Учалы районында М.М.Шайморатов исемендәге штаб хәбәрнамәләре асыҡ дәлилләй – МХО яугирҙәренә ярҙам төбәгебеҙҙә киң ҡолас йәйҙе. Һуңғы көндәрҙәге яңылыҡтарынан өҙөктәр килтереү ҙә тулы картинаны һүрәтләй (https://vk.com/club228828595):
“ Наурыҙ ауылында райондың 95 йыллығына арнап һәм МХО яугирҙәренә ярҙам өсөн сара ойошторлдо. Һалдаттарға 95 мендәр тегелә. Бынан тыш газ баллондары һатып алына, медикаменттар йыйыла, милли ризыҡтар һәм сихәтле үләндәрҙән фито-сәй әҙерләнә. Йыл башынан хәҙер инде 24 маскировка селтәре үрҙеләр “.
“ Ҡарт Муйнаҡ ауылында ни бары 143 кеше йәшәй. Шуға ҡарамаҫтан, Әнисә Сәрүәр ҡыҙының өндәүе буйынса бер-нисә селтәр үрергә өлгөрҙөләр, башҡа төр гуманитар ярҙам йыялар”.
“Бөтә төбәк халҡына рәхмәт белдерәбеҙ. Ни бары ике сәғәттә бик күп әйбер йыйылды. Алдағы аҙнала гуманитар ярҙам менән 3 йөк автомобиле оҙатыу сәбәпле, Роберт Рәзиф улының сираттағы автомобиле яртылаш ҡына тулы ине. Был хаҡта иғлан иткәс, бик тиҙ шығырым тултырылды. Артып ҡалғанын Рәил Ҡорамшин аша икенсе йүнәлешкә оҙаттыҡ. Бик етеҙ булышлыҡ иткән ҡайһы-бер кешеләрҙе генә атап китәбеҙ: Гүзәл Исаева –газ баллондары, ойоҡбаштар, Рәмил Сафиуллин – төҙөлөш материалдары, Наталья Ғилманова – медикаменттар, тәм-том, Линара Юлова –тәм-том, гигиена салфеткалары, эске кейемдәр, Рәзидә Ишбаева –аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа күптәр.«Труженик тыла» һәм «Своих не бросаем» төркөмдәре, Ураҙ ауыл Советы, Яңы Байрамғол һәм Ҡәйепҡол халҡы тос өлөш индерҙе”.
“Иҫтамғол клубы мөдире Гөлсирә Ғәлиәхмәтова – беҙҙең әүҙем ирекмән. Башҡа гуманитар ярҙамдан тыш, ауыл халҡы һалдаттар өсөн 50 мендәр текте”.
“Фазылйән Садиҡов менән Фәнил Кәримовтар МХО зонаһына илтеү өсөн 10 кубометр таҡта бирҙе”.
“Рәстәм Хәмиҙуллин, Рафиҡ Нуретдинов, Тимур Заманов фронтҡа “Нива”, УАЗ-буханка автомобилдәре, 3 генератор, 2 дизель йылытҡысы, 25 селтәр, 3 аккумулятор, 2 тәгәрмәстәр комплекты, 10 дрондарҙан ышыҡлаған япма, байтаҡ төҙөлөш материалдары, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек алып барып тапшырҙылар”.
...был исемлекте бик оҙаҡ туҡтауһыҙ дауам итеп булыр ине. Ирекһеҙҙән яҡташтар менән, нәҡ Учалы районында йәшәүең менән ғорурланырлыҡ. Һалдаттарыбыҙ яу ҡырында ҡаһарманлыҡ өлгөһә булһа, тыныс тормоштағы бар халыҡ уларға хәленән килгәнсә ярҙам итергә ынтыла. Афарин, учалылар!