Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Барыһы ла Еңеү өсөн
13 Февраль 2025, 03:40

“Бер ярҙам да артыҡ түгел!”

Әлиә Мәсәлимова: "Мөмкин булһа, үҙем дә пулеметсы булып яҙылыр инем!"  Ул ойошторған “Бөтәһе лә еңеү өсөн” төркөмөнөң  бәйләнеш өсөн телефоны - 7 965 942 00 65 

“Бер ярҙам да артыҡ түгел!”“Бер ярҙам да артыҡ түгел!”
“Бер ярҙам да артыҡ түгел!”

Алтынсәс, Мөхибә, һәйәрбикә.... ирҙәре менән яу сапҡан ҡатын-ҡыҙҙар тураһында легендаларҙан беләбеҙ. Беренсе Ватан һуғышында Наполенон ғәскәренә ҡаршы (ул ваҡыттағы әлеге Евросоюз инде!) алышҡан Йәнтүрәне нәҡ хәләл ефете ҡотҡарып ҡалыуы тарихта теүәл теркәлгән.  Разведкаға ебәрелгән аҙ һанлы башҡорт һыбайлыларына дошман һөжүм итә.  Тиңһеҙ алышта Йәнтүрә яраланып, аңын юғалтҡан килеш әсирлеккә алына. Шөкөр, ҡатыны ҡойолоп ҡалмай, казактарҙы килтереп, француздарҙың үҙҙәрен әсир итәләр.

 Заманалар икенсе, һуғыш үҙенсәлеге  ҡырҡа үҙгәрҙе хәҙер, бер кемгә лә ире артынан йөрөргә рөхсәт ителмәй. Әммә тормош иптәштәренә тоғро, шул уҡ ваҡытта сая һәм тәүәккәл һылыуҙар булышлыҡ итеү өсөн бары әмәлен таба.

Учалы районы башҡорттары ҡоролтайында Әлиә Мәсәлимованың хис-тойғоларҙан тамағы быуылып, шым ғына : “....Фронттағыларға бер төрөлө ярҙамыбыҙ ҙа артыҡ түгел, һүҙемә ышанығыҙ ҙа ҡуйығыҙ...”, -  тигәне оҙон, камил һәм тәрән йөкмәткеле телмәрҙәрҙән дә  нығыраҡ тетрәндерҙе!   Ошо көндәрҙә хәҙер инде 6-сы тапҡыр хәүефле сәфәргә сығырға йыйынған ҡатын күҙ йәштәре аша әйтә бит!

Ул үҙе Ҡоҙаш ауылынан.  Атаһы Рәмил Рәүеф улы Дәүләтшин хаҡлы ялға сыҡҡансы механизатор эшендә йәрәй, әсәһе Фәнүзә Вәкил ҡыҙы Сиражетдинова -  санитарка, почтальон булып хеҙмәт иткән.  Биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр: дүрт ул һәм кинйә ҡыҙыҡай.

Әлиә Рәмил ҡыҙы, күҙ теймәһен,  төҫ-ҡиәфәт, дәрт-дарман буйынса  йәп-йәш әле, әммә күп балалы әсә ул. 20 йәшлек улы Альберт – тау-металлургия, 16 йәшлек Эльза ҡыҙы – медицина колледжы студенттары,  Альфред, Наҙгөл , Эмиль  әле мәктәптә уҡыйҙар, ә  Нурлан менән Айрасҡа 6 һәм 5 йәш. Ә бына ҙур һәм татыу ғаилә башлығын исем-шәриф менән күрһәтеп торорға кәрәкмәҫтер – ул әлегә “Масалим ” позывнойы менән билдәле. Танк командиры, сержант. “Муса Мортазиндың ауылдашы бит, ауан, хәҙер инде 2 йыл тула – контракт төҙөп һуғышҡа киткәненә. Бер кем дә кире өгөтләй алманы, ни генә әйтеп ҡараһаҡ та, бар яуабы – илебеҙҙә яу барғанда өйҙә ята алмайым! Дөрөҫ, башта дүрт ай ғына  фронтта булыр, тип өмөтләнгәйнек, шарттар үҙәгәрҙе лә ҡуйҙы шул. Ярай ҙа, ял итергә ҡайтарғылап торҙолар”.

Ә “Шәйех” позывнойы йөрөткән ағаһы Чечен подразделениеһы составында нацистарға ҡаршы алыша.

Әлиә беренсе тапҡырҙа көнбайыш тарафтарға 2023 йылдың май айында бара.  Улы һәм Силәбе өлкәһенән бер ҡатын  менән (уның ире “Масалим” менән бергә хеҙмәт итә).

-Ул саҡ автомобиль руле артында үҙемде бик иркен тоймайым әле, тормош иптәшем рулгә  өйрәткәндә, тура юлдарҙан ғына йөрөттө бит. Ә бында машиналар мыж килгән   Волгоград, Сызрань, Һарытау кеүек ҙур ҡалалар аша үтер кәрәк. Бер аҙ ҡурҡа төшһәм дә, ҡалбырҙауымды юлдаштарына күрһәтмәҫкә  тырышам, уларҙың  водитель тәжрибәһе минекенән дә самалы бит. МХО зонаһына яҡыныраҡ Интернет тотмай, аҙашырға ла мөмкин, шуға ла юлда бер ирҙе туҡтатып, ҡайһы ултыраҡтың ҡайҙа икәнлеген теүәл һорашып,  ҡағыҙ киҫәгенә үҙебеҙ карта шәрәмәте төшөрөп алдыҡ.

Алғы һыҙыҡҡа, әлбиттә, үткәрмәйҙәр. Аңлашыла, һуңғы тапҡыр барғандарында яҡында  дошман дрондары гуманитар ылау менән 4 автомобилде яндырған икәнлеген беләләр, ярар ҙа, был тапҡырҙа ирекмәндәр үҙҙәре  нисектер иҫән ҡалғандар.  Улар араһында ла юғалтыуҙар юҡ түгел.

 Ҡоҙаштан әлеге мәл  20 егет  махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә, ти. Әлиә менән юлдаштары (төрлө тапҡыр төрлө кешеләр) башлыса уларға туғандарының күстәнәстәрен, шулай уҡ бар халыҡ уртаҡ туплаған кәрәк-яраҡты ташыйҙар.

 -Ылау туплауҙарҙа бар Ҡоҙаш ҡатнаша, барыһына ла рәхмәт. Иптәшемдең тыуған ауылы Көсөк-Маяҡ халҡы, “Своих не бросаем!” ирекмәндәр ойошмаһы һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙалар. Ирекһеҙҙән халҡыбыҙҙың шундай ярҙамсыл, мәрәхәмәтле, дәррәү икәнлегенә һоҡлана башларлыҡ! Үҙенең ауыҙынан өҙөп булһа ла, ярҙам итергә ынтылалар. Башҡаһынан тыш, магазинда йәшник ҡуйғанбыҙ, кемдең күпме хәленән килә, ҡалдырып китәләр. Себерҙә, Петербургта, башҡа тарафтарҙан таныштарым ныҡ ярҙам итә. ВатсАп  селтәрендә төркөм булдырғас, бөтөнләй сит кешеләр ҡушылыу мөмкинлеге киңәйҙе (“Бөтәһе лә еңеү өсөн” төркөмө,  бәйләнеш өсөн телефон - 7 965 942 00 65  ).  Резина итектәр, ойоҡбаштар, урын кәрәк-ярағы, маскировка селтәрҙәре һәм башҡа – бөтәһе лә кәрәк унда. Үҙәкләштерелгән рәүештә лә бирелә, әммә һуғыш һуғыш инде, нимәнеңдер ваҡытында килеп еткерелмәүе  лә бар, башҡа ҡытыршылыҡтар ҙа килеп сыҡҡылайҙыр. Бына ошо арала  күмәкләп йыйылған аҡсаға алынҡан портатив “Булат” детекторы алып барабыҙ, пилотһыҙ осоу аппараттары яҡынлашыу тураһында иҫкәртеү ҡоролмаһы. Хәҙер төп юғалтыуҙар нәҡ шул ҡәһәр һуҡҡыр дрондарҙан килә бит.  Үҙебеҙ алып барабыҙ, юғиһә барып етмәүе лә бар. 98 мең һумға Өфөләге таныш ҡатындар алып биреште, был эш менән ныҡлап шөғөлләнгәс, яҡшырағын, сағыштырмаса осһоҙорағын табыштылар. Ә һалдаттар фронтта былай ҙа кеҫә тулы аҡса менән йөрөй тигәнгә ышанмағыҙ..... Юғары эш хаҡтары, әлбиттә, түләнә, әммә сығымдары ла күп.

-Ә егеттәрҙең кәйефтәре нисек, ҡайһылары  өс йыллап бит инде ут аҫтында?

-Күптәрендә арыу һиҙелгән һымаҡ, тиҙерәк кенә бөтһөн инде ул һуғышы! Ә бына иптәшемдең әллә үҙенең холҡо шундай, әллә минең алда һыр бирмәй, бер тапҡыр бер нәмәгә зарланғанын ишетмәнем!  Әйтерһең дә, ни бары күрше ауылға тракторы менән бесән өмәһенә сыҡҡан.... Күстәнәстәргә барыһы ла сабый балалар һымаҡ шатлана. Уларҙы беҙ онотмау, иҫән-һау ҡайтыуҙарын зарығып көтөүебеҙ билгеһе  һымаҡ ҡабул итәләр.

- Алыҫ сәфәр сығыу ҡурҡытмаймы?

-Мөмкин булһа, үҙем дә пулеметсы булып яҙылыр инем, фронт һыҙатының теге яғында – яуыз һәм зәһәр дошман! Мин ҡурҡмайым, маңлайыңа яҙылған икән, ғүмерең бөткән икән, үҙ өйөңдә лә карауаттан йығылып үлерһең, ә әжәлгә иртәрәк икән – туптан терәп  атып та үлтерә алмаясаҡтар! Барыһы ла Хоҙай ҡулында. Биш тапҡыр намаҙ уҡыу дәрәжәһенә етмәһәм дә, Аллаһҡа ышанам, эстән генә ярҙам ялбарам. Яҡындарым ҡурҡып көтә инде, ярар ҙа арҡа терәрлек ата-әсәм бар, бәләкәстәребеҙҙе ҡарап торалар.   Һуңғы тапҡырҙа  ағайым Дим Дәүләтшин менән юлға сыҡҡайныҡ, ул вахта менән Себерҙә эшләй, ялға ҡайтҡанын самаланыҡ.  Юлдаштарыбыҙ -Һарт ауылынан Артур, Байрамғолдан Рәфис менән ике машинала барҙыҡ. Госпиталдәге яралы ағаһын бер сәғәт кенә булһа ла, күреп аралаша алғандар. Яралыға ныҡ рухи ярҙам булған  Тиҙерәк кенә төҙәлһен инде! 

 Әйткәндәй, Әлиә ханым Башҡорт иҡтисад-хоҡуҡ колледжын тамамлаған, хәҙер Тольятти университетында хоҡуҡ белгесе булырға ситтән тороп уҡый: “Йәш саҡта бала ҡарап ваҡыт үтте, шуға ла хәҙер белем алырға булдым”, - тип йылмая ул.

  Һис тә бушамай Әлиә ханым, өй, йорт хужалығы, бала бағыу мәшәҡәттәренә өҫтәп, өс улын, бер ҡыҙын  Учалы ҡалаһына хоккей, бокс секцияларына, бейеү түңәрәгенә даими рәүештә автомобилдә йөрөтә. Үрҙә телгә алғандарҙан тыш та йәмәғәтселек эштәре бихисап:  Иманғол ауыл Советы депутаты, район башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзаһы.Өҫтәүенә футбол командаһы капитаны ла бит әле үҙе! Гәзитебеҙҙә былтыр “Ҡоҙаш һылыуҙары” тураһында ентекләп яҙғайныҡ. Юҡҡа ғына түгел, “Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайната”, - тип маҡтамай Әлиә ханымды уны белгән-күргән кешеләр.

Ошондай аҫыл ҡыҙҙар милләтебеҙҙә бар тип ғорурланырға тулы хаҡыбыҙ бар!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас