Яйыҡ
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
22 Июль 2025, 13:21

Позывнойы - “Атрум”

"....мин йәшенеп маташһам, кузовтағы егеттәрҙе ярсыҡтарҙан тимер борт та ҡапламаясаҡ!  Береһе лә һикереп тә өлгөрмәйәсәк бит". Яҡташыбыҙ ҡатып ҡала, иңбашы менән автомобиль борты рәүешендәге “ҡалҡанды” терәй...

Позывнойы - “Атрум”
Позывнойы - “Атрум”

Ысынбарлыҡта байтаҡҡа олораҡ һалдаттар ҙа ҡатнашҡан, әммә Бөйөк Ватан һуғышы мәхшәрендә фронтҡа рәсми рәүештә 46 йәшкә тиклем ирҙәр саҡырыла, хеҙмәт армияһына – 50 йәшкә тиклем. Заманалар үҙгәрә бара, әлеге махсус хәрби операцияла күпкә олораҡ ир азаматтары ла ирекле рәүештә күпләп  яуға баҫты.

Азамат Мөхәмәтовҡа әле 58 йәш.  Уральск ҡасабаһында тыуған.  Атаһы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 17 йәше тулыр-тулмаҫтан яуға баҫа. Фронттан ҡайтҡас шофер булып эшләй, “Байрамғол” совхозында рабочком рәйесе итеп һайлана, пенсия алдынан һәм хаҡлы ялға сыҡҡас мәктәптә уҡыта. Әсәһе иһә тыл хеҙмәтсәне була, оҙаҡ йылдар санитарка, йыйыштырыусы булып эшләй.

  Азамат Мөхәмәт улы мәктәпте тамамлағас һөнәрселек училищеһында уҡый. Һалдат бурысын авиамеханик вазифаһында  Балтика буйында һәм Грузияла үтә.  Ул саҡ ныҡлап үҙләштергән ҡатмарлы хәрби-техник әҙерлек киләсәктә бик  кәрәк булыр тип башына ла индермәй әле йәш сағында . Демобилизацияланғас  Башҡорт ауыл хужалығы институтында юғары иҡтисади белем ала. Эске эштәр бүлегенең иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы бүлексәһендә, һалым полицияһында, наркополицияла оҙаҡ ваҡыт өлгөлө хеҙмәт итте. Подполковник дәрәжәһенә тиклем күтәрелеүе үҙе өсөн үҙе һөйләй. 2006 йыл отставкаға сыҡҡас та, пенсияла ҡул ҡаушарып ултырмай – Сибайҙа банк системаһы контроле хеҙмәте начальнигы, Өфәләге ғилми-тикшереү институтында  финанстар һәм иҡтисад буйынса директор урынбаҫары вазифаларында эшләй, Учалыла район хакимиәтенең мәғлүмәт-консультация үҙәген етәкләй.

2023 йылдың башында отставкалағы подполковник  МХО-ла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөй.  Был ҡәтғи ҡарар тураһында башта ғаиләһенә лә хәбәр итмәй, барыһы ла хәл ителгәс кенә әйтә. Луганск халыҡ республикаһында Кременная ҡалаһында,  Серебрянк урмансылығында, Донецк республикаһының Торск киртләсендәге алыштарҙа ҡатнаша. Танктарға ҡаршы ракеталар бүлексәһе менән етәкселек итә, взвод командиры вазифаһын башҡарыусы итеп ҡуйыла. Был заманса комплекстар үҙҙәрен бик тә эффектлы итеп күрһәтә, дошман техникаһын “маңлайынан түпәһенә” тиклем бәреп үтә, ялан нығытмалары, ут нөктәләре, тере көскә ҡаршы ла һөҙөмтәле ҡорал икәнлеген иҫбатлайҙар. Әммә техника ни тиклем шәп булмаһын, төп шарт – уның менән ҡыйыу, сос һәм оҫта эш итә белеү.

-Тормошом яйға һалынған ине – ҡыҙыҡлы эш, ғаилә,  көнкүреш мәшәҡәттәре хәл ителгән, дуҫ-иштәр етерлек, ләкин ситтә бер нисек тә түҙеп ҡала алманым. Йәп-йәш егеттәр яуыз дошманға ҡаршы сығып баштарын һалғанда нисектер ғәрлек булыр ине, мин бит йәшәүен дә йәшәгәнмен, яҡшы хәрби әҙерлек тә бар, хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итеп тә сыныҡҡанмын. Атайымдың, әсәйемдең ағаһының миҫалдары ла тынғы бирмәне – яу килгәндә улар һис тә икеләнеп тормағандар бит! –ти яҡташыбыҙ.

“Атрум”дың  һуғыш биографияһы ҡулай башлана: “Башҡортостан” полкы формалаштырылғанда хәрби йүнәлеште һайларға, взвод тупларға ирек бирәләр уға. Үрҙә әйткәнсә, танктарға ҡаршы ракеталарға өҫтөнлөк бирә, взводтың һөлдәһен дә Учалы егеттәре тәшкил итә.

-Аллаһҡа шөкөр, яраланыусылар булһа ла, взводымда  бөгөнгө көнгә барыһы ла иҫән. Иң ауыры – иптәштәрҙе юғалтыу. Кисәнге генә һөйләшеп-көлөшөп ултырған егеттең бөгөн юҡ икәнен аң менән аңлаһаң да, күңел быны бер нисек тә ҡабул итерпгә теләмәй... Бала саҡта атайым һәм бабайым минең һорауҙарға яуап биреп: “Һуғышта иң ҡурҡынысы – һуғыш, бер кемгә лә башҡа күрергә яҙмаһын!”- тип ҡырт киҫәләр инем. Был һүҙҙәрҙең асылына әле генә тулыһынса төшөндөм. Эйе, ҡан ҡойош – әҙәм балаһының тәбиғәтенә, асыл-булмышына ҡырҡа ҡапма-ҡаршы килгән күренеш.  Үҙеңдең йә иптәшеңдең ғүмере һәр киләһе секундта өҙөлөү мөмкинлегенә бер нисек тә өйрәнеп булмай. Әммә тәҡдиреңә яҙылған икән, был һынауҙы ла үтергә тура килә, -ти ул.

 Яҡташыбыҙ фекеренсә, һуғышта һәр кемгә тиерлек  иман тиҙ ҡуна. Мосолмандар бетеү йөрөтә, христиандар – изге заттарҙың һүрәттәре йә  күкрәк тәреләре. Һәр кем үҙенсә Илаһҡа ышана, үҙе белгәнсә  доғалар бышырҙай, кеше өсөн ят һәм ҡурҡыныс мөхиттә тап иман кеше булып ҡалырға ирек һәм рухи көс бирә. Хәрби туғанлыҡ та ҡеүәтленән-ҡеүәтле рухи көс сығанағы.

-Тыныс тормошта үтә әһәмиәтле булып күренгән әйберҙәр, мәҫәлән, дан-шөһрәт һәм матди байлыҡ  фронтта сүп тә түгел.  Ә бына ҡалғандар тураһында хәстәрлек, яуаплылыҡ, ғәҙеллеккә, һәр кемдең ҡәҙерен белергә  ынтылыш тойғолары ныҡ киҫкенләшә, - ти Азамат Мөхәмәтов.

...Фронт шарттарына яйлап күнегеү форсаты эләкмәй. Алғы һыҙыҡҡа сығыуҙың икенсе көнөнә үк подразделениелары миномет утына әләгә, оҙаҡламай дошман артиллерияһы ла ҡер менән күкте бергә бутарға тотона, ярар ҙа окоптар әҙер була. Дрондар ҙа үҙҙәрен оҙаҡ көттөрмәй. Һәр кем уяуға әйләнә - һәр саҡ дрондар гөжөлдәүенә, туптар гөрһөлдәүгә, пулялар һыҙғырыуға  күҙ-ҡолаҡ булырға өйрәнелә, ти,  һәр аҙым яһар алдынан аяҡ аҫтында “Лепесток” йә “Колокольчик” ятмауына ла ҡарар кәрәк.

 Төрлө хәл-ваҡиғалар яҡташыбыҙҙың хәтеренә күп уйылған. Берҙе алғы һыҙыҡтан 10 километр алыҫлыҡтағы ваҡытлыса позицияға киләләр, ҡараңғы төшкәс кенә дошманға яҡыныраҡ күсергә иҫәп тотола. Яҡташыбыҙ кабинала юл күрһәтеп бара, тәғәйен урынға еткәс йәһәт сығып, ауыр ҡоралды төшөрөү өсөн кузовтың артҡы бортын ысҡындыра башлай. Шул саҡ  дәһшәтле гөрһөлдәү тауышы ҡолаҡтарҙы яра. “Ракета оса, йүнләп алышып та өлгөрмәнек”, - тигән уй йүгерә. Беренсе ынтылыш – һикереп ағастар аҫтына боҫорға. Әммә йәшен тиҙлегендә икенсе уй ҙа пәйҙә була – мин йәшенеп маташһам, кузовтағы егеттәрҙе ярсыҡтарҙан тимер борт та ҡапламаясаҡ!  Береһе лә һикереп тә өлгөрмәйәсәк бит. Яҡташыбыҙ ҡатып ҡала, иңбашы менән автомобиль борты рәүешендәге “ҡалҡанды” терәй... Тәүлектәй оҙон һуҙылған бер-нисә ғазаплы секундтан һуң ҡурҡыныс тауыштың сәбәбе асыҡлана  –  юҡ, дошман ракетаһы түгел,  бәреп төшөрмәһендәр өсөн бик түбән, ағас баштарына тейә яҙып беҙҙең СУ-25 (“Грач”) штурмовиктары заданиенан ҡайта икән. Ә кузовтағы егеттәр иҙәнгә йығылышҡан булалар, ҡайһылары бөтөнләй ултырған урында ҡатып ҡалған.

Иң ҡатмарлы осорҙарҙың береһе – дүрт ай буйына юлдар киҫелешен ҡаплап торалар. Дошман танктары, диверсион төркөмдәр бәреп үтеү яғынан үтә хәүефле йүнәлеш була.  Мөһим участка булғас, дошман көнө-төнө артиллерия уты аҫтында тота, дрондар туҡтауһыҙ һөжүм итә. Блиндаждарҙан сығыу ҙа ҡурҡыныс, снаряд йә ракета килеп төшмәһә, пилотһыҙ осоу аппараттары мул сәсеп киткән миналарға баҫыуың мөмкин. Ә уяулыҡты һис тә юғалтырға ярамай, хатта, йоҡлауын да сиратлап ҡына йоҡлайҙар. Нисек кенә булмаһын, яҡташтарыбыҙ был йүнәлештә ныҡлы ҡалҡан булып ергә ерегәләр, дошман үтә алмай.

Сер түгел инде, МХО-ла ҡатнашырға холоҡ төҙәтеү колонияларында ултырған байтаҡ  граждандар ҙа намыҫтарын фронтта таҙартырға теләк белдерҙе. Ундайҙарҙың элекке милиция-полиция офицерҙарына мөнәсәбәттәре нисек, тигән һорау пәйҙә булды.

-Тыныс тормошта ни булған, барыһы ла тыныс тормошта ҡала. Ут аҫтында барыһы ла “беҙҙекеләр”, ә фронттың теге яғында –  ысын дошмандар.  Колонияларҙан сығарылғандар менән йыш осрашырға тура килде, береһе ҡыйыш һүҙ әйтеү түгел, ҡырын ҡарап та ҡуйманы. Берҙе, хатта, Себерҙән килгән, тулыһынса тиерлек иректән мәхрүм ителгән граждандарҙан комплектланған подразделение янында күрше торҙоҡ. Бер-беребеҙҙе ышаныслы ҡаплау ғына түгел, хатта, тәмлерәк ризыҡ менән һыйлар булдыҡ. Һәр кем һөрөнөп, яңылышып китеүе ихтимал, ә бына ғәйебеңде аңлап, илгә бәлә килгәндә ҡулыңа ҡорал алып яуға баҫыу – тик ихтирам тойғоһо ғына уята, - тигән фекерҙә отставкалағы полиция подполковнигы.

Ә өйгә ҡайтҡас тынлыҡты тыңлап туя алмай рәхәтләнә. Туптар гөрһөлдәмәй, дрондар бызылдамай, бер ни шартламай.  Башта ғына, кеше күпләп тупланған урындарҙы шәйләһә, “...ниңә улай өймәкләшәләр, бер снаряд менән барыһын да ҡаплаясаҡ бит!” – тигән уй һиҫкәндерә, аҙаҡ ҡына башҡа килә – беҙҙә, Аллаһҡа шөкөр, тыныс тормош!  Һәм ошо тыныс тормош артабан да дауам итһен өсөн  Азамат Мөхәмәт улы ише меңәр-меңәр ир азаматтары тап әлеге мәл ут аҫтында йөрөй, күптәре беҙҙең имен тормош хаҡына донъяла иң ҡиммәт хаҡ менән дә түләнеләр.

  Азамат Мөхәмәт улы контракт ваҡыты сығып тыуған яҡтарына ҡайтҡас та алышты, теүәл әйткәндә – яуҙаштарының именлеге өсөн хәстәрлекте  дауам итә. Белемле,  абруйлы, закондарҙы энәһенән-ебенә тиклем белгән кеше булараҡ социаль селтәрҙәрҙә МХО яугирҙары өсөн төркөм булдырып, ярҙам күрһәтеүҙе ойоштора. Әйткәндәй, былай ҙа юғары аң-белем кимәлен тағын да юғарыраҡ күтәрергә форсат сыға: 2024 йыл  РФ Президентының “Время героев” программаһы буйынса  Рәсәй халыҡ хужалығы академияһы (РАНХ ГС)  һәм Юғары дәүләт идараһы мәктәбе (ВШГУ) базаһында әҙерлек үтте.  Ҡайҙа ла һүҙе үткән кеше ул. Кемгәлер дауаланыу, бәғзеләргә тулы күләмдә  закон менән ҡаралған түләүҙәр алыу, көнкүреш йәһәтендә булышлыҡ итеү, гуманитар ылауҙар туплау  йә бәхилләшеү матәме ойоштороу. МХО ветерандары ассоциацияһы ойошторолғас, тулыһынса был эшкә егелә.

-Фронтта беҙҙең көс берҙәмлектә ине, тыныс тормошта ла шулай ҡалырға тейеш! Бер кемебеҙ ҙә  бюрократик ҡаршылыҡтар, яра һәм күңел яфалары алдында  яңғыҙы ҡалмаһын. Киләһе быуынды патриотик тәрбиә лә беҙҙең иңдә, - ти ул.

Яҡын киләсәккә уй-ниәттәре – район хакимиәте бүлгән бинаға ремонтты тамамлағас, Учалы районының МХО ветерандары ассоциацияһын, Ватан һаҡсылары фонды филиалын һәм квалификациялы психологтарҙы бер ҡыйыҡ аҫтына туплаған эффектлы майҙансыҡ булдырыу.  Бөтә хәрби бәрелеш ветерандарының, уларҙың ғаиләләренең, һәләк булған яугирҙарҙың яҡындары мөрәжәғәт итерлек дөйөм урын буласаҡ.  Ассоциацияның электрон адресы - https://vk.com/club230291129?from=search

P.S. “Атрум” позывнойы япон мифологияһындағы ҡыйыу кәрәмәтсенең  исеменә бәйле, ә латин теленән был һүҙ “ҡара” тип тәржемә ителә.    Нисек кенә булмаһын, яҡташыбыҙ дошманды һалҡын ҡара тиргә төшөрөрлөк итеп алышып ҡайтты.

Автор: Ильфат Янбаев
Читайте нас