Яйыҡ
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
11 Июнь 2025, 10:33

“Маэстро” алышын дауам итә

Ҡаһарманлыҡ орденына лайыҡ булған яҡташыбыҙҙың фронттағы батырлығы ғына түгел, тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтҡас сәләмәтлек һәм йәшәйеш өсөн көрәше лә һоҡланыу уятмауы мөмкин түгел.

“Маэстро” алышын дауам итә
“Маэстро” алышын дауам итә

Кемдең кем икәнлеге яу килгәндә беленә.  Ҡаһарманлыҡ орденына лайыҡ булған яҡташыбыҙҙың фронттағы батырлығы ғына түгел, тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтҡас сәләмәтлек һәм йәшәйеш өсөн көрәше лә һоҡланыу уятмауы мөмкин түгел. Теш ҡыҫып булһа ла, “Был әлегә минең финал түгел, был әлегә ваҡытлыса пауза ғына!” – кәлимәһен йыш ҡабатлай ул үҙ алдына.

 “Аллаһы Тәғәлә барыһын да белеп бирә, кеше күтәрә алмаҫтай ауырлыҡтар бирмәй”, - тип раҫлай Ислам тәғлимәте.  Ошонан сығып фекер йөрәткәндә, Ураҙ ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙға рух көсөн дә күп биргән икән Хоҙай Тәғәлә, сөнки уның тәҡдиренә яҙылғанды ҡәҙимге кеше күтәрә алмаҫ ине!

“Спорт, хәрәкәт – йәшәйеш нигеҙе”, -ти “Маэстро” позывнойы йөрөткән егет. Ул үҙе пауэрлифтинг менән (ауыр атлетика) ныҡлап шөғөлләнә, Өфөлө фитнес-инструктор вазифаһында ҡалғандарға көслө һәм ныҡлы булырға ярҙамлаша. Рух көсө үҙенә лә бик ныҡ кәрәк буласағы тураһында, әлбиттә, башына ла килмәй ул тыныс  заманаларҙа. Ә дары еҫен махсус хәрби операция башланғанға тиклем баштан ашҡансы татып өлгөрә – әрмелә хеҙмәт иткәндә Кавказда контртеррористик операцияла ҡатнаша. Кистәрен хәрби иптәштәренең кәйефен күтәреү өсөн  гитарала уйнар була, шул саҡта “Маэстро” ҡушаматы тағыла ла инде. МХО-ға эләгеүе лә фәҡәт тәжрибәли хәрби булыуына тура бәйле. “ Мин, һуғыш рәтен яҡшы белгән кеше тылда ултырам, ә Украинала йәп-йәш, бер ниндәй тәжрибәһеҙ егеттәр дошманға ҡаршы күкрәк менән тора”, - тигән уй һис тә тынғы бирмәй уға. Һөҙөмтәлә  үҙ теләге менән 2024 йыл 132-се айырым Горловка гвардия бригадаһына эләгә.  Утатҡыстар ротаһы составында “Шмель” огнеметы менән штурм бригадаларын ҡаплап йөрөй.

Тик бына дары еҫен күп еҫкәгән һалдаттарға ла яңыса алышырға өйрәнергә тура килә махсус хәрби операцияла. “Элек күпкә ябайыраҡ ине – кем батырыраҡ һәм көслөрәк, кемдең хәрби оҫталығы яҡшыраҡ – шул еңә. Хәҙер ни, дошманды күҙгә күрмәйенсә күберәген  машиналар менән алышабыҙ. Дрондар ҡасан һәм күпме килеп сығырын белеп булмай, тәүлек әйләнәһенә уяу йөрөргә, һәр шәүләне абайларға, һәр  тауышҡа ҡолаҡ һалырға өйрәнергә тура килде”, -тип иҫләй ул.

Һуғыш барыһын да яңыса баһаларға, ҡәҙимге күренеш-әйберҙәрҙең ҡәҙерен белергә өйрәтә. “ Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһына биргән ниғмәттәрҙең иң ололарының береһе һыу икәнлеге хаҡында күптәр уйлап та ҡуймай. Мәрхәмәтһеҙ ҡыҙыу ҡояш аҫтында  көнө буйы ятып, тәнең генә түгел, йәнең дә шаҡырайып кибеп сарсыған  саҡта быны бик яҡшы аңлай башпайһың! Һыуҙан да татлыраҡ  донъяла бер ни юҡ буғай. Иң киҫкен мәлдәрҙә иптәштәрең менән алышҡан бер-ике һүҙ ҙә ысын, эскерһеҙҙән эскерһеҙ, ихластан ихлас  доға булып яңғырай”.

Эйе, Дзержинск ҡалаһын штурмлағанда яҡташыбыҙ ҡаты яралана: биш ярсыҡ тәнен йәрәхәтләй, аяғын селпәрәмә килтерә, бармаҡтары өҙөлә.... Иптәштәренә: “Ҡалдырып китегеҙ мине, бәлки, исмаһам,  үҙегеҙ иҫән сығырһығыҙ, ә миңә күп ҡалмаған инде”, - тип ялбарып ҡарай. Ә улар, үҙҙәре лә яраланған-хәлһерәгән көйөнсә: “ Ауыҙыңды яп!”- тип ҡырт киҫәләр, һуңғы көстәрен туплап яу ҡырынан алып ҡайталар. Һуңынан табиптарға яҡташыбыҙҙы бик оҙаҡ “ямарға” тура килә. “Мине ул саҡ ҡотҡарғандарҙың яртыһы юҡ инде хәҙер тереләр араһында, ҡалғандары һуғыштан иҫән ҡайтһын тип Хоҙайға ялбарам. Үҙем өсөн дә, минең ғүмерҙе һаҡлап алып ҡалып, һуңынан үҙ баштарын һалған яуҙаштарым өсөн дә лайыҡлы тормош йәшәргә бурыслмын. “Бушап” китергә, төшөнкөлөккә бирелергә хаҡым юҡ минең хәҙер, яу яланынан дизертирлыҡҡа бәрәбәр булыр ине был!”.

Ә “Маэстро” өсөн тыныс тыл шарттарында ла яу дауам итә:  яралы тән һыҙлай, Илизаров аппараты ярҙамында яңынан атларға өйрәнә, алда ҡатмарлы операциялар көтә. Бар уйҙары һаман да бригадаһы менән. Командирҙары телефондан шылтыратып: “ Беҙ һине йыш иҫкә алабыҙ. Тик юғары награда алып саманан тыш маһайып китмә инде! ”-тип шаяртҡас, яңы көс өҫтәлә һалдатҡа.

Ҡайҙан маһайыу ти,  хәрби бурысын үтәп, иптәштәренең ышанысын аҡлап, шундай ҡаты һынауҙарҙан һуң иҫән ҡалыуҙы иң юғары награда тип иҫәпләй ул.

 
P.S.  Мәҡәләгә “Ысын кеше тураһында повесть” тип атарға теләк барлыҡҡа килгәйне, был әҙәбиәт әҫәрендә Мересьев-Маресьев  аяуһыҙ һынауҙарҙа  аяҡһыҙ ҡалып та бирешмәй, иҫ киткес рух көсө арҡаһында  йәнә сафҡа баҫа. Әммә кире уйланыҡ: “Маэстро”ның тормош китабы яҙылыу өҫтөндә генә бит әле, Аллаһ бойорһа, ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә биттәр күп яҙылыр әле был әҫәрҙә. Тиҙерәк һауыҡ, “Маэстро” һәм һоҡландырғыс тормош көйөн уйнауыңды дауам ит!

 

Автор: Ильфат Янбаев
Читайте нас