Яйыҡ
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ҡар бураны уйнатты ҡышҡы ат сабыштары

Ошо көндәрҙә Сәфәр ауылында ҙур сара - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вафат булған яҡташтарға арналған ат сабышы үтте. Уны Сәфәр ауылынан Илнур Хисмәтов һәм ауыл советы хакимиәте ойошторҙо. Район башҡорттары ҡоролтайы һәр яҡлап булышлыҡ итте. Ауыл биләмәһе халҡы ла был идеяны әүҙем хуплап ярҙамлашты.

Ҡар бураны уйнатты ҡышҡы ат сабыштары
Ҡар бураны уйнатты ҡышҡы ат сабыштары

Бөйөк Ватан һуғышында ла, әле барған махсус хәрби операция барышында ла, тыныс хеҙмәттә лә - сәфәрҙәр батырлыҡ өлгөһө булып торалар, шуғалыр ҙа Сәфәр ауылын - геройҙар ауылы тип йөрөтәләр.

Ошо көндәрҙә Сәфәр ауылында ҙур сара - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вафат булған яҡташтарға арналған ат сабышы үтте. Уны Сәфәр ауылынан Илнур Хисмәтов һәм ауыл советы хакимиәте ойошторҙо. Район башҡорттары ҡоролтайы һәр яҡлап булышлыҡ итте. Ауыл биләмәһе халҡы ла был идеяны әүҙем хуплап ярҙамлашты.

Бөгөн матур  йолаға әйләнгән сараны тамаша ҡылырға күрше ауылдарҙан, райондарҙан, ҡалаларҙан бик күп ҡунаҡтар, көйәрмәндәр  йыйылды. Уҙыштарҙа Учалы, Баймаҡ, Әбйәлил райондарынан һәм Силәбе өлкәһенән һыбайлылар ҡатнашты. Ҡышын үткәрелгән ат спорты ысын мәғәнәһендә, ҙур тамашаға әүерелде. Сара Сәфәр ауылы эргәһендәге яланда үтте. Байрам үтәсәк урынды алдан уҡ ҡарҙан таҙартып, гөрөп ҡуйғандар. Көн һалҡынса булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ күп килгәйне. Ҡаҙандарҙа йылы ҡорбан ашы бешә ине.

Ауыл хакимиәте башлығы Фрунзе Юртаманов сараны асып изге теләктәрен, ҡотлауҙарын еткерҙе.

- Сәфәр ауылында элек-электән бик әүҙем халыҡ йәшәй, тырышып донъя көтәләр, спортта ла һынатмайҙар, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашалар, еңеүҙәр яулайҙар. Киләсәктә ошондай уйындар йышыраҡ үтер, тип ышанабыҙ. Шулай уҡ бағыусыларыбыҙға күрһәтелгән ярҙам өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, - тине Фрунзе Талха улы.

Ғәҙәттәгесә, сараны йәш һыбайлылар сабышы асты. Улар пони аттарында ярышты. Дистанция 300 метр. 3-сө урында йәш һыбайлы Умар Хисмәтов. 2-се урынға Вәкил Хисмәтов лайыҡ булды. Бәйгенең еңеүсеһе - “Муни” исемле малҡайы менән Айнур Хисмәтов.

Икенсе сабышта 1300 метр дистанцияла ике йәшкә тиклемге төрлө тоҡомло аттар ярышты. 3-сө урынды Тимур Уразов (хужаһы Рәхмәтуллин Н., Ҡарт Муйнаҡ ауылы) алды. 2-се урынға Батыр Хисмәтов сыҡты (хужаһы Хисмәтов И., Сәфәр ауылы). 1-се урынға Илназ Мостафин (хужаһы Әхмәров Р., Баймаҡ районы, Темәс ауылы) лайыҡ булды.

Өсөнсө сабышта өс йәштән өлкән таҙа тоҡомло юртаҡтар 3900 метр дистанцияға ярышты. Был юлы “бронзаны” Максим Камалов (хужаһы Егор Северюк, Силәбе өлкәһе) алды. Икенсе урында - Батыр Хисмәтов (хужаһы Хисмәтов И.). Бәйгенең еңеүсеһе - Илнур Хисмәтов.

Артабанғы сабышта башҡорт тоҡомло аттар 5200 метр дистанцияға ярышты. Был бәйгелә өсөнсө урынды Михаил Усов (хужаһы Р. Фәзлетдинов, Яңы Байрамғол) алды. Икенсе урын Илназ Мостафинда (хужаһы Р. Фәзлетдинов). Беренсе урынды Айрат Һөйөндөков яуланы (Ғөбәйҙуллин И., Илтабан ауылы). 

“Оло бәйге” ат сабыштарының тулҡынландырғыс мәле. Бында төрлө тоҡомло, иң сыҙамлы юртаҡтар 6500 саҡрымға ярышты. “Оло бәйгенең” “бронза” миҙалы - Нәзир Хәмбәлиевта (ат хужаһы Хәмбәлиев Н.). “Көмөш” миҙал Максим Камаловҡа эләкте. Еңеүсе исемен Батыр Хисмәтов алды.

Беренсе урынға 10, икенсегә - 7, өсөнсө урынға 6 меңешәр һум аҡсалата приз ҡаралған ине. Пониларҙа сапҡан малайҙар ҙа 3000, 2000,1000 һәм 500 һум алып ҡыуандылар.

Ярыштар тамамланғас, махсус хәрби операция зонаһында Ватанды һаҡлаған яугирҙарыбыҙ именлегенә ҡорбан йолаһын үткәрелде, доға ҡылынды. Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ булһын, ир-егеттәр иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын, тигән теләктәр теләнде.

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас: