Яйыҡ
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
26 Июнь 2025, 11:45

Ғүмер ҡыҫҡа, уны яҡшылыҡҡа арнарға кәрәк

Бөгөнгө мәҡәлә геройыбыҙ һуғыш ауырлығын үҙ елкәһендә татып, әлеге ваҡытта тыныс тормошҡа яраҡлашып йәшәргә ынтылыусы Рөстәм Ибәтуллин булыр. Уның МХО-ла күргәндәре, кисерештәре тураһында һөйләштек.

Бөгөнгө мәҡәлә геройыбыҙ һуғыш ауырлығын үҙ елкәһендә татып, әлеге ваҡытта тыныс тормошҡа яраҡлашып йәшәргә ынтылыусы Рөстәм Ибәтуллин булыр. Уның МХО-ла күргәндәре, кисерештәре тураһында һөйләштек.

Рөстәм 1996 йылда Резеда һәм Наил Ибәтуллиндарҙың ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы ғүмер буйы шахтала эшләй, ҡыҙғанысҡа ҡаршы 2022 йылда вафат була, әсәһе үҙәк район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итә.   

Ҡаланың 12-се Башҡорт лицейын тамамлағандан һуң Рөстәм Наил улы Златоуст ҡалаһының ҡотҡарыусылар кадет корпусына уҡырға инә, унда ике курс уҡып Учалы тау сәнәғәте колледжына күсә, бер аҙҙан Ватан алдында изге бурысын үтәр өсөн армияға юллана. Хәрби хеҙмәттән һуң университетҡа уҡырға инә, дипломлы белгес Себер тарафатрында нефть сығарыу тармағында эшләй башлай. Һеңлеләре Элина менән Аделинаға, әсәһенә ныҡлы терәк була.

Махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән юллана. Был етди аҙымға уйланмағандан, тиктомалдан сығып китмәй ул, тәү сиратта киләсәк тормошобоҙҙо, ил, республика яҙмышын күҙ алдынан үткәрә, беҙҙең кеүек типһә тимер өҙөрлөк егеттәр ҙә ил именлеген һаҡламаһа, тағы кем Ватаныбыҙҙы яҡлар, тигән уй тынғы бирмәй уға. Таныштары араһынан да үҙ теләктәре менән контракт төҙөп, алғы һыҙыҡҡа йүнәлгәндәр байтаҡ була, уларҙың да был тәүәккәл аҙымдары егетте бик ҡыҙыҡтыра. Шулай итеп, яҡташыбыҙ Грозный ҡалаһында “Әхмәт” подразделениеһы менән контракт төҙөп махсус хәрби операцияға китә. Әйткәндәй, Рөстәмдең олатаһы Зәйнулла Ибәтуллин Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, һуғыштан иҫән ҡайтып, тыуған ауылы Ҡалҡанда оҙайлы ғүмер кисереп вафат була.

-2022 йылда уҡ һуғышҡа барырға уйлаған инем, әммә ҡапыл ғына атайым вафат булғас, был уйымдан кире ҡайтырға мәжбүр булдым, ике йылдан, 2024 йылда иһә уйҙарымды ҡабаттан барлап, етди тәүәкәлләнем, - ти ул.

МХО-ға барасағы тураһында яҡындарына өндәшмәй, һәр ваҡыттағыса вахтаға эшкә, тип сығып китә. Әсәһе улының яу яланына юлланғанын белмәй ҙә ҡала. Яҡындары менән байтаҡ ваҡыт бәйләнешкә сығыу мөмкинлеге булмай. Уңайы сығыу менән тиҙерәк әсәһенә шылтырата һала. Сит номерҙы күреп әсәһе улының һүҙҙәрен тәүҙә шаяртыу тип ҡабул итә, һуғышта йөрөүенә ышанмай, һуңынан ғына бының ысынбарлыҡ икәнен аңлай. Дөрөҫөн белгәс, унда ла ауыр кисерә. Унда ла әсә йөрәге түҙәме инде, украин номерынан шылтыратҡас, әсирлеккә алғандар, тип уйлай. Саҡ тынысландыра әсәһен Рөстәм. Артабан уңайы килеп сыҡҡан һайын тәү сиратта әсәһенә шылтыратып үҙенең иҫән-һау икәнлеген еткерергә ашыға.

Яҡташыбыҙ тәүҙә дүрт айға ҡыҫҡа ваҡытлы контракт төҙөй, артабан уны тағы дүрт айға оҙайта. Һөҙөмтәлә һигеҙ ай алғы һыҙыҡта дошман менән алышырға тура килә уға. Фамилияһына тап килтереп “Иба” позывнойын ала, Ошо арауыҡ эсендә бер мәртәбә лә ялға ҡайтмай.

Луганскийҙа ике аҙна әҙерлек үткәндән һуң уларҙы алғы һыҙыҡҡа ебәрәләр.

- Октябрь айы булһа ла йылы тора, ағас япраҡтары һарғая ғына башлаған. Көндөҙ һауа температураһы 30 градус эҫетһә, төндәрен кинәт һыуыта. Окоптар ҡаҙылмаған, ахырҙа үҙебеҙгә окоп, блиндаж ҡаҙып, яңы йәшәү шарттарына эйәләшергә тура килде. Ашамайынса түҙеп була, һыуһыҙ күп интегергә тура килде. Ямғыр, күл һыуы эстек. Ағы һыҙыҡта йыуыныу ҙур проблема, штурмовиктар аҙналар буйына бындай мөмкинлеккә эйә түгел. Бер мәл карта буйынса эргәлә генә күл барлығын белеп ҡалдым. Киттем разведкаға, минең менән тағы бер яуҙашым барырға ризалашты. Күлде табып сисенеп сумырға ғына торғанда, ҡапыл дрондар ут асты, етмәһә, танктан ата башланылар. Көс-хәл менән ҡасып ҡотолдоҡ, кейемһеҙ ҙә ҡалдыҡ, йыуышып та булманы. Төн еткәс кенә үҙебеҙҙекеләргә ҡайттыҡ. Мин бик ныҡышмал бит, буржуйка мейес, 200 литрлыҡ һауыт табып барыбер йыуынырға урын эшләп ҡуйҙым, - тип бәйән итә ул.   , - тип бәйән итә яугир. Штурмлаусы, минометсы булып хеҙмәт итә. “Үлем тураһында йыш уйланырға тура килдеме, иң хәтергә уйылып ҡалғаны нимә?” – тип һорамай булдыра алманым.

-Юҡ. Башта, килеп эләгеүгә уның турала уйлап та бирмәйһең. Ә унан һуң инде уйларға ваҡыт та юҡ. Үҙенән-үҙе йәшәү өсөн көрәш башлана. Ҡурҡыныс һәр ерҙә һағалап тора. Был – роботтар, дрондар һуғышы. Киноларҙа күрһәткәнсә автоматҡа ҡаршы автомат бармай. Һәләк булыусыларҙың да, яраланыусыларҙың да барыһы ла тиерлек дроннарҙан харап булалар. Миналар ҙа аяҡ аҫтында, уларҙы күреп тә булмай, һаҡланып ҡалыуың да икеле. Ә һуғыш үлемһеҙ булмай инде ул. Унда билдәһеҙлектән дә ауыры юҡ. Әжәлдең ҡасан, ни рәүешле йәнеңде аласағы бер Хоҙай ҡулында ғына. Шулай ҙа Хоҙайыма рәхмәтлемен, күктәргә ҡарап әҙ рәхмәт уҡыманым, унда мине атайым һаҡлап, ҡурсалап йөрөйҙөр һымаҡ тойола ине. Хәтергә инеп ҡалған ваҡиғалар күп инде. Иң ауыры – егеттәрҙе юғалтыу, - тине ул ауыр көрһөнөп.

Хәбәрһеҙ юғалыусылар, дөрөҫөрәге, унда ятып ҡалыусылар ҙа бик күп. “Иба” әйтеүенсә, уларҙы әлегә алып сығып ҡына булмай. Ләкин ул егеттәрҙең кәүҙәләрен барыбер яҡындарына алып ҡайтасаҡтар. Ышанырға һәм көтөргә генә кәрәк.

Ваҡыты менән бик ҡурҡыныс булыуын да йәшермәй яугир. Шуға ла кеше ҡурҡыуын еңергә тейеш, ти ул. Һуғышта был бигерәк тә мөһим. Ҡурҡыуыңды еңһәң, һин айыҡ аҡыл менән, уйлап эш итәһең. Күтәренке кәйеф менән башҡаларға ла ҡурҡыуын еңергә, шик-шөбһәләрен таратырға ярҙам итһәң, унан үҙеңә лә ыңғай энергия килә башлай. Һин – унан, ул һинән көс ала. Был һуғыш шарттарында еңеүгә этәргес ул.

Яҡын дуҫын юғалтыуҙы бик ауыр кисерә. Быйыл 22 февраль Севастополдән Руслан - “Крым” позывнойлы яуҙашы менән башҡа подразделениеларға кәрәк-яраҡ индереү өсөн таҙа юл эҙләү маҡсатында разведкаға сығалар. Шул мәл баш өҫтөндә бал ҡорто күселәй уларҙы дрондар ҡыҫымға ала. Яҡындағы подвалға төшөп ҡасып ҡотолалар, дошман иһә уларҙың ингән урынын сәпкә алып шунда снаряд төшөрә. Сыҡҡан ваҡытта дуҫы шартлап өлгөрмәгән снарядҡа баҫып яҡташыбыҙҙың күҙ алдында һәләк була.

-Ошо ваҡиға минең өсөн иң аяныслыһы булды. Кәүҙәһен бер нисек тә хәүефһеҙ урынға алып сыға алмайым, сөнки өҫтән дрондар һөжүм итеүҙән туҡтамай. Көс-хәлгә әлегә тиклем йәшенеп ултырған подвалға төшөрҙөм шулай ҙа. Эргәһендә бер тәүлек ултырҙым, ҡалдырмаҫҡа, нисек тә булһа сығарырға кәрәк, тигән уй тынғы бирмәй. Ахырҙа, дуҫымдың үле кәүҙәһен сығарып ҡар өҫтөнән һөйрәтә башланым, шунда миңә ҡарай камикадзе дрондары һөжүм итә башланы. Туп-тура миңә киләләр, боролоп өлгөрмәһәң, кәүҙәңдән көл-күмер генә ҡаласағы көн кеүек асыҡ. Дуҫымды ҡалдырып, саҡ йәшенеп өлгөрҙөм. Рация аша эвакуация кәрәклеген хәбәр иттем үҙебеҙҙекеләргә. Ай ярым уның кәүҙәһен сығара алмай ыҙаланым, әммә дуҫымды ташлап китә алманым. Нацистарҙың вәхшилегенә иҫең китер, йәнһеҙ кәүҙә эргәһенә ебәреү генә түгел, һуңында үлекте яндырып уҡ ҡуйҙылар. Бер нимәгә ҡарамаҫтан, янған кәүҙәһен булһа ла тоҡҡа һалып сығара алдым. Данил исемле дуҫым Русланды бергә сығарырбыҙ, тип вәғәҙә иткәйне лә, ул да һәләк булды. Ул көндө Даня беҙҙең блиндажда йоҡланы, төнө буйы һөйләшеп сыҡтыҡ. Иртән мин йоҡлағанмын, торһам, юҡ. Шул мәл тышта гөрһөлдәгән тауыш ишетелде, йүгереп сыҡһаҡ, йыраҡ түгел Данилдың өҙгөсләнгән кәүҙәһе ята, үҙҙәренең блиндажына китеп барғанда минаға эләккән. , - тип һүҙен дауам итә Рөстәм.

Яугирҙәр бик ҡыйыу һуғыша, ти “Иба”. Алтай яугирҙәре бигерәк тә ҡурҡыу белмәйҙәр. Батырлыҡтары, сыҙамлыҡтары менән айырылып торалар, ти.

-Дуҫтарымды юғалтҡандан һуң башҡа берәү менән дә яҡын аралаша алманым. Бер мәл алтай кешеһе менән һөйләшә башланыҡ, уның бер нәмәнән дә ҡурҡмауы аптырата бит. Һин ысынлап та бер нәмәнән дә ҡурмайһыңмы, үҙеңде үлемһеҙмен, тип уйлайһыңмы, тип һорайым. “Эйе, ҡурҡмайым”, - тип яуаплай. Бер мәл уны һынап ҡарар өсөн, ташландыҡ фермаға барырға булдым. Китеп барабыҙ, өҫтән дрон беҙгә снаряд ырғыта. Беҙ туҡтамайбыҙ, юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Ҡурҡыныс түгелме – тим тегегә, “юҡ” ти һаман. Фермаға килеп етеү менән камикадзе дрондар ҡыҫымға алды. “Нимә эшләйбеҙ”, тип һорай был, “Ишек сисеп алырға кәрәк, блиндажға ҡуйырбыҙ”, тигән булам. Шым ғына эшкә тотондо, шул мәл дрон ферма эсенә үтеп инеп беҙҙең эргәлә генә шартламаһынмы... Ҡарайым, яугир сер бирмәй, шөрөп бороуын дауам итә. Ишекте сисеп алдыҡ, кеҫәмдән маркер алып ишектең уртаһына түңәрәк һыҙҙым. “Нимәгә ул”, - тип һорай. Дрондарға сәп эшләнем, снаряд ташлаһалар, туп-тура ошонда ырғытһындар, тип әйтәм тегегә. Үҙемдең көлкөм килә. Шулай итеп ишекте алып ҡайттыҡ, әммә ҡуйырға насип булманы, блиндажыбыҙҙы яндырып, танк менән тигеҙләп ҡуйҙылар. Саҡ сығып, ҡасып ҡотолдоҡ. Сығып барһаҡ, минең аяҡ аҫтына снаряд килеп төштө, шартламаны. Ғүмерем бөтмәгән икән, тигән уй мейене киҫеп үтте.        -Махсус хәрби операция тормошҡа ҡарашығыҙҙы үҙгәрттеме?

-Эйе, ныҡ үҙгәртте. Тормошҡа етдирәк ҡарай башланым. Ғүмер ҡыҫҡа, уны яҡшылыҡҡа арнарға кәрәк, яҡындарыбыҙ, кешеләр менән тупаҫ булмаҫҡа, киреһенсә йомшағыраҡ, ихтирамлы һәм иғтибарлы булырға саҡырам. Нимә генә булһа ла бер-берегеҙҙе ғәфү итегеҙ, үс тотмағыҙ. Кеше еңеллеккә түҙмәй шаша, ә бына ауырлыҡ сыҙамлыҡҡа, йәшәргә өйрәтә, тормош асылын аңлай башлайһың.

Автор: Алия Даутова
Читайте нас