Ҡолош мәҙәниәт йортонда хәҙер инде 3-сө тапҡыр яҙмыштарын әсе Афған еле телеп үткән батырҙарыбыҙ Ғәлин Рәжәп Рәшит улы һәм Хөснуллин Искәнйәр Әхиәр улының яҡты иҫтәлегенә арналған "Ҡолош мәргәне" бәйгеһе үтте. Рәсәйҙә - "Ватанды һаҡлаусылар"', Башҡортостанда "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы" сигендә ойошторолған сараға яугир- интернационалист Ғазир Хәйруллин, ҡаһарман ауылдашыбыҙ афғансы Хөснуллин Искәнйәрҙең инәһе Мәрүә Шакир ҡыҙы саҡырылды.
Осрашыуҙы асып Ураҙ ауылы хәкимиәте башлығы Жәмил Солтанов йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотланы ,ҡыйыу ул үҫтергән Мәрүә Шакир ҡыҙына, бөгөнгө көндә Ватан именлеге өсөн яуҙа йөрөгән һалдаттарҙың әсәләренә ҙур рәхмәтен белдерҙе. МХО-ла беҙҙең яҡташтарыбыҙҙың үҙҙәрен ысын илһөйәрҙәр итеп күрһәтеүе тураһында бәйән иткәс, ул тылда яугирҙәргә ярҙам итеүҙе үҙҙәренең гражданлыҡ бурысы итеп һанаған ҡолоштарҙы төрлө дәрәжәләге маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне. Йомадил Шакир улы Мөхәмәтйәров , Хәҙис Ғибаҙулла улы Сафиуллин, Ирек Хәкимйән улы Әхмәтйәновтың һуғыштағыларға күрһәткән ярҙамы "Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы"-ның "Рәхмәт хаты" менән баһаланды.Ҡыуаныслы ла, ҡайғылы ла мәлдәрҙә ауылдаштарына һәр саҡ аҡса менән дә,техника менән дә булышлыҡ иткән Нәдир Ғәбделхәй улы Минһажов һәм Ғазир Әхмәҙулла улы Хәйруллин Ураҙ ауыл хәкимиәтенең "Рәхмәт хаты"на лайыҡ булды .
Осрашыуҙың артабанғы өлөшө батырҙарыбыҙ Искәнйәр һәм Рәжәпкә бәйле иҫтәлектәр менән бүлешеүгә арналды.Ҡанлы Афған яуын үткән Ғазир Әхмәҙулла улы һуғыш тураһында бик һөйләргә яратмай . Ә үҙенең балалыҡ дуҫы, класташы,"служагы" Искәнйәр хаҡында һүҙ сыҡҡанда, ул бөтөнләй икенсе кешегә әйләнә. Бер урамда уйнап , бер парта артында ултырып уҡыған, бер мотоциклға атланып киске уйындарға сапҡан ике дуҫ бер автомәктәптә бер уҡытыусынан белем алып, бергә ир-егеттәр бурысын үтәргә юллана. Ике яруслы бер һалдат карауатында йоҡлатҡан яҙмыш уларҙы шулай уҡ айырмай Афған ҡан ҡойошона ташлай. Ошондай уҡ бурыс Ҡолош ауылының өсөнсө батыр улы Рәжәп Рәшит улы Ғәлин иңенә лә төшә. Бала саҡтан эштә нығынып, көн дә биш саҡрым араны йөрөп уҡып, сынығып үҫкән ауыл малайҙары сит яҡтың мәрхәмәтһеҙ ҡыҙҙырған ҡояшына, теште тешкә тейҙермәй өшөткән төнгө һыуыҡтарына, күҙ астырмаған ҡомло елдәренә бирешмәй. Ун һигеҙ, ун туғыҙ йәшлек, әле ыуыҙ ғына егеттәр тауҙарҙа һуғышыуҙың бай тәжрибәһе булған, ҡан көҫәгән дошман алдында ҡалтырап төшмәй, ил алдындағы бурыстарын намыҫлы үтәп ҡайталар.Тыныс тормошто ла һынатмай яугирҙәр. Киләсәктәрен тыуған яҡтары менән бәйләп, матур ғаиләләр ҡороп, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәп китәләр. Ә Искәнйәрҙең алдына тағы ла ҙур һынау ҡуя яҙмыш, ул бәләкәйҙәй генә атайһыҙ ҡалған туғандарын күтәреүҙе, йәшләй генә яңғыҙ ҡалған инәһенә терәк булыуҙы үҙ өҫтөнә ала. Был бурысты ла лайыҡлы атҡарҙы һалдат.
