Яйыҡ
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
24 Октябрь 2025, 08:53

Ғаиләбеҙ – уртаҡ “бетеү” һәм ҡалҡан!

Ошолай тип әйтә махсус хәрби операциялағы штурм подразделениелары яугирҙәре, аталы-уллы «Альбин» һәм «Вик».

Ғаиләбеҙ –  уртаҡ  “бетеү” һәм ҡалҡан!
Ғаиләбеҙ – уртаҡ “бетеү” һәм ҡалҡан!

Ғаиләбеҙ –  уртаҡ  “бетеү” һәм ҡалҡан!

Ошолай тип әйтә махсус хәрби операциялағы штурм подразделениелары яугирҙәре, аталы-уллы «Альбин» һәм «Вик».

Егет тыуыуын Ханты-Мансы милли округының  Мегион ҡалаһында тыуған, ләкин бала саҡтан Башҡортостандың патриоты итеп тәрбиәләнә, һәр мәктәп каникулын фәҡәт Учалыла, яратҡан өләсәһе һәм башҡа зат-зәүерендә үткәрә. Әле лә тап Учалыла төпләнгән, ялға бында ҡайтып йөрөй. Бөгөн  уға 32 йәш, бер апаһы һәм бер һеңлеһе бар.

-Атайым яугир-интернационалист, Афғанстанда хеҙмәт иткән. Һәйтәк ауылынан. Минең өсөн һәр саҡ өлгө булды, әле лә төп үрнәк алыр кеше. Бер ваҡыт эсмәне лә, тартманы ла, сәләмәт йәшәйеш яҡлы булды. Шуға ла, 60 йәшенә  ҡарамаҫтан, бер ниндәй ҡытыршылыҡтарһыҙ контракт төҙөй алды.  Минән һуң ике ай үтеүгә үҙе лә МХО-ға юлланды.  Ҡарарын ошолай ғына аңлатты – минең хәрби тәжрибәм етерлек, минең урыным тап унда. Офицер, штурм взводы командиры урынбаҫары.  Шуныһы ғына үкенес, ул икенсе йүнәлештәрҙә йөрөй, бында бер тапҡыр ҙа осрашырға тура килмәне. Нисек кенә булмаһын, туғанлыҡ ептәренең ысын ҡәҙерен бында эләккәс кенә аңланым, ғаиләбеҙ –  барыбыҙ өсөн дә  уртаҡ  “бетеү”, әсәйемдең һәм өләсәйемдең изге доғалары атайым менән минең өсөн иң ышаныслы ҡалҡан! Үҙемә килгәндә, бала саҡтан  берәй көс структураларында хеҙмәт тураһында хыялландым, грек-рим көрөше менән ныҡлап шөғөлләндем. Тик бына тыныс ваҡытта, күҙ менән проблемалар сәбәпле, хатта, әрмелә сроклы хеҙмәт үтергә  алманылар. Комиссия кире бороп сығарғанда ғәрләндергәйне. Ә бына ысын хәрби операция башланғайны, кәрәгем тейҙе. Тиңдәштәрең  ут аҫтында йөрөгәндәрендә, Ватан мәнфәғәттәрен ысынында ла ҡулыңа ҡорал тотоп һаҡлар кәрәк булғас, нисек кенә өйҙә сыҙап ултырмаҡ кәрәк! Минең ер, минең ил, минең яҡындарымды тап мин яҡларға тейешмендер инде, контракт төҙөүгә ошо ғына сәбәп булды, ә  аҡсаһы ла, даны ла ҡыҙыҡһындырманы,   - ти “Вик”.

Ә позывнойын бик ябай һәм мәғәнәле итеп аңлата – “Виктория”  латин теленән “Еңеү” тип тәржемә ителә. Башҡа сәбәптәр ҙә булған, әммә быныһына төпсөнөп тормайыҡ...Аралашыу ҡулайлыраҡ барһын өсөн ошо һүҙҙе  ҡыҫҡарта. Ә Еңеүҙә ике йылдай ваҡыт элек контракт төҙөгөндә  семтемдәй шөбһәһе булмай, әле лә шулай уҡ. Беҙҙең яҡта дөрөҫлөк, шуға ла мотлаҡ еңәсәкбеҙ, тигән фекерҙә.

“Вик” башта  чечендарҙың “Әхмәт” подразделениелары составына алына.

-Улар тураһында насар бер ни әйтә алмайым. Ҡайҙа ла  оҡшаш хәл – үҙеңде нисек күрһәтәң, ҡалған яуҙаштарҙың мөнәсәбәте нәҡ шундай буласаҡ, - ти әңгәмәсе. – Шулай ҙа, 31-се “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкына күсерелгәс, үҙемде нисектер иркенерәк  тоям. Милләттәштәр, республикалаштар ғына түгел, Учалы районынан яҡташтар ҙа  байтаҡ бит бында. Өҫтәүенә, Башҡортостаныбыҙ хәстәрлектән өҙмәй, нисек тә булышлыҡ итергә ынтыла. Беҙҙең полк та һынатмай, һәр ҡушылған эште лайыҡлы үтәйбеҙ. Командирҙарыбыҙ  булдыҡлы, айырыуса “Белый” позывнойы йөрөткән батальон командирынан уңдыҡ – белемле, ҡыйыу офицер , һәр һалдатты үҙ ҡустыһындай яҡын күрә.

 Һуғышта икеле-микеле бер ни ҡалмай, тигән  күҙәтеүе менән дә уртаҡлашты.  Иптәштәрең өсөн йәнеңде фиҙа ҡылырға, ярҙам ҡулы һуҙырға, хәрби бурысты үтәү маҡсатында  команда составында эш итергә әҙерһең икән, һин – “үҙебеҙҙеке”. Кире осраҡта, кеше  ни тиклем генә аҫыл булмаһын, бары “сит” булып ҡаласаҡ.  Ниндәй милләтән, диндән икәнлегең, тыныс тормошта ни менән шөғөлләнгәнлегең – улар барыһы ла “таҫма артында” ҡала.  Бер генә сифат үҙгәрмәй, “гражданка”ла алйот булғанһың икән, бында ла аҡыл ултырмай,тип шаярта әңгәмәсе һәм етди рәүештә дауам итте:

-Мин мосолман һәм татар, үлемдән ҡурҡмайым – кемдең ҡасан  һәм ни рәүештә баҡыйлыҡҡа күсеүе генә түгел, һәр һулыш һәм аҙымыбыҙ   Аллаһы Тәғәләнең ҡушыуы буйынса ғына бара. Ә бына хәбәрһеҙ юғалыуҙан ҡурҡам, сөнки ни генә булмаһын, яҡындарың был хаҡта белергә тейеш! –ти “Вик”.- Ғөмүмән, кемдер мин бер нәмәнән ҡурҡмайым, тип әйтһә, ул йә алдай, йә ысын фронтта булғаны юҡ.  Беренсе тапҡыр артиллерия йә миномет уты аҫтына эләккәнеңдә тубыҡтар ҡалтырай, йөрәк ярһып тибә, ер тишеге табып булһа ла, шунда боҫоу ғына теләк. Һуңынан ҡурҡыуҙы еңеү булмаһа ла, контролдә тоторға өйрәнәң, барыһына ла күнегәң. Юҡ, үлеш-ҡырылышҡа, ҡан ҡойошҡа бер нисек һәм бер ҡасан да күнегеп булмай, әммә аңлай башлайһың – тәҡдирең һине һуғыш яланына килтергән икән, тимәк, Аллаһы Тәғәлә үҙе үк бар һынауҙарҙы үтерлек, күңелеңде артабан сафландырырлыҡ көс һәм сабырлыҡ та бирә.

Отпускка ҡайтҡан мәлдәрендә бер генә күренеш йәнен өйкәп ҡуйғылай йәш ирҙең:

-Күкрәп киреп, урамға һыймайынса ҡыҙмаса “егетләнеп” йөрөүселәр әле лә юҡ түгел. Гел генә башҡа бер уй килә – шул тиклем “текә” икәнһең, ниңә һин беҙҙең арала түгел? Тыныс халыҡ алдында шәбәйеп йөрөр өсөн әллә ни күп кәрәкмәй! Ә “тегендә”, әгәр ҙә штурм подразделениеларында алышырға дөбөрөң үтмәһә, окоп ҡаҙыу, госпиталдә булышлыҡ итеү, ремонт-фәлән кеүек файҙалы эштәр ҙә быуа быуырлыҡ.  Тап әле һуғыш бара бит!  Учалылар – айырыуса ҡыйыу халыҡ, күп улар беҙҙең подразделениеларҙа. Үкенес, һәләк булыусылар исемлектәрендә лә учалылар ныҡ күп, һәр береһе яҡын ҡәрҙәшеңде юғалтған кеүек тетрәндерә. Әйткәндәй, яраланып демобилизацияланған йә реабилитацияға ҡайтарылып торған егеттәр ҙә “браттар” менән бәйләнеште өҙмәй – гуманитар ылауҙар менән кире килеп тә етәләр. Ғөмүмән, гуманитар ылауҙар туплауҙа ҡатнашҡан, оҙата барған бар кешеләргә фронттағылар исеменән рәхмәт әйтәм. Һәр күстәнәс матди булышлыҡ ҡына түгел, тәү сиратта – рухи таняныс! Һәм бер үтенес: өйләнгән яуҙаштарым ғаиләмдә барыһы ла яҡшымы икән, мин ситтә булғас бер нисек тә хәстәрләй алмайым, тип борсолалар,  яугир ғаиләләре тураһында зинһәр онотмағыҙ, яҡташтар!

  Егет үҙе әлегә ғаилә ҡормаған. Еңеүҙән һуң ғына өйләнәсәкмен, ти: “ Минең тыуасаҡ балалар тыныс донъяла, снарядтар шартлауы, дрондар мыжғыуы ни икәнен дә белмәй, беҙ күргәндәрҙе күрмәй үҫергә тейеш. Ғөмүмөн, яҡындарым, бөтә ватандаштарым элеккесә имен тормоштарын дауам итә алһын өсөн Оборона министрлығы менән контракт төҙөгөнлегемә һис тә үкенмәйем! ”  Хас Мостай Кәримдең шиғырындағы кеүек хис-тойғолар сағылды был яуапта:

“Сал ҡартлығын һаҡлап ҡарттарымдың, 
Һылыуҙарын һаҡлап илемдең, 
Бөйөклөгөн һаҡлап Уралымдың, 
Гүзәллеген һаҡлап Иҙелдең, 

Атасак таң, киләсәк яҙ өсөн, 
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн, 
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн, 
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн ― 
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!”

...Был  шиғырҙы ишеткәне бармы, хәтерләйме, тип һорап тороуҙы кәрәкле тип тә тапманыҡ. Заманында Мостай Кәрим һәм Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары кеүек, “Вик” менән  уның яуҙаштары илебеҙ тарихының ҡанлы ла, данлы ла юлдарын фәҡәт үҙҙәре яҙа бит әлеге мәл!

          Дина Ҡазыева, Учалы ҡалаһы

Автор: Ильфат Янбаев
Читайте нас