Яйыҡ
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
14 Апрель 2025, 14:05

Ҡыйыу яҡташыбыҙ һынатмай

Учалы районы батыр һәм ҡыйыу ир-уҙамандары менән данлы. Шундай ҡаһармандарыбыҙҙың береһе - "ИБА" позывнойлы яҡташыбыҙ.

Ҡыйыу яҡташыбыҙ һынатмай
Ҡыйыу яҡташыбыҙ һынатмай

Учалы районы батыр һәм ҡыйыу ир-уҙамандары менән данлы. Шундай ҡаһармандарыбыҙҙың береһе - "ИБА" позывнойлы яҡташыбыҙ.

Егет 1996 йылдың 19 апрелендә Учалы ҡалаһында тыуған. Махсус хәрби операцияға тиклем хеҙмәт юлы нефть тармағы менән бәйле була, быраулау инженеры булып эшләй.

Тыуған илебеҙҙе һаҡлар һәм яҡлар мәл еткәс, "ИБА" һис икеләнеүһеҙ махсус хәрби операцияға юллана. "Әхмәт" махсус подразделениеһында хеҙмәт итеү өсөн контракт төҙөй. Миномет расчеты командиры вазифаһында хеҙмәт итә.

"ИБА" һуғышта үҙенә яңы дуҫтар ҙа тапҡан. Улар менән егет утты-һыуҙы бергә кисә, дуҫлыҡтары һуғыш менән һынала. Яңы дуҫтары араһында дүрт аяҡлы йомшаҡ бесәйҙәр ҙә бар. Аҡ бесәй һәләк булған дуҫыныҡы булған, "ИБА"-ға үҙе яҡлау эҙләп һырыҡҡан. Ә ерән бесәйҙе яҡташыбыҙ хеҙмәттәштәре менән бергә һуғыш мәхшәренән йолоп алып ҡалған. Ул да хәҙер уның тормошоноң бер өлөшөнә әйләнгән. Киләсәктә егет йомшаҡ дуҫтарын үҙе менән бергә тыуған яғына алып ҡайтырға ниәтләй.

Тормоштоң, йәшәйештең ысын мәғәнәһен аңлаған, именлек һәм тыныслыҡтың ҡәҙерен белгән "ИБА" Учалы халҡына ихтирамын йәшермәй. Яҡташтарына даими килгән гуманитар ярҙам, изе уй-теләктәр менән һуғарылған хаттар өсөн рәхмәт белдерә.

Сығанаҡ: https://vk.com/edinaya_russia_uchaly?w=wall-175798782_1965

Автор: Гюзель Латипова
Читайте нас