Бөгөн бөтә район халҡы ил һаҡларға алынған ир-егеттәр өсөн кәрәкле әйберҙәр әҙерләй. Ошо көндәрҙә Амангилде ауылы биләмәһе халҡы хәрби операцияға сираттағы ярҙам әҙерләне. Уны “Әхирәттәр” фольклор коллективы ойошторҙо. Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы клубында кемдер һалдаттар өсөн эске кейемдәр текте, берәүҙәр “ҡоро душ” әҙерләне, ҡайһылар кәрәк-яраҡтар хәстәрләне. Ауыл хакимиәте, мәктәп, китапхана, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, вайымһыҙ булмаған ауыл ҡатын-ҡыҙҙары, пенсионерҙар, махсус хәрби операцияла булған егеттәрҙең әсәләре изге башланғысты хуплап, сауаплы эшкә тотондолар. Осрашыуға саҡырылған күрше ауыл активистары өсөн танып белеү экскурсияһы үткәрелде. Экскурсия барышында “ҡоро душ” әҙерләү этаптары, Илизаров аппараттарында госпиталдәрҙә дауаланған яралы һалдаттар өсөн махсус эс күлдәге, бейәләйҙәр, ойоҡбаштар тегеү үҙенсәлектәре күрһәтелде. Ойоштороусылар ҡунаҡтар менән гуманитар йөк әҙерләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты һәм кәңәштәр бирҙе.
“Ҡоро душ” оҙаҡ ваҡыт хәрби заданиела булған, һыу һәм йыуғыс менән йыуынырға мөмкинлеге булмаған һалдаттарҙы ҡотҡарыу өсөн тәғәйенләнә. “Ҡоро душ” өсөн нигеҙ итеп дорнит алына. Был туҡыма үҫентеләр өсөн йылытҡыс булараҡ ҡулланыла һәм дымды яҡшы тота. Дорнит киҫәктәренә 23 миллиметр гипоаллерген гель һалалар, һуңынан пакетҡа төрөп, унда бер тапҡыр ҡулланыла торған таҫтамал һалына. Һалдатҡа гель менән туҡымаға 50 мл һыу өҫтәп, ялан шарттарында тәнде таҙартыу өсөн ҡуйы күбек алыу етә. Ә һуңынан таҫтамал менән һөртөргә кәрәк. Бер киҫәк дорнит менән гель душты тулыһынса ҡабул итеүҙе алмаштыра. Был препарат бысраҡты һәм машина майын яҡшы алып ташлай. Әммә ҡоро душ оҙайлы ваҡытҡа тулы ҡиммәтле йыуыуҙы алмаштыра алмай. Ике аҙнанан ысын душ алырға кәрәк.
Бәләкәй Ҡаҙҙаҡҡол мәҙәниәт йорто мөдире Гөлнара Исламова һүҙҙәренән, өлөшләтә мобилизация иғлан ителеү менән ауыл халҡы гуманитар ярҙам әҙерләүгә тотона. Мобилизацияланған биш егетте аят уҡытып, ауыл менән оҙатып ҡалғандар. 2022 йылдың 1 октябрендә үк юлдағы һалдаттарға мәҙәниәт йортонда ҡорбан салынған. Шул ваҡыттан алып ҡорбандар гел салынып, аяттар уҡытылып тора. Ауыл халҡы яңы 2023 йылды ҡаршылауҙан, күңел асыу сараларынан ваз кисеп, Яңы йыл маскарады урынына мәктәп залында йөҙгә яҡын кеше саҡырып, ҡорбан ашы ойошторалар. Быйыл Ватанды һаҡлаусылар көнөндә лә ҡорбан салырға ниәт иткәндәр.
