Яйыҡ
+30 °С
Облачно
Геройҙар дәүере
9 Апреля , 09:35

“Бында ҡурҡыуға урын юҡ”

Яҡташыбыҙ “Пумба” 2022 йылдан махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан, оҙаҡламай тағы юлға. Батыр һалдат менән осрашып Тыуған ил алдындағы изге бурыс, ни өсөн МХО-ла ҡатнашырға ҡарар итеүе, “таҫма артындағы” тормош тураһында һөйләштек. Өлөшләтә мобилизация башланғас, саҡырыу ҡағыҙын үҙе барып ала яугир.

“Бында ҡурҡыуға урын юҡ”“Бында ҡурҡыуға урын юҡ”
“Бында ҡурҡыуға урын юҡ”

 

-Улым менән дауаханан ҡайтышлай хәрби комиссариаттан индем дә, исемлектә мин бармы, тип һораным. Бармаҡ менән йөрөтөп фамилиям ҡаршында туҡтап, миңә ҡаранылар. Бирегеҙ, тинем дә, ҡайтып киттем. Ҡасып ҡалыу, ниндәйҙер сәбәптәр эҙләү уйымда ла булманы. Ул мәлдә илдә ниндәй хәлдәр барғанын аңлай инем. Һуғыштың уйын эш түгел икәнен, унда барғас нимә көтәсәген дә күңел һиҙҙе. Ватан саҡырғас, тимәк барырға тейешбеҙ, тип уйланым, - тип һөйләй ул ваҡыттарҙы егет.

Хәрби әҙерлекте Ҡаҙан эргәһендә үтәләр. Армияла пулеметсы булып хеҙмәт иткән яҡташыбыҙҙы пулеметсылар взводына тәғәйенләйҙәр. Взводтары тотошлай тиерлек Учалы егеттәренән тора. Ноябрҙә Луганскийға юлланалар. Кременной эргәһендәге Серебрянск урмансылығын украин боевиктарынан таҙартыуҙа һәм контролдә тотоуҙа ҡатнаша. 100 квадрат километр майҙандағы урманслыҡ РФ Ҡораллы көстәре өсөн стратегик әһәмиәткә эйә була ул мәлдә. “Пумба” Ҡаҙанда бергә хәрби әҙерлек үткән яҡташтарыбыҙ менән бер ротаға эләгә. Ана шул берҙәмлек, бер-береңә ярҙам итеү төрлө ауыр хәлдәрҙе йырып сығырға ярҙам итә. Уның әйтеүенсә, тап һуғышта татыулыҡтың, ирҙәр дуҫлығының, бер икмәкте икегә бүлеүҙең нисек икәнен аңлай. Сит ерҙәге тормош сыныҡтыра уларҙы.

Башта “таҫма артында”ғы тормошто аңлап та еткермәйҙәр. Барыһы ла, оҙаҡламай өйҙәренә ҡайтырға өмөтләнә. Тик улар көткәнсә булмай шул. Тәүҙә шок, ҡурҡыу хисе булыуын да йәшермәй яугир. Һуңынан күнегеп китәһең, ә аҙаҡ инде ул турала уйларға ваҡыт та булмай. Үҙенән-үҙе йәшәү өсөн көрәш башлана,  ҡурҡыу өсөн урын ҡалмай, ти.

-Һалдаттарҙы ҡурҡыныс аҙым һайын һағалап тора. Үҙенән-үҙе инстинкттар эшләй башлай. Быға тиклем хәрби хәрәкәттәрҙә автоматҡа ҡаршы автомат барһа, хәҙер был – роботтар, дрондар һуғышы. Егеттәрҙең 90 проценты дрондарҙан яралана, һәләк була. Миналар ҙа башҡа, уларҙы күреп тә булмай, һаҡланып ҡалыуың да икеле. Ә һуғыш үлемһеҙ булмай, ти яҡташыбыҙ.

Инстинкт тигәндән, шуға бәйле ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәре булғылаған икән яугирҙың.

-2023 йылда разведчиктарҙың үтенесе менән дүрт яуҙаш алғы һыҙыҡҡа ярҙамға киттек. Өҫтән бер туҡтауһыҙ “птичкалар” оса. Маскировка селтәре менән ҡапланған ҡоро траншеяларҙан башҡа йәшеренер урын юҡ. Шул мәлдә рация аша: “Егеттәр, нисек тә булһа бирешмәгеҙ, ныҡ тороғоҙ, “Азов” керҙе (фашистарҙың махсус батальоны), тип хәбәр иттеләр. Таң ата башланы, сәғәт биштәр тирәһендә тороп автоматымды таҙарта башланым. Шул мәл минең менән бергә булған Миндәк егете Денис, йоҡо аралаш: “Пумба”, нимә эшләйең ул, ти. Автомат таҙартам, “азовтар” кергән тип әйтәләр ҙә, атышырға тура килһә, тип яуаплайым. Юҡты һөйләмә, “не каркай” тип был. Мин артабан эшем менән булам. Түҙмәне, биш минут үттеме юҡмы, һикереп торҙо ла, “Йән көйҙөргөс кеше инде һин”, тип автоматын алып таҙарта башланы. Таҙартып бөткәс, Денис кире ятты, мин ҡоро паекты асып ҡапҡыларға булдым. “Шоколад ашайыңмы?”, - тип һорайым, “Юҡ”, ти. Шым ғына эргәһенә килеп, кетерләтеп шоколад кимерә башланым. Денис түҙмәне, “Ҡая, бир инде”, - тип үҙенә лә шоколад һорап алды. Ошо көндө сәғәт өстә “Азов” атакаһын башланы, көслө атыш булды. Шулай ҙа бер нимәгә ҡарамай позицияны тотоп алып ҡалдыҡ. Бер аҙҙан ротация эшләнеләр, беҙҙе алыштырҙылар. Бер аҙна мунса күргән юҡ ине, учалылар ебәргән мунсала рәхәтләнеп йыуышып, таҙарынып блиндаждарға төштөк. Йоҡларға ғына ятҡайныҡ, юрамал автоматымды алып таҙарта башлағайным, Денис ҡысҡыра, “Пумба”, ырғыт ул автоматыңды, иртән таҙартырһың, тип. Шунан һуң үҙемдә ниндәйҙер һиҙемләү тойғоһо барлығын аңғарып ҡалдым. Барыһы ла тыныс кеүек, әммә атыш булыр булһа, ҡул үҙенән-үҙе автомат таҙартырға ынтыла ине. Һәм ысынлап та шулай була ине, - тип һөйләй егет.

Алғы һыҙыҡтан икешәр ай сыҡмай ултырған мәлдәре була. Әлбиттә, аҙыҡ-түлек килтереп еткереү менән дә өҙөклөктәр була. Шунһыҙ булмай. Быны ҡабул итергә һәм аңларға кәрәк. Һалдаттарға икешәр, өсөшәр булып ике километр ара үтеп үҙҙәренә продукцияны ылауҙан ҡаршы барып алырға тура килә.

Йәшермәй, инде үлдем тигән саҡтары ла күп була уның. Учалынан “Малой” һәм “Раша” менән заданиеға барғанды бөгөнгөләй хәтерҙә уның. Был турала тыныс ҡына һөйләй алмай яугир, сөнки дуҫтарының икеһе лә бөгөнгө көндә мәрхүм. Ирҙәр иламай, ти. Юҡ! Илайҙар икән ул. “Пумба”ның улар менән үткән яу юлдарын һөйләгәндә күҙҙәрендәге әсе күҙ йәштәрен күрмәү мөмкин түгел. Йылмайырға тырышһа ла, эсе тулы һағыш. Иң ауыры яҡын кешеләреңде юғалтыу, ти Егеттәрҙең үлемен бик ауыр кисерә...

-Йыраҡ түгел ауылдағы тыҡырыҡты алыу өсөн янындағы буш өйҙә позицияға урынлашырға тигән приказ булды.  Ауыл тигәнең дә исеме генә, шартлатылып, аҫты-өҫкә килгән. Имен ҡалған йорттар юҡ тиерлек. Шул өйҙәрҙең береһендә дошман пулеметсыһы ултыра, үтермен тимә, күптәрҙе ҡырып һалды. Ә беҙгә асыҡ юлдан өйгә тиклем сама менән 80 метр йүгереп барырға кәрәк. “Пулеметсы беҙгә барырға ирек бирмәй”, тип хәбәр ебәрәм рация аша. “Пумба”, әлегә өйҙә береһе лә юҡ, урынлашып ҡалырға кәрәк, тиҙәр теге оста. Үлһәң үләң, әммә приказды үтәргә тейешһең, башҡа сара юҡ. Биш минуттан һуң ҡуҙғалдыҡ. Йән-фарман йүгерәбеҙ, үҙебеҙ аптырайбыҙ, пулеметсы ниңә беҙгә ҡаршы атмай икән тип. Әллә абайламай ҡалды. Беҙгә шул мәлдә ниндәйҙер көс килгәндәй булды, бер ниндәй ҡурҡыу хисе белмәй, асыҡ юлдан һыпырттабыҙ ғына. Әйткән өйгә өсөбөҙ өс яҡтан бәреп барып индек. Ә унда хохолдар ултырған. Атыш башланды, тегеләр газ ебәрҙеләр күрәһең, төтөн күтәрелде, бер нимә лә күренмәй, күҙҙән йәш аға. Бер мәл күҙемде асһам, маңлайға автомат терәлгән. “Бөттө, үлдем”, тигән уй мейене телеп үтте. Шул саҡ кемдер атты, дошман автоматы менән артҡа йығылды. Ҡараһам, “Малой” кереп бара. “Брат, рәхмәт”, тим, үҙем тере ҡалыуыма һаман ышанып бөтмәйем. Был өйҙә ҡалып булманы, артиллерия утҡа тота башланы. Ҡайҙа ҡасып ҡотолорға? Урман йыраҡ, эргә-тирәләге өйҙәрҙә лә хохолдар ултыра, унда ла атыш бара. Был тыҡырыҡ беҙҙең өсөн бик мөһим ине, уны алһаҡ, техникаға ҡаршылыҡһыҙ йөрөргә юл асыласаҡ. Тыҡырыҡ өсөн бер аҙналай ҡаты алыш барҙы, күптәр башын һалды унда.

Пулемет уты аҫтында ахырҙа беҙгә артҡа сигенергә тура килде. Тағы 30 метрҙай араны йүгерергә кәрәк. Етмәһә, йәнде көйҙөрөп аяҡ кейеменең бауы сиселде. Хәҙер баҫһам, абынып йығылам, тип саҡ йүгереп китеп барам. Минең арттан “Малой” менән “Раша” килә. Бер мәл “Раша” ҡысҡыра, “Пумба”, туҡта, тип. Әйләнеп ҡараһам, “Малой” ята, бөттө, үлде, икән тим. Пулеметчик яғына ата-ата эргәһенә сүгәләнем. Шул саҡ, башҡа шаҡ итеп, автомат тейеп ҡалды. Бәй, күтәрелһәм, теге икәү минән дә алда саптырып китеп баралар. Көс-хәлгә барып етеп, асыҡ подвалға һикереп төштөк. Бер аҙ тынысланғас, әллә пуля тейҙеме, тип  “Малой” ҙан һорайым, юҡ, ауыр булғас, сумкамды сисеп бәреп китәйем, тип уйлағайным, тигәс, көлә башланыҡ. Бер-нисә минут элек бер ҙә ҡыҙыҡ түгел ине, кәнишнә. Был подвалда ла оҙаҡ ултырманылар. Хәл алып та өлгөмәнек, өҫтән дрон выжлай башланы. Беҙҙе прицелға алғандарын аңланыҡ, бөттә баш былай булғас... Шартлау яңғыраны, дрон ишекте тишеп тә ҡуйҙы. Биш минут үтмәне, икенсеһе шул тишектән килеп тә керҙе. Нисек ул бәләкәй генә тишектән инә алғандыр? Тағы  шартлау... Ҡолаҡты ҡапланым да ултырам, күҙҙе асһам, ҡап-ҡараңғы. Үлеме, тереме икәнемде аңламайым. Әҙерәк иҫемә килгәндәй булдым. Үҙемде ҡапшайым, йә Хоҙай, теремен. "Раша" менән "Малой"ҙы ла күргәс еңел һулап ҡуйҙым. Шул мәл “Раша”: “Нимә эшләйҙәр ул?”, - тигән була дрондарға ымлап. Беләбеҙ бит инде нимә эшәлргә йыйынғандарын. Һүҙ булмағанда һүҙ булһын, тип һорауы. “Ҡаян беләйем”, - тим, шулай ҙа. “Әйҙә ҡасайыҡ”, - ти. Ҡасмай ҡая бараһың инде, күрәләтә үлеп ятып булмай ҙа инде. Тороп сыға ғына башлағайным, ни күрәм, икеһе лә брониктарын сискән. Ниңә систегеҙ, тиһәм, эҫе лә һуң, тиҙәр. Кейегеҙ шәберәк, тип ашыҡтырам тегеләрҙе. Ишетәм, тағы бер дрон һөжүмгә әҙерләнә, мең бәлә менән йәһәт кенә сығып ҡаршылағы өйгә йүгерҙек (өй тигәнең ярым емерек, подвалы бар). Ишек асылды ла, гражданский берәү, егеттәр, әйҙәгеҙ бында, тип саҡырҙы. Һуңынан уның 60 йәшлек Сергей Васильич икәнен белдек. Ҡатынын балалары менән һуғыш башланғансы Көнбайыш Украинаға оҙатҡан да үҙе бында ҡалған. Ихлас күренһәләр ҙә, украиндарға ышаныс юҡ. Подвалда алты кеше ултырабыҙ, тын алыуы ауыр. Төндәр буйы бер-беребеҙҙе һаҡлап автоматҡа йәбешеп уяу булырға тура килде. Һинең алдыңда йылмайып-көлөп, артыңа бысаҡ ҡаҙарға ла күп һорамайҙар улар, күп егеттәребеҙ ошо арҡала уларҙың ҡулынан һәләк булды.

Аҙналап йүнләп һыу эскән юҡ ине, һыу эсеп туйып булмай. Аҙаҡ бүреләй асыҡҡаныбыҙҙы тойҙоҡ. “Ашарға нимә бар?”, - тип һорайбыҙ. Ҡарт ҡасандыр ҡатыны эшләп ҡалдырған тоҙламаларын сығарҙы. Банкалағы ҡыярҙы асып һоғона башланыҡ, ашап туйып булмай бер нисек тә. Уның тәме әле лә тел осонда тора.

Бер көн тышта нимәлер ҡыштырлаған кеүек, автоматты алдым да сыҡтым. Әһә, кемдер йөрөй. Беҙҙекеләрме, дошманмы? “Казань, Казань”, тим шыбырлап. Ишетәм, “Москва, Москва”, тип яуаплай теге. Был беҙҙең үҙ-ара паролдәр. Сыҡтым, танк дивизияһынан яугир. Үҙегеҙгә индерегеҙ әле, ти. Шул саҡ Васильич сыҡты ла, ҡаршылағы минең аласыҡҡа бар, тине.

Рация аша урынлаштыңмы юҡмы, нимә эшләйең, тип теге менән хәбәрләшәбеҙ. “Урынлаштым, яҡшы, тушенка ашайым”, ти. Беҙҙең китте күҙҙәр янып, Васильичҡа ямяан итеп ҡарап ебәрҙек. Йәнәһе, берәү рәхәтләнеп тушенкалар ашап ята, ә беҙ ҡыяр кимерәбеҙме? Һуң, дрондар оса бит, нисек сығырға әйтәгеҙ, тигән була. Беҙгә ни булыуын булһын, һә тигәнсе “Малой” бер сумка польский тушенка, консервалар, ветчиналар алып та килде. Поляктар гуманитарка килтергән ваҡытта күп итеп алып ҡалған икән Васильич, - тип һөйләй яугир күргәндәрен.

Яҡташыбыҙ бөгөнгө көндә элемтәсе булып хеҙмәт итә. Һуғыш яланында элемтә, интернет бәйләнеше булдырыу бурысын үтәй. Үның менән бергә Учалынан дүрт егет бергә хеҙмәт итәләр. Башҡа взводттарҙан килгән һәр кеше, “Командирығыҙ ҡалай үҙенең башҡорттарын ғына йыйған?” – тип көнләшеүҙәрен дә белдермәй ҡалмайҙар икән.

-Егеттәр менән туйғансы башҡортса һөйләшәбеҙ. Бер мәл заданиеға сыҡҡайныҡ, водитель дә башҡорт. Рәхәтәләнеп үҙебеҙсә һөйләшәбеҙ, көләбеҙ. Беҙҙең менән рус егет лә бар, тыңлап бара торғас: “Миңә лә һөйләгеҙ әле, мин дә көләйем”, - тигән була, - тип көлә яугир.

Яуҙаштары менән бер бер туғандарға әйләнеп бөткәндәр. Ялға ҡайтҡас та, үҙенә урын таба алмай, улар өсөн борсола, шылтыратып хәлдәрен белешеп тора.

-Ниндәй генә хәлдәр булмаһын, һин үҙеңде түгел, башҡаларҙы уйлайһың. Үлемдән ҡурҡыу хисе лә юғала. Әгәр егеттәргә берәй хәл булһа, иң элек уларҙы алып сығыуҙы ҡайғыртаһың. Бер яҡтан, ҡайтаһы килә, икенсе яҡтан, егеттәр шунда ҡала. Махсус хәрби операция кешеләрҙең берҙәмлеген һынаны. Тылдағыларҙың да, ундағыларҙың да кемлеген күрһәтте. Күп егеттәр ғүмерҙәре менән түләне, күптәре аяҡһыҙ, ҡулһыҙ ҡайтты, сәләмәтлектәрен юғалтты. Шуларҙы уйлаһаң, тыныс тормошта йәшәп тә зарланыусылар өсөн бер аҙ оялып та ҡуяһың, - ти ул.

Күрһәткән батырлыҡтары өсөн яугир “Жуков”, “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән.

Алда нимә буласағын, нимә көтәсәген белмәй сығып киттеләр ир-егеттәребеҙ. “Пумба” киләсәккә пландар ҡормай, уға бөгөнгөһө ҡәҙерле.  Яҡындары эргәһенә ҡыҫҡа ваҡытҡа булһа ла ялға ҡайта алыуына шатлана. Бында уны ата-әсәһе, ҡатыны, өс улы, туғандары, яҡындары көтә. Кинйәһе – Хоҙай бүләге, яугир мобилизацияланып хәрби әҙерлек үткәнендә ҡатыны шылтыратып атай буласағын һөйөнсөләй. Тормошоноң әлеге рәхәт осоро уға йәшәү көсө бирә. Яҡындарыңды күреп, улар менән аралашыу оло бәхет, ти.

Әлиә ДАУЫТОВА.

 

 

  

 

 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас