Өс тәүлек дошман уты аҫтында шыуыша
Башҡортостан яугире МХО-ла яраланғандан һуң мөғжизә менән иҫән ҡала. Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәрипов социаль селтәрҙә «Карат» позывнойлы уның батырлығы хаҡында хәбәр итте.
"Карат" өс тәүлек буйына дошман дрондарынан һаҡланып, үҙебеҙҙекеләргә табан шыуыша. Уға балалар, ғаилә һәм тыуған ер тураһында уйҙар көс өҫтәй. Яҡташыбыҙҙың тарихы - ихтыяр һәм рух көсөнөң ысын өлгөһө", - ти Рөстәм Шәрипов.
"Дрондар һөжүме дауам итә. Мин ағас аҫтындағы соҡорға йәшерендем. Ҡараңғы төшөүен көтөп, позицияларға табан шыуыша башланым. Эвакуация төркөмө мине унан алып сыға алманы. Һәм шулай өс тәүлек буйына дошман уты аҫтында шыуыштым. Икенсе тәүлектә минең һыуым һәм ризығым бөттө. Уйым бер генә ине: иҫән ҡалыу һәм балаларым янына ҡайтыу. Минең өс балам бар", – ти яугир.
Хәрби хеҙмәткәр дауаланыу үтә, тиҙҙән йәнә фронтҡа юлланасаҡ. Хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн "Карат" III дәрәжә «Сик буйы хеҙмәте отличнигы» билдәһе менән бүләкләнгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
Өфөлә "Төнъяҡ амурҙары" исеме аҫтында граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Хәҙер РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй: быларҙың барыһын да бер урында һәм тәүлек эсендә эшләргә мөмкин.
Пунктты Өфө, Элеватор урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан "Черемушки" һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында астылар. Ул ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә, Тирмән комбинаты районында урынлашҡан. Үҙәккә Башҡортостандан да, башҡа төбәктәрҙән дә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләгән 18-65 йәшлек ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың теркәлеү урыны иҫәпкә алынмай.Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, ғаиләгеҙ, белемегеҙ тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН алырға кәрәк.
Үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттарҙың мөмкин тиклем тиҙерәк медицина комиссияһын үтеү, анализдар тапшырыу, документтарын тәртипкә килтереү, кәрәк булғанда "Мир" банк картаһын алыу мөмкинлеге бар. Тап ошо картаға бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм эш хаҡы киләсәк. Шулай уҡ бында төндө үткәреү өсөн номерҙар фонды, өс тапҡыр ашатыу хеҙмәте ҡаралған. Былар барыһы ла бушлай. Үҙәктән граждандар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә.
Эш хаҡын иҫәпкә алғанда, түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 4 820 000 һум тәшкил итәсәк.
Башҡортостан контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ.
Кәримә УСМАНОВА әҙерләне.