Яйыҡ
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
7 Апрель 2025, 13:45

Хәрби ветеран яҙмалары

Хәрби киноларҙы иҫкә алһаң, яраланған һалдат бала саҡтан ошо көнгә тиклем тормошон күҙ алдынан үткәрә. Хатта үҙенсә бәхилләшеп өлгөрә.

Хәрби ветеран яҙмалары
Хәрби ветеран яҙмалары

Хәрби киноларҙы иҫкә алһаң, яраланған һалдат бала саҡтан ошо көнгә тиклем тормошон күҙ алдынан үткәрә. Хатта үҙенсә бәхилләшеп өлгөрә.
Беренсе яра алғанда беренсе уйым - автомат тота аламмы? Сөнки беҙҙе яралыларҙы алып сығырға ебәрҙеләр. Улар беҙгә ышана, беҙ - Хоҙайға. Аллаһҡа шөкөр, алғы һыҙыҡта дүрт айҙан ашыу Хоҙайым-Тәңрем һаҡлап йөрөттө. Шулай ҙа яу ул яу инде. Бер “япраҡ” (“лепесток”) мина табанды сәйнәгән булды. Атлап булмай. Бәләкәй саҡты иҫкә төшөрөп, дүртаяҡландым. Бала саҡ та, йәшлек тә, ғөмүмән, ғүмер иҫкә төшмәне. Юғарыла тимер “ҡоштар” оса. Башта бер генә уй - был ағастан тегеһенә шыуышып өлгөрәмме, юҡмы? Хоҙай барҙыр тимәйем, бар! Хатта эргәгә төшкән “колокольчик”тар шартламай оҙатып ҡалды. Бер йотом һыу әжәл дарыуындай булғанда ярты кәнистр (2,5 литр) һыу табып алдым. Эргәһендә “Командирский” шоколады ла ята ине. Ниңә, Хоҙай күстәнәсе түгелме һуң? Туғыҙ тәүлеккә етмәне, ләкин көс бирҙе.
Уйҙар... Уйҙар бер йүнәлештә. Ағастан - ағасҡа, йотом һыуҙан - йотомға. Был тимер “ҡош” быныһында төкөрәме? Әһә, һыҙғырып килә, тимәк минеке түгел был снаряд. Шулай, көн аша төн, төн аша көн.
Иң аптыратҡаны - ҡоштар тауышы ишетелмәй. Күпме ауылдарҙы үттек, мал да, ҡош-ҡорт та күренмәй. Әллә ҡасып бөткәндәр, әллә ашап бөткәндәр... Шулай, йәмәғәт, хикмәт хәлдәр. (Махсус хәрби операция ветераны Марат Сәғитов яҙмалары)

Автор: Алия Даутова
Читайте нас