Батырҙары тураһында шундай йылы иҫтәлектәр менән уртаҡлашҡас ҡолоштар һәм килгән ҡунаҡтар "Ҡолош мәргәне"исемен яулау өсөн бәйгегә сыҡты. Еңеүселәр төрлө йәштәгеләр араһында айырым билдәләнде. Призлы урынды алыусылар миҙалдар, ә беренсе баҫҡысҡа күтәрелеүселәр өҫтәмә кубок менән бүләкләнде. Уҡсылар ғына түгел ,байрамды ойоштороусылар ҙа бүләк алып һөйөндө был осрашыуҙа."Хәрби хәрәкәттәр ветерандары"-ның Учалы берләшмәһе, турнир үткәреүгә баннер әҙерләп биреү менән бер рәттән, "Хәтирә" төркөмө ҡатын -ҡыҙҙарының, Нурия Вәрис ҡыҙы Кәримова, Рима Сәғит ҡыҙы Минһажова , Фәһим Зәйет улы Шакировтың тырышлығын ойошманың "Рәхмәт хаты"менән баһаланы. Ауылыбыҙ өсөн әһәмиәтле байрамды үткәреүгә ҙур ярҙам күрһәткән Учалы районы ветерандарына ,уларҙың етәксеһе Рәис Роберт улы Ҡасимовҡа сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Үҫеп килгән йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында үткәрелгән был мөһим сарала ҡатнашыусылар ҙа, ойоштороусылар ҙа күп ине. Бәйгене үткәреүгә матди ярҙам күрһәткән Линар Ғәлинға (Афғансы Рәжәптең улы), апалары Рәйсә менән Әнисәгә,ҡустыһы Рәил һәм Айгөлдөң ғаиләһенә, Учалы районының почётлы гражданины Ғаян Сәхиәр улы Мөхәмәтов ихлас рәхмәтлебеҙ. Ә инде быйылғы төп бағыусылар -Хөснуллиндарҙың тырышлығы, берҙәмлеге башҡаларға өлгө итеп ҡуярлыҡ.Ҡасандыр ауылыбыҙҙың ғына түгел, колхоздың маяғы булған Әхиәр Ғабдулла улы менән ғорурлана инек, бөгөн уның вариҫтарына һоҡланабыҙ.Үҙҙәре кеүек тырыш, аҡыллы,тәрбиәле балалар, ейәндәр үҫеп етте эшһөйәр,илһөйәр Әхиәр ағайыбыҙ менән егәрле, атлап түгел, йүгереп йөрөп донъя көткән Мәрүә еңгәбеҙ нигеҙендә. Уларҙың уңған килендәре Гөлнара,Миләүшә ейәнсәрҙәре Юлиә әҙерләгән тәм-том, башҡа ойоштороусылар ебәргән күстәнәстәр менән тулы сәй табыны артында йылы аралашыу менән тамамланды сара. Илгә тыныслыҡ,ауылдаштарға һаулыҡ ,улдарыбыҙҙың иҫән ҡайтыуын теләп айырылышҡан ҡолоштар киләсәктә лә бындай яҡташтарҙы берләштергән осрашыуҙарҙың үткәрелеп тороуын, уларҙың күберәк ҡыуаныслы ваҡиғалар айҡанлы ойошторолоуын һәм башҡаларға үрнәк булырҙай ауылдаштарыбыҙҙы үҙҙәре иҫән -һау саҡтарында күтәрмәләүгә бағышланыуын күрергә теләүҙәрен белдерҙе.
Нурия Кәримова, Ҡолош ауылы