-Ауылыбыҙ халҡының ярҙамын һанап бөтөрөрлөк түгел. Аҡса йыйыу булһынмы, кәрәкле әйберҙәр алыу, аҙыҡ-түлек бешереп ебәреүме, тегенеү - бер кем дә ситтә ҡалмай. Ауылыбыҙ ҙур, берҙәм, шуға күрә егеттәргә ярҙам итеүе еңел бирелә. Ғәлиәхмәр, Амангилде, Сораман ҡатын-ҡыҙҙары маскировка селтәрҙәре бәйләй, Көсөк-Маяҡтан мендәрҙәр тегәләр. Һуңғы ваҡытта гуманитар ярҙамды ике йүнәлештә ойошторҙоҡ: беренсеһе - алғы һыҙыҡта булған егеттәребеҙгә булһа, икенсеһе - госпиталдәрҙәге яралы яҡташтарыбыҙға. Һәр гуманитар ярҙамды адреслы итеп ебәрергә тырышабыҙ. Был уларға тәүәкәллек, рухи көс өҫтәһен, тиҙерәк тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыу өсөн ышаныс бирһен. Беҙ уларҙы яратабыҙ, доғалар ҡылабыҙ һәм көтәбеҙ. Әүҙем ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, - тине мөдир.
Гөлнара Исламова һүҙҙәренән, улар тәүге осорҙа маскировка селтәрҙәре үргәндәр, блиндаж шәмдәре эшләгәндәр, ойоҡбаштар бәйләгәндәр. Шунан һуң интернеттан ҡарап, өйрәнеп, “ҡоро душ” эшләргә оҫтарып алғандар. Яңы йыл алдынан 750 дана “ҡоро душ”ты махсус хәрби операцияһы зонаһына оҙатҡандар ҙа инде. Шулай уҡ яраланған һалдаттаға эс күлдәктәре тегергә өйрәнгәндәр. Был һорау менән уларға Силәбе һәм Курск хәрби госпиталдәренән табиптар мөрәжәғәт иткән. Күлдәктәр тегеү менән Сәбилә Нәҙершина һәм Фәриҙә Дәүләткирәева айырыуса актив шөғөлләнә. Улар өйҙәрендә бесеп, әҙерләп ҡуйған туҡымаларҙы ауыл ҡатын-ҡыҙҙары буш ваҡыттарында тегергә ярҙам итәләр. Аяҡтарын, ҡулдарын юғалтҡан егеттәр өсөн махсус башалтайҙар һәм бейәләйҙәр ҙә әҙерләйҙәр. Был ярҙамды улар Силәбе һәм Курск ҡалаһындағы ике хәрби госпиталгә ебәрәләр. Курск госпиталендә посылканы Евгения Борисовна исемле шәфҡәт туташы ҡабул итеп ала. Посылкаға табиптар һорауы буйынса күпселек осраҡта һеңдереүсе яҫтыҡтар, эвакопоездарҙағы ауыр яралы һалдаттар өсөн кәрәкле әйберҙәр һатып алып ебәрәләр. “Рәсәй почтаһы” госпиталдәргә ярҙамды бушлай ташый.
-Егеттәребеҙ ялға ҡайтҡан саҡтарында ауыл менән ҡаршы алабыҙ. Балалар ҙа уларҙы түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Андрей Хмыров ялға ҡайтҡанында бала-сағаға күстәнәстәр таратты, Озерный ауылынан осрашыуға тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәресе уҡытыусыһы Нәҡип Әйүпов килтергән автоматтарҙы һүтеп-йыйырға өйрәтте, махсус хәрби операциялағы хеҙмәте, иптәштәре тураһында һөйләне.
Миндәк ауылының күп функциялы клубында ла яугирҙарыбыҙ өсөн гуманитар посылкалар әҙерләү буйынса эш дауам итә. Урындағы халыҡ көндәлек эштәрҙән буш ваҡытта клубҡа хәрби техниканы һәм блиндаждарҙы маскировкалау өсөн селтәрҙәр бәйләргә килә. Селтәр эшләү өсөн йыл миҙгеленә ярашлы һайлап алынған төрлө төҫтәге туҡыма ҡулланыла. Ауыл китапханаһында яугирҙар өсөн окоп шәмдәре һәм «ҡоро душ» етештереү ойошторолған. Дөйөм көс менән Миндәктән махсус операция зонаһына 3/6 м ҙурлыҡтағы 23 маскировка селтәре, 380 окоп шәмдәре һәм 800 комплект «ҡоро душ» тапшырылған.
Ирекмән Розалия Ҡунаҡбаева гуманитар ярҙамды бер нисә тапҡыр хәрби махсус операция зонаһына үҙе барып ауылдаштарына тапшырған.
-Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы класташым ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәс, беренсе тапҡыр уҙған йылдың сентябрендә юлға сыҡтым. “Хәмзә” һәм “Шул” позывнойлы егеттәргә ярҙам илттем. Шунан һуң тағы алты тапҡыр барып ҡайттым. Үҙем автомобиль йөрөтәм, тормош иптәшем, балаларым, әсәйем минең был изге ниәтемде аңлап ҡабул итәләр, - тип һөйләне Розалия.
Ауыл уңғандарын ҙур ярҙамдары өсөн район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Шәғәлина тәбрикләп, Рәхмәт хаты тапшырҙы. Розалия Ҡунаҡбаева хәрби частың гвардия полковнигы Сергей Нижниктың Рәхмәт хатын алды. Ауыл халҡы ла гуманитар ярҙам йыйыуға тос өлөш индерә. Кемдер аҡсалата ярҙам итһә, хаҡлы ялдағылар мәҙәниәт йортона килеп селтәр үрә, йөн ойоҡтар бәйләй, “ҡоро душ”, окоп шәме эшләй.
Миндәк ауылы ағинәйе Рәйҙә Хабрахманованың кесе ейәне Тимур Хәйруллин махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булды, олоһо яраланып ҡайтҡан. 80 йәшлек инәй ҙә яуҙағыларға ярҙам йөҙөнән мәсеттә ағинәйҙәр менән берлектә һалма ҡырҡырға йөрөй. Иң мөһиме, ихлас йөрәктән, изге теләктәрен теләп, доғаларын уҡып, күңел йылыһын биреп башҡара улар.
Ә Ҡобағош ауылында "Һәр аҙым - Еңеүгә!” тип исемләнгән Афған һуғышында һәләк булған Рәфис Шакиров иҫтәлегенә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған саңғы ярышы үтте. Ойоштороусылар клуб мөдире Зөлфиә Ғаззалова етәкселегендә ҡыҙыҡлы һәм бай программа әҙерләгән ине. Сараға төрлө йәштәге ауыл халҡы йыйылды. Иң йәш саңғысы алты йәшлек Амелия Ҡунаҡбаева булһа, ә иң тәжрибәле ҡатнашыусы булып 66 йәшлек Вәкил Бикташев сыҡты. Фиништан һуң бөтәһен дә ҡайнар сәй һәм тәмлекәстәр көтә ине. Ярыштың бағыусыһы - шәхси эшҡыуар Рәшит Ҡауыев.
Ҡобағош ауылы клубында ла шулай уҡ яугирҙарыбыҙ өсөн йыш ҡына гуманитар ярҙам йыйыу ойошторола. Ауыл активистары бында кәрәк-яраҡ килтерә, йыйылып һалма ҡырҡа, быҡтырылған ит әҙерләй, селтәр үрә. Саңғы ярышынан һуң да Зилә Шакирова, Рушания Нәжметдинова, Венера Мәғәфүрова, Асия Фәзлетдинова, Зифа Бирғәлиналар һалма ҡырҡырға йыйылдылар. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар 11-се селтәрҙәрен үреп бөтөп ҡуйҙы.
-Берҙәмлектә - беҙҙең көсөбеҙ икәнлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбат иткән файҙалы эш был. Донъяларыбыҙ имен, ғаиләләребеҙ теүәл булып, егеттәребеҙҙең имен-һау, сәләмәт үҙ ғаиләләренә ҡайтыуын теләйбеҙ. Был ярҙамды беҙ ысын күңелдән, намыҫ менән башҡарабыҙ. Тыуған яҡтан килгән ярҙам, һис шикһеҙ, һалдаттарыбыҙға ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға көс-дәрт өҫтәр, күңелдәренә йылы нур һибер, - тине ҡатын-ҡыҙҙар.
Күмәкләгән - яу ҡайтарған, ти халҡыбыҙ. Ихлас күңелдән йыйылған, әҙерләнгән ярҙам саралары егеттәребеҙгә имен-аман барып етһен, уларҙың көнкүрешен еңеләйтһен һәм еңеүгә өлөш булһын.