Ишкен мәҙәниәт йортонда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылына арналған ретро йырҙарҙан төҙөлгән ”Ауырлыҡты йырҙар еңеләйтә” исемле сара үтте. Ижади бәйгелә Яңы Байрамғол, Иҫтамғол, Ишкен ауылдарының һәүәҫкәр артистары ҡатнашты. Конкурс дүрт һынауҙан торҙо, йәғни командалар халыҡ йырын, патриотик темаға йыр, шаян ретро һәм үҙҙәре яратҡан ретро йырҙы йырланы. Һәр төрөн оҫта итеп башҡарҙы ауыл таланттары. Сараны гармун моңдары тағы йәмләне: күңелләндерҙе моңландырҙы ла, дәртләндерҙе лә... Командаларға номинациялар буйынса Уральск ауыл хакимиәте исеменән дипломдар, приздар тапшырылды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре, ҡатындары бүләкләнде.
Кисә тәмле былау,сәй табыны, "Өсмөйөш", "Наза" бейеүҙәре менән тамамланды. Ҡатнашыусылар күтәренке кәйефтә, шулай бер-беребеҙ менән осрашып, аралашып торорға һүҙ бирешеп таралышты. Бөтә ҡатнашыусыларға һәм дә клуб мөдирҙәре Гөлсирә Ғәлиәхметоваға, Гөлнур Вәлиуллинаға ҙур рәхмәтемде белдерәм, иҫәнлектә-һаулыҡта, татыулыҡта, тыныслыҡта йәшәргә яҙһын. Берҙәмлектә көс!
Илүзә Ғимаҙова, Ишкен ауылы