Ахун ауылынан Салауат Ғәзизулла улы һәм Флүрә Хамаян ҡыҙы Фәттәховтар быйыл “алтын туйҙарын” билдәләнеләр. Эшһөйәрлек, ихласлыҡ, ярҙамсыллыҡ өсөн бар халыҡ ихтирам иткән был ғаилә менән яҡындан танышыу беҙҙең үҙебеҙгә лә кинәнес булды, рәхәтләнеп һөйләштек.
Салауат ағай 1954 йыл тыуған, ә Флүрә апай (ҡыҙ фамилияһы – Кәримова) унан өс йылға кесерәк.
Заман йәштәренә бындай хәлдәрҙе күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын, ләкин Бөйөк Ватан һуғышынан һуң да байтаҡ йылдар халыҡ ауыр йәшәй бит ул, айырыуса – тулы булмаған ғаиләләргә ҡыйын тура килә....
-Ул саҡ Ахундан 12 километр ситтәге һарыҡсылыҡ фермаһында көн күрә инек. Әсәйем һарыҡ көтә, элек һарыҡтар ҙа ҡыштарын тибенгә сығарыла торған ине, –тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Салауат ағай. -Ауыр йәшәнек. Ағайым Ахунда ятып уҡый, миңә биш йәш булғандыр, һеңлекәшкә ике тирәһе, өйҙә үҙебеҙ генә тороп ҡалғанбыҙ. Тышта буран ҡоторғас әсәй ауылдан ҡайта алмағандыр инде. Аласығыбыҙ эсендә түҙеп торғоҙоҙ һыуыҡ, яғырға утын шәрәмәте лә юҡ, ныҡ асыҡҡанбыҙ – