Яйыҡ
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
7 Апрель 2025, 13:50

ВСУ-ның ике FPV-дронын атып төшөрә

 Йылайыр районынан махсус хәрби операция яугиры гвардия ефрейторы Павел Голубцов ВСУ-ның ике FPV-дронын атып төшөрә.

ВСУ-ның ике FPV-дронын атып төшөрә
ВСУ-ның ике FPV-дронын атып төшөрә

 Йылайыр районынан махсус хәрби операция яугиры гвардия ефрейторы Павел Голубцов ВСУ-ның ике FPV-дронын атып төшөрә. Уның батырлығы тураһында РФ Оборона министрлығынан хәбәр итәләр.

Оборона ведомствоһы мәғлүмәттәре буйынса, Павел Голубцов хәрби бәйләнеш һыҙығына шәхси составты һәм боекомплект алып бара. Барып етергә бер нисә метр ҡалғас, уның автомобиле дошмандың дрон-камикадзелары һөжүменә дусар була.

Водитель һауа һөжүмен ваҡытында күреп ҡала. Машинаны туҡтатып, Павел Голубцов иптәштәренә урман һыҙатында йәшеренергә ҡуша, ә үҙе дошмандың пилотһыҙ аппараттарына автоматтан ут аса. Башҡорт яугиры беренсе БПЛА-ны бәреп төшөрә, ул һауала шартлай. Һуңынан снайпер пуляһы икенсе «камикадзе»ны ла сафтан сығара.

Павел Голубцов, хәүеф юҡлығына инанғас, хәрәкәтен дауам итә һәм билдәләнгән урынға имен-аман барып етә.

Автор: Алия Даутова
Читайте нас