"Учалинская газета" баҫмаһы «Быуындар Бәйләнеше» акцияһына старт бирҙе. Унда Бөйөк Ватан һуғышында алышҡан олатай-өләсәйәҙәренең эшен дауам итеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ейәндәре хаҡында бәйән ителә.
Был хәтер генә түгел, ә замандың өҙөлмәҫ бәйләнеше тураһында тере шаһитлыҡ. Ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ һәм Ватанға һөйөүҙең быуындан-быуынға тапшырылыу өлгөһө лә.
Акция сиктәрендә махсус хәрби операция зонаһында илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлап, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып алышыусы яугирҙарҙың көндәлек тарихтары урын аласаҡ. Маҡсат аныҡ - еңеүселәрҙең рухы һүнмәүен, ә яңы һынауҙарҙа нығыныуын раҫлау. Бергәләп үткәндәрҙең геройҙарын хөрмәтләү, бөгөн уларҙың эшен дауам итеүселәрҙе данлау. Бергә беҙ - көс!
Фото һәм яҙмаларҙы sim-gazeta@yandex.ru электрон адресына йәки "Бәйләнештә" төркөмөндә "пост тәҡдим итергә" өлөшөнә ебәрергә.