Теүәл бер йыл элек, 2024 йылдың февраль айында Рәмилә Фәйрузованың инициативаһы менән Рудник ҡасабаһы халҡы махсус хәрби операциялағы һалдаттарыбыҙ өсөн маскировка селтәрҙәре үреүгә тотонғайны. Оҙаҡламай яҡын урынлашҡан Бурансы, Көньяҡ микрорайондары кешеләре генә түгел, райондың йыраҡ урынлашҡан ауылдар халҡы ла был ирекмәндәр ойошмаһына ҡушылды, шул иҫәптән – Оҙонгүл, Озерный, Ҡобағош, Баттал, Мәҫкәү, Мансур, Октябрьский, Сораман. Сеймал алыу, гуманитар ылауҙарға башҡа кәрәк-яраҡ туплау өсөн икенсе ҡала-ултыраҡ кешеләре лә аҡсалата ярҙам итә.
Күмәкләгән көс менән1934 блиндаж шәме ҡойола, 7694 дана“ҡоро душ” комплектлана, ә иң сағыу ҡаҙаныштары – 20 февраль көнө 600-се маскировка селтәре әҙерләнә! Бик ваҡ, йонсотҡос, күп көс һәм ваҡыт талап иткән шөғөл бит ул. Әммә ирекмәндәр үҙҙәре әйтеүенсә, исмаһам, бер генә һалдатыбыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәбеҙ икән, тимәк, юҡҡа тырышмайбыҙ. 600 селтәр ысынында ла күпме яҡташыбыҙҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарына сәбәпсе була – быныһы Хоҙайға ғына теүәл билдәле...
-Барыһына ла ихлас күңелдән рәхмәт! Селтәргә ҡушып үргән изге доға-ниәттәребеҙҙе Аллаһы Тәғәлә ҡабул итһен, егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын! – ти Рәмилә Мәүлит ҡыҙы. Амин!
ВапсАп, Вконтакте социаль селтәрендә булдырылған “Труженик тыла” төркөмдәренә бихисап кеше ингән, өҫтәлегеҙ - https://vk.com/id608456128
Реквизиты для мат.помощи в приобретении заготовок для плетения маскировочных сетей: СБЕРБАНК тел.: 89273211982 Ф.Рамила Мавлитовна