Учалы районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙә ҙур әүҙемлек күрһәтә. МХО башланғандан алып, ҡала-районыбыҙҙан төрлө аҙыҡ-түлек, йылы кейем, маскировкалау селтәрҙәре, техника, кәрәкле приборҙар һәм инструменттар тейәлгән гуманитар ылау оҙатыла. Был эштән бер кем дә ситтә ҡалмай. Бөтә халҡы, шул иҫәптән предприятиелар һәм ойошмалар, учреждениелар коллективтары, эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмалары, ирекмәндәр, хәрбиҙәрҙең яҡындары һәм туғандары ихлас күңелдән был изге ғәмәлгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша.
Был юлы ла Эльвира Сәмихова, Илдус Кәримов, Ғазинур Юлмөхәмәтов, Марат Атаманов гуманитар ярҙам менән махсус хәрби операцияға барып ҡайттылар. “Тыл һәр саҡ фронтҡа ярҙам иткән һәм был – уның изге бурысы. Хәрбиҙәребеҙ – беҙҙе яҡлаған ҡалҡан, ә беҙ – ҡалҡан тотҡан ҡул. Башҡаса булыуы мөмкин түгел. Тик шулай ғына еңеү яуланырға тейеш”, - ти ирекмәндәр. Хәрбиҙәргә тылдан килгән ярҙамдың ни тиклем мөһим булыуын яҡшы аңлай улар. Сөнки алыҫ сәфәргә тәүгә сыҡмайҙар. Был юлы ла тәү сиратта яугирҙар һораған әйберҙәрҙе алып барырға тырыштылар. “Рафа” позывнойлы яҡташыбыҙҙың һорауы буйынса алғы һыҙыҡҡа “Нива” машинаһын ҡыуҙылар. Шулай уҡ «Учалы», «Глаз», «Психолог», «Тепляк», «Хисма», «Золотой» һәм башҡа яҡташтарыбыҙ үҙҙәренә тәғәйенләнгән посылкалар алып ҡыуанды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар видеояҙма аша Учалы районы халҡына һәм ирекмәндәргә яугирҙар исеменән ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт белдерҙеләр. “Һеҙҙең ярҙам итеүегеҙ беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле һәм мөһим, кәйефте күтәрә, рухыбыҙҙы нығыта! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!” - тип мөрәғәжәт итте улар.
Эльвира Сәмихова социаль селтәрҙә “Бергә булһаҡ, беҙ көслө!” төркөмө аша ҡала-районыбыҙҙың битараф булмаған кешеләре ярҙамында аҡса йыйып рациялар, генераторҙар, бензобысҡылар, балталар, көрәктәр, урын-ер кәрәк-ярағы, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып ала. Шулай уҡ Ахун ауылы халҡы ҙур ярҙам йыйып тапшыра. Гуманитар йөктө Миңлеғәле Шайморатов, “Таҫма артында сит кешеләр юҡ, барыһы ла үҙебеҙҙеке!”, “Ватаныбыҙ - Рәсәй”, “Тыл хеҙмәткәрҙәре”, “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” ирекмәндәре тейәргә булыша.
МХО-ла ҡатнашыусыларға "Нива" машинаһы тапшырылды, тип өҫтә яҙғайныҡ. Ирекмәндәр менән Абҙаҡ ауылы уҙаманы, Башҡортостандың халыҡ артисы, М. Кәрим исемендәге йәштәр театры актеры Илнур Лоҡманов та юлланды, машинаны махсус операция зонаһына яҡташыбыҙ үҙе ҡыуҙы. Актер МХО биләмәһенә барып, яугирҙар менән осрашырға күптән хыяллана ине. Внедорожниктан тыш, яугирҙарға дарыуҙар менән посылкалар, шулай уҡ ҡорбан ите таратып биргәндәр. “М. Кәрим исемендәге милли йәштәр театры һәм Республика халыҡ ижады үҙәге артистары исеменән мосолман яугирҙары өсөн ҡорбан салдыҡ. Итте әле алғы һыҙыҡта торған хәрбиҙәргә тапшырҙылар. Изге Рамаҙан айында мин быны улар өсөн бик мөһим, тип иҫәпләйем. МХО-ға минең сәфәрем күптән планлаштырылғайны, сөнки мин Ватаныбыҙҙы һаҡлаусылар тураһында пьеса яҙам. Ул Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә ҡуйыласаҡ. Спектаклдең премьераһы апрель тирәһендә буласаҡ», - тине актер.
Эльвира Мәсәбих ҡыҙы - һалдаттар тураһында хәстәрлек күргән изге йөрәкле замандаштарыбыҙҙың береһе. Ҡыйыу ханымға һоҡланмай мөмкин түгел. Алыҫ сәфәргә икенсегә юллана ул.
- Егеттәребеҙҙән бик күп үтенестәр килә, уларҙың һәр береһенә ярҙам итке килә. Был юлы ла уларҙың һорағандарын алып барырға тырыштыҡ. Йыраҡ юлда төрлө хәлдәр булғылай, машиналар ҙа боҙолоп китә, шуға үҙебеҙ менән запас частәр ҙә алабыҙ. Төнөн ҡунаҡханаларҙа урын булмау сәбәпле, автомобилдәрҙә йоҡларға тура килде. Һыуыҡ, тығыҙ... Ошо мәлдә яугирҙарҙы уйлайһың, уларға унда нисек икән, тип... Беҙҙең тормош уларҙыҡы менән сағыштырғанда ожмах бит, тип көрһөнәһең. Беренсе туҡталышта “Старшина” позывнойлы яҡташыбыҙға посылка тапшырҙыҡ, үҙе килә алмаған, иптәштәрен ебәргән. Миндәктән “Буля”ны осратып, тәм-том, ҡаҡланған сало ҡалдырҙыҡ. Әлеге ваҡытта ул яраланып госпиталдә ята. Мобилизацияланған егеттәребеҙ хеҙмәт иткән 428-се полкка ла инеп сыҡтыҡ. Шул тиклем йылы ҡаршыланылар, ашаттылар, эсерҙеләр, һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне. Улар мине беләләр, мин - уларҙы. Бөтәһенә лә сәләм еткерәләр, күңелдәре көр. Ҡоралай ите менән һыйланылар, кейектәрҙе үҙҙәре аулай икән. Айырылышыуы бик ауыр булды, иламаҫҡа тырышһам да күҙгә йәштәр төйөлә. Ҡайтҡас, туйғансы иланым әйтәгүр. Иҫән-һау ғына йөрөгөҙ инде, егеттәр. “Хисма” ла үҙенә тигән посылкаларҙы алып шатланды. Бының өсөн иманғолдарға айырым рәхмәт. Ауыл халҡы рациялар, домкарт, итектәр, спецовкалар, тәм-том, йомортҡа, ит, туҡмас һәм башҡа кәрәк-яраҡ биреп ебәрҙе. Бынан тыш, тыуған йорттан сәләм итеп айырым ҡумталарға һалынған хаттарҙы, амулеттарҙы ла тапшырҙыҡ. Егеттәрҙә ҡуна ҡалдыҡ. Блиндаждарҙа ни тиклем һыуыҡ булыуын һүҙ менән генә аңлатып булмай. Күптәре ауырый, туҡтауһыҙ йүткерә. Һыуыҡтар арҡаһында йүткереүҙең туҡтағаны ла юҡ, ти улар. Мотлаҡ йылылыҡ пушкалары һәм генераторҙар алырға кәрәк, тигән һығымта яһаным. Блиндаждан сыҡһаң, бер нәмә лә күренмәй, тирә-яҡ ҡап-ҡараңғы. “Турбо” позывнойлы яугир тылдағыларға ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерә. "Турбо" буйға оҙон, минән ике башҡа бейек. Тегеү фабрикаһы уның өсөн махсус кейем комплекты тегеп бирҙе, сөнки уның кәүҙәһенә ярарлыҡ әйберҙе бер ҡайҙан да табып булмай. Артабан Луганск өлкәһенә “Пумба”ға юлланабыҙ. Баш өҫтөнән дрондар бер туҡтауһыҙ оса, ә беҙ әле гуманитар йөктө тулыһынса тапшырып бөтмәгәнбеҙ, бер нимәгә ҡарамай юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ, яугирҙарыбыҙ көтә бит. Тәғәйен урынға имен-аман барып етеп, посылкаларыбыҙҙы тапшырабыҙ. Ғүмеремдә беренсе тапҡыр танкта йөрөп ҡараным, бына ҡайҙа ул ҡеүәт һәм көс, һүҙ менән генә аңлатып бөтөрлөк түгел, - тип һөйләй Эльвира Сәмихова.
Ирекмәндәр ылауҙарын тапшырып, иҫән-һау ҡайтып еттеләр. Гуманитар ярҙам йыйыуға үҙ өлөшөн индергән барлыҡ район халҡына, хеҙмәт коллективтарына, эшҡыуарҙарға һәм ярҙам ҡулы һуҙғандарҙың барыһына ла рәхмәтлебеҙ. Гуманитар ярҙам яҡташтарға тыуған яҡ сәләмен еткерһен, күстәнәстәр көс-дәрт өҫтәһен, техникалар, кәрәк-яраҡтар хеҙмәттәрендә ярап ҡалһын. Яугирҙар тиҙерәк Еңеү менән тыуған яҡтарына аяҡ баҫыуҙарын теләп, артабан да берҙәм булайыҡ!