Яйыҡ
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Президиумы - Учалыла

Масштаблы сара Ватан һаҡсылары йылына,  Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре йылына бағышланды.

БР Дәүләт  Йыйылышы - Ҡоролтай Президиумы - Учалыла
БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Президиумы - Учалыла

Башҡортостан Республикаһы парламентының Президиум ағзалары    һайлаусылар менән туранан-тураға бәйләнеш тотоу, урындарҙа социаль-сәйәси мәсьәләләрҙе хәл итеү  маҡсатында   ике көн буйына Учалы районына эш сәфәре ҡылдылар.

Масштаблы сара Ватан һаҡсылары йылына,  Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре йылына бағышланғас, бик тә күркәм башланды: “Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының санаторий-профилакторийы биләмәһендә  депутаттар Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә ағас ултырттылар.  Аллея күркәм күтәрелер тигән өмөттәбеҙ, ә акцияның эшлекле өлөшө  бик тә йөкмәткеле булды.

Батыр мәңге йәшәр

Депутаттар Учалы ҡалаһының Дан стелаһы эргәһендәге Мәңге утҡа гөлләмәләр һалды, тынлыҡ минуты иғлан ителде.

Һуңынан БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе  Константин Толкачев  МХО барышында батырҙарса һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың яҡындарына дәүләт наградалары тапшырҙы. РФ Президенты Указы менән  үҙҙәре үлгәндән һуң Хамзин Илсур Айҙар улы – Ҡаһарманлыҡ ордены, Ҡорамшин Альберт Рәил улы – “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән билдәләнә; Хәмиҙуллин Марат Ринат улының яҡындарына РФ Оборона министрлығының  “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыуысы” миҙалы тапшырыла. БР Башлығының Указы менән хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн үҙҙәре үлгәндән һуң Шайморатов генерал ордены түбәндәге яугирҙәргә бирелә:  Әһлиуллин Денис Талип улы, Әмиров Рәмил Әмир улы, Атауллин Айрат Тәлғәт улы, Ҡаһиров Фәнис Рәнис улы, Лыткин Семен Андреевич, Мәхәмәҙиев Вадим Хатип улы, Сәләхов Айҙар Фәйзулла улы, Ҡәйүпов Ағзам Ғәлимйән улы, Хәкимов Артур Рәмил улы.

Һуңынан Константин Борисович МХО яугирҙәре менән яҡындан аралашты.

Хоҡуҡтарыңды бел!

Ошо  акция сиктәрендә МХО яугирҙәре һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн Берҙәм граждандарҙы ҡабул итеү көнө лә ойошторолдо. Шуға ла ҡәҙимге сара киңерәк масштаб алды,  “Хоҡуҡ десанты” булдырылды.

Булған һорауҙарға  “Ватан һаҡсылары” фондының республика филиалы, БР Адвокаттар палатаһы, БР Нотариаль палатаһы,  Рәсәй юристар ассоциацияһының БР бүлексәһе,  БР Дәүләт юридик бюроһы, БР Хәрби комиссариаты,  Клиник психотерапия үҙәге,  район дауаханаһы, социаль фонд, һалым инспекцияһы,  торлаҡ бүлеге, Учалы урман хужалығы, мәғариф бүлеге, “Ихтирам” социаль хеҙмәтләндереү үҙәге белгестәре тулы һәм компетентлы яуаптар бирҙе.

“Ватан һаҡсылары” фондының республика филиалы етәксеһе Гөлнур  Ҡулсарина  махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләре һәм тол ҡатындары менән айырым осрашты. Рабиға Ҡушаева исемендәге  БР башҡорт ҡатындары йәмғиәтенең “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалдарын тапшырҙы.  Йәмәғәтсе ир-ат “ Ватан һаҡсыһы атаһы” йәмәғәт миҙалдарына лайыҡ булдылар.

Ҡоролтай акцияһы сиктәрендә ҡәҙимге граждандарҙы ҡабул итеү ҙә ойошторолдо. 9-сы полингваль мәктәптә  республика парламенты депутаттары, Башҡортостан Республикаһында  Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Михаил Закомалдин, Эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил Ирина Абрамова, БР Адвокаттар палатаһынан Дмитрий Киселев һәм Артур Насировтар  халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар бирҙе.  Башлыса юл һәм социаль учреждениеларҙы ремонтлау,  медицина хеҙмәтләндереүе, пособиелар алыу, уҡытыусыларҙың эш хаҡтарын күтәреү, һәйкәл һәм мемориаль комплекстар янында  хәмер  сауҙаһын тыйыу, баларға йәйге ялды финанслау кеүек һорауҙарҙы күтәрҙе учалылар.

Киләсәк – йәштәр ҡулында

Эш сәфәре барышында Өфө ҡунаҡтары  йәштәр менән күп аралашты.

Район хакимиәте бинаһында Дәүләт Йыйылышының Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет рәйесе  Айбулат Хажин, БР Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизовалар Учалы районының Йәштәр советы ағзалары менән кәңәшмә үткәрҙе. Йәмәғәт эшендә актив ҡатнашыу бер яҡтан төрлө файҙалы проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирһә, икенсе яҡтан – әүҙем йәш кешеләргә дәүләт структураларында карьера яһарға форсат сығарыуы телгә алына. (“Хөрт һалдат ҡына генерал булырға хыялланмай” әйтеме буш урында килеп сыҡмаған бит ул!)

Тәү сәнәғәте колледжында БР Конституция Советы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев студенттар алдында лекция менән сығыш яһаны, Конституцияның әһәмиәте,  граждандарҙың бурыстары һәм хоҡуҡтары, Бөйөк Еңеүҙең роле һәм МХО бурыстары тураһында һөйләй.

Учалы ҡалаһының Йәштәр йортонда “Тиң әңгәмә” (“Диалог на равных”)  сараһы ҡыҙыҡлы үтә. Дәүләт Йыйылышының Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары,  Учалы колледждары студенттары, өлкән синыф уҡыусылары, урындағы учреждениелар етәкселәре ҡатнаша. Командаларға бүленеп, “Башҡортостан – мөмкинлектәр төйәге” темаһына фекер алышыу йәйелдерелә.

Хәйриә концерты

Учалы филармонияһында Ватан һаҡсылары йылына һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре йылына арнап хәйриә концерты үтте. Сара барышында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары  Салауат Хәсәйенов гуманитар ылауҙар туплауҙа ҡатнашҡан бөтә район халҡына рәхмәт белдерҙе.  Миңлегәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына,  «Zа Победу», «Своих не бросаем», «Труженик тыла» ирекмәндәр ойошмаларына айырыуса тос өлөш индергәндәре өсөн БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.  Ә депутат һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры  Зәкәриә Ғибәҙуллин БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет знагына лайыҡ булды.

Концертты 10-сы мәктәп хоры, Учалы филармонияһы артистары, Мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенттары, “Ләйсән” ансамбле һәм “Кристалл” студияһы биҙәне.

Филармония фойеһында  тематик күргәҙмәләр ойошторла, оҫталыҡ дәрестәре (шул иҫәптән маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса) ойошторола.

Яҡындан таныштылар

Эш сәфәре барышында депутаттар  бер-нисә объектта булып, ундағы эшмәкрәлек йә төҙөлөш барышы менән яҡындан таныштылар.

Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов, төбәк парламентының төрлө комитет рәйестәре Владимир Нагорный һәм Фәрит Ғүмәровтар “Учалы йылылыҡ селтәрҙәре” акционерҙар йәмғиәтенең яңы ҡаҙанлығында, балалар поликлинкаһы төҙөлөшөндә, Мәҙәниәт һәм ял паркында булдылар.

  Яңы ҡаҙанлыҡты төҙөү 2024 йыл тамамланды.  Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты йылылыҡ менән тәьминәт баҙарынан сыҡҡандан һуң  Учалы ҡалаһын тәьмин итеүҙә уның өлөшөн тап яңы ҡаҙанлыҡ биләне.  Проекттың хаҡы - 250 миллион һум.

  Көнөнә 200 пациентты ҡабул итеүгә иҫәпләнгән балалар поликлиникаһын төҙөү БР Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса башҡарыла, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә финанслана. Әлеге ваҡытта бинаның стеналары күтәрелгән, башҡа эштәр дауам итә.

Учалы ҡалаһы “Комфортлы ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһында бик тә һөҙөмтәле ҡатнаша. Әлегә тиклем Бөтә быуын геройҙары скверы, ҡала быуаһы ярҙары, Йәштәр майҙаны һәм Дан стелаһы булдырылды (йә төҙөкләндерелде). Быйыл “Урал-батыр юлы” проекты тормошҡа ашырыла, Мәҙәниәт һәм ял паркында тротуарҙар ремонтлана, юл япмаһы яңыртыла, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйыла, парк бәләкәй архитектур формалар менән биҙәлә.

 Комитет рәйестәре һәм урынбаҫарҙары  Александр Шмелев, Юрий Рудаков, Рузалия Хисмәтуллина, Илшат Вазигатовтар “ТехноНиколь” корпорацияһы эшмәкәрлеге менән таныштылар. «ТехноНИКОЛЬ» -халыҡ-ара кимәлдә лә  танылған, абруй яулаған, заманса яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған корпорация.  Битум-полимерлы мембраналар,  һығылмалы черепица, рубероид, йылылыҡ һәм дым изоляцияһы материалдары – ике тиҫтәнән ашыу төр продукция етештерелә.

Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, төбәк парламентының төрлө комитет рәйестәре Рөстәм Ишмәхәмәтов, Айбулат Хажин, Салауат Харрасов  Мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында, Кадр үҙәгендә  һәм Ижад һарайында булдылар.

Колледж – бөтә Башҡортостан өсөн мәҙәниәт кадрҙары әҙерләгән оҫтахана.  6 бүлексәлә 9 йүнәлеш буйынса әлеге мәл 146 студент уҡытыла. Республика бюджеты иҫәбенә 2024 йыл беренсе корпустың ҡыйығына капиталь ремонт үткәрелде.

Кадр үҙәге “Демография” милли проекты һөҙөмтәһендә хасил булды. Федераль һәм республика бюджеттары аҡсаһына “Работа России” учреждениеһының (Халыҡ мәшғүллеге үҙәге) бинаһы дан итеп заманса үҙгәртелде, эшмәкәрлек тамырҙан  камиллаштырылды.

 Ижад һарайы иһә урындағы ҡаҙна иҫәбенә  2024 йыл төҙөкләндерелгәйне. Башҡаһынан тыш бассейн  юғары сифатта ремонтлана.

Осрашыу бик йәнле бара. Учалы районын вәкилләгән депутатыбыҙ Рөстәм Ишмөхәмәтов  “Мәрхәмәт ҡыл!” йәмәғәт ойошмаһына музыкаль электрон ҡоролма бүләк итте, ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙы хәстәрләгән өсөн рәхмәт белдерҙе.

Президиум ултырышы

Эш сәфәренең аҙағында депутаттар БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумының 25-се күсмә ултырыштарын үткәрҙе.  Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов  Учалының социаль-иҡтисади үҫеше тураһында доклад яһаны. Төбәгебеҙҙең бөтә тармаҡтарында хәл тотороҡло, үҫеш күҙәтелеүен һәм республика муниципалитеттары араһында алдынғылар сафында булыуыбыҙҙы һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ә депутат, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты етәксеһе Зәкәриә Ғибәҙуллин МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары тураһында бәйән итте. Таусылар бик тос өлөш индерәләр икән, башҡаһынан тыш, яу ҡырына киткәндәргә элекке урындарында эш хаҡы түләнә бара икән!

Дөйөм йомғаҡ яһап, Дәүләт Йыйылышы – Ҡолотай рәйесе Константин Толкачев районыбыҙҙың үҫешен, учалыларҙың илһөйәрлеген, әүҙемлеген һәм тырышлығын юғары баһаланы.  Бөтә ишетелгән тәҡдимдәр, фекерҙәр һәм ялыуҙар иғтибарға алынасаҡ, тип белдерҙе. Шулай уҡ  Константин Борисович бер төркөм яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы. Шул иҫәптән: УТБК директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин - “Законлылыҡты нығытыуға айырыуса өлөш индергән өсөн” Почет знагы ;   район Советы депутаты , “Урар аръяғы –Агро” МТС-ы йәмғиәте филиалы директоры Ғәлимйән Хилажев, “Технофлекс заводы” йәмғиәте филиалы директоры  Фәрит Ғәрифуллин, Миндәк ауыл ултырағы хакимиәте башлығы Зөлфиә Ишмаметьева, УТБК рәссамы Фәнил Мөслимов - БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамоталары;  Рәсәй рәссамдар союзы ағзаһы Зөфәр Ғизетдинов, “Уралташ” предприятие8ы директоры Алексей Степанченко, Мансур ауыл ултырағы хакимиәте башлығы Әдип Ҡарамышев, Илсе  ауыл ултырағы хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Гөлшат Ғайсина, Ҡунаҡбай  ауыл ултырағы хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Азат Закиров - БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттары менән дәртләндерелде.

 Шулай уҡ Константин Толкачев  “Ватан һаҡсылары” фондының социаль координаторы Артур Ғайназаровҡа  ете урынлыҡ автомобиль асҡыстары тотторҙо, “УАЗ-Комби” фронтта бик тә кәрәк булыр

Автор: Ильфат Янбаев
Читайте нас