш килә. Әлбиттә, бик рәхмәтлебеҙ. Яҡташтар бешергән сәксәк менән сәй эсеү үҙе ни тора! “Беҙҙе онотмайҙар, беҙҙе хәстәрләйҙәр” тигән уй һәр яугиргә көс бирә. Маскировкалау селтәрҙәре, башҡа кәрәк-яраҡ, балаларҙың хаттары... – барыһы ла күңелде йылыта, рух өҫтәй. Тыуған яҡтан килгән иттән һурпа бешереп, уға районыбыҙ уңғанбикәләре ҡырҡҡан туҡмасты һалып ашау өй йылыһын бирә.
– Артур, шулай ҙа беҙ, тылдағылар тип әйтәйек, яугирҙәргә нимәнелер биреп еткерә алмайбыҙ, бәлки, күҙ уңынан ысҡындырабыҙҙыр?
– Юҡ, ундай нәмә юҡ (уйлана – автор). Тыуған яҡтан барыһы ла килеп тора. Был йәһәттән барыһына ла рәхмәт. Яҡташтарыбыҙҙың, республиканың һәр саҡ беҙҙең менән бергә булыуын тоябыҙ.
– Тыуған ауылың Беренсе Этҡолда ла күп эштәр башҡарылыуы билдәле.
– Эйе, был йәһәттән мин Беренсе Этҡол биләмәһендә йәшәгән яҡташтарға, ауыл биләмәһе башлығы Шамил Мәхмүтовҡа ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Яңы йыл каникулы ваҡытында Хисмәтуллиндар нәҫеле ауылда концерт ҡуйҙы. Беҙҙең нәҫел Буранбай ауылынан булған данлыҡлы Ҡотоевтарға барып тоташа. Концертта улар ҙа сығыш яһаған. Билет һатыуҙан йыйылған аҡсаға яугирҙәребеҙгә кәрәкле әйберҙәр алып, Баймаҡ ҡалаһындағы штабҡа алып барып тапшырғандар. Шундай нәҫелдән булыуым менән ғорурланам. Ғөмүмән, затыбыҙҙа ғилемле, ижади күңелле, йыр-моңға маһир туғандарым күп.
– Яҡшы ҡатын юҡтан ғына юрған һырыр, тигән халҡыбыҙ. Был йәһәттән һине бәхетлеләр рәтенә индерергә була.
– Эйе, Аллаһҡа шөкөр. Ҡатыныма һоҡланып һәм ғорурланып бөтә алмайым.. Кәләшем Розалия Әмин ҡыҙы менән Азамат, Азалия, Әминә, Асия, Айһылыу исемле балалар үҫтерәбеҙ. Ул һәм ҡыҙҙарыбыҙҙың “Тамыр” студияһында шөғөлләнеп, танылыу алыуы, яҡшы уҡыуы, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүендә Розалиямдың өлөшө бик ҙур. Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ “Милләтебеҙ йәшәһен өсөн ниҙәр эшләйәсәкһең?” тигән һорауға “Биш бала табасаҡмын”, тип яуап биргән кеше бит ул. Балаларҙы бағыу ғына түгел, дөрөҫ тәрбиәләү, уларға ваҡыт бүлеү мөһим. Был йәһәттән Розалиям – һоҡланғыс әсә.
– МХО-ға контракт төҙөп китеүеңде ғаиләң нисек ҡабул итте?
– Кәләшем бер ҙә иламай-зарланмай, миңә ышаныс белдереп оҙатты. Балаларҙы ла шулай тәрбиәләй. Ялға ҡайтып киткәндә күмәкләшеп, матур итеп оҙатып ҡалалар. Уларҙың имен-һау ҡайтасағыма ышаныуы һиҙелеп торғас, минең дә күңелем тыныс. Кәләшем ғаиләбеҙҙең такси бизнесын дауам итә. Беләм, уға ауыр, әммә бирешмәй. Бал ҡорто кеүек бер тынғылыҡ белмәй, эшләй ҙә эшләй. Өҫтәүенә, биш бала уның ҡарамағында. Унан башҡаларҙың “Һин нисек барыһына ла өлгөрәһең ул?” тип һорағанын беләм, ишетәм. Ғаиләбеҙҙә барыһын да Аллаһы Тәғәләгә тапшырып эшләйбеҙ. Шуға күңелебеҙ тыныс.
– Артур, һин эскелеккә ҡаршыһың, тәмәке лә тартмайһың.
– Эйе, быға бер сәбәп тә булғайны. Әле йәш саҡта, ниндәйҙер байрам мәлендә, егеттәр менән көмөшкә эскәйнек. Сифатһыҙ булғандыр инде, ағыуландым. Иҙән буйлап тәгәрәп йөрөп ауырыйым. Шул саҡта Хоҙай Тәғәләгә ялбарҙым: “Әгәр ошонан тере ҡалһам, бер ҡасан да эсмәйем”. Шул саҡ аҡ болот мине осороп алып китте лә, ниндәйҙер тоннелдән үткәреп, тәүҙә ожмахты күрһәтте. Унда аҡтан ғына кейенгән кешеләр ултыра: ирҙәр бер яҡта, ҡатындар икенсе яҡта. Шул тиклем һиллек, рәхәтлек. Унан тамуҡты күрһәтте. Бар нимә баштүбән әйләнеп тора, ҡап-ҡара, ҡотһоҙ, шул тиклем шөҡәтһеҙ, йөрәкте ҡурҡыу баҫып алды. Унан: “Һинең алдыңда – ике юл. Әгәр бер ҡасан да эсмәһәң, тормошоңда барыһы ла яҡшы буласаҡ. Кире осраҡта үлемең эсеүҙән һәм тиҙ булыр”, тигән тауыш яңғыраны. Мөғжизә инде. Барыһы ла шул тиклем ысынбарлыҡта булды, ул төш түгел ине, тип уйлайым. Ошонан һуң дөрөҫ ҡарарға килеп, тормошом тулыһынса яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе.
– Хыялдарың ҡабул булып, бәхетле йәшәү өсөн нимә эшләргә кәрәк, тип уйлайһың?
– Изгелек эшләргә. Ысынлап та, яҡшылығың әйләнеп ҡайта ул. Беҙ Өфөлә йәшәгәндә, эшһеҙ ҡалып, матди проблемалар барлыҡҡа килгәйне. Шул саҡта беҙгә туған да, таныш та булмаған ҡатын ярҙамға килде. Ул әле лә беҙгә хәстәрлек күрһәтергә әҙер генә тора. Шул саҡ ныҡ уйландым – был бит юҡтан түгел. Ошо хәлдән алда ололарға саҙаҡа итеп күстәнәстәр таратып йөрөгәнем хәтеремә килде. Йәғни, һин яҡшылыҡ эшләйһең һәм уйламағанда, бигерәк тә үҙең ауыр хәлгә ҡалғанда, ул әйләнеп ҡайта. Шуға күрә юғалып ҡалған йә ҡыйын хәлдән сыға алмағандарға “хәйер бирегеҙ” тип әйтәм. Яҡшы йәшәргә теләйһең икән, саҙаҡа тарат, яҡшы эштәр эшлә. Әгәр аҡсаң юҡ икән, кешеләргә башҡа төрлө ярҙам итеп була бит. Был да саҙаҡа. Хатта ихлас йылмайыу ҙа – саҙаҡа.
– Таксиҙа йөрөгәндә һиңә төрлө кешеләр менән аралашырға тура килгәндер.
– Эйе, кешеләрҙең дә төрлөһө була. Кемеһелер маҡтай, кемеһелер, транспорт тығыны арҡаһында һуңлатһаң, әрләп төшөп китә. Ундайҙарға бер ҡасан да ҡаршы һүҙ әйтмәйем. Йылмайып ғәфү үтенәм, кәрәк икән әйберҙәрен тупһаһына тиклем күтәреп алып барып ҡуям. Тынысланып, артабан кәйефе яҡшыра, үҙеңдең дә күңел торошоң тыныс тулҡында ҡала. Беҙҙең халыҡта, таш менән атҡанға аш менән ат, тигән мәҡәл дә бар бит. Минеңсә, шулай йәшәһәң генә донъя йәмле булалыр.
– Ял нисек үтте?
– Бер яҡтан, ике аҙна ял етмәй ҙә ҡала. Икенсе яҡтан, бында булһам да, егеттәрҙең хәлен туҡтауһыҙ белешәм: “һеҙ нисек унда?”, “штурм булдымы?”, “юғалтыуҙар юҡмы?”. Иптәштәр “Һин беҙҙе уйлама, ял ит!” ти. Шулай тип әйтһәләр ҙә, мин – уларҙы, улар мине бик һағынабыҙ. Бер ғаилә булып бөткәнбеҙ бит инде. “Һинең йылмайыуың, шаяртыуҙарың етмәй”, тип әйтһәләр, күңелгә рәхәт булып китә. Беҙ берҙәм һәм шуның менән көслөбөҙ.
– Киләсәккә уй-хыялдарың?
– Минең хыялдар күп бит ул (көлә – автор). Төндә йоҡлағанда баш зыр әйләнеп, киләсәк, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу, тағы ниндәйҙер эш асыу тураһында уйланам. Һуғыш мәңгелек түгел бит. Илебеҙҙең, тыуған еребеҙҙең яҡты, матур киләсәге, аҡыллы һәм инсафлы балалар үҫтереү, кәләш менән бәхеттә генә оҙон-оҙаҡ йәшәү тураһында хыялланам.
– Әңгәмәң өсөн рәхмәт, Артур! Бар хыялдарың тормошҡа ашһын! Беҙҙең ҡайнар сәләмдәрҙе яугирҙәребеҙгә еткер – имен-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.
Гүзәл СӘЛИХОВА әңгәмәләште.
Фото: геройҙың шәхси альбомынан.