Яйыҡ
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
5 Март 2025, 10:22

Үҙҙәренән рәхмәт ишетергә яҙһын!

Ишкендә ике йөҙҙөн дә аҙыраҡ кеше йәшәй.  Ә 10 егеттәре әле яуҙа йөрөй... Ауылда бар йәмәғәт тормошо  клуб тирәлә ҡайнай. Байрамдар билдәләнә килә, концерттар, башҡа саралар  ойошторола, әммә төп  бурыстары – махсус хәрби операциялағы уландарыбыҙға нисек тә булһа ярҙам күрһәтеү.

Үҙҙәренән рәхмәт ишетергә яҙһын!
Үҙҙәренән рәхмәт ишетергә яҙһын!

Бөтә халыҡ “Барыһы ла фронт өсөн!” тип тотондо .  Бына мәҫәлән, Ишкендә ике йөҙҙөн дә аҙыраҡ кеше йәшәй.  Ә 10 егеттәре әле яуҙа йөрөй...

Ауылда бар йәмәғәт тормошо  клуб тирәлә ҡайнай. Байрамдар билдәләнә килә, концерттар, башҡа саралар  ойошторола, әммә төп  бурыстары – махсус хәрби операциялағы уландарыбыҙға нисек тә булһа ярҙам күрһәтеү. 2005 йылдан алыштырғыһыҙ клуб мөдире булып хеҙмәт иткән Илүзә Ғимаҙовананан алған мәғлүмәттәр буйынса, бәләкәй генә ауыл халҡы күмәкләп эш итеп, ошо арала 50 мең һум йыйып аҡсалата күсерәләр, госпиталь өсөн 70 мендәр тегәләр, 9 маскировка селтәре үрәләр. Бынан тыш яугирҙәр өсөн 30 футболка, шул уҡ һанда эс кейемдәре, өс тиҫтә баллон газ тапшыралар М.М.Шайморатов исеменгдәге штабҡа.  Бар халыҡ берҙәмлек күрһәтә, шулай ҙа иң әүҙем тыл хеҙмәткәрҙәрен атап китеү һис тә артыҡ түгелдер -  Хафаса Әлхәмова, Фәнисә Ғимаҙова,  Гөлсөм Ғабдрахманова, Шәүрә Йомабаева,  Гөлшәкәр Ғәлимова, Миләүшә Таипова, Лүзә Хужаәхмәтова, Мирхәт Латипов,  Мәрйәм Ғатауллина, Рәмис Хилажев,Илдус Ғатауллин, Зиннур Фәсхетдинов, Гөлнур Таипова, Ишбикә Таипова, Нәзифә Хамиҙуллина,Илзирә Ғабдрахманова, Ләйлә Хафизова,Фәнидә Мортазина,Эльвира Бикбаева  һәм башҡалар.  Бәғзеләре үҙҙәренең эшенән һуң да ярҙамға киләләр. 

 Бындай сауаплы тырышлыҡтың әжере әленән бирелә башлаһын, тип теләйбеҙ– яҡындарығыҙ, бәтә яҡташтарығыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, үҙҙәренән рәхмәт ишетергә яҙһын!

Автор: Ильфат Янбаев
Читайте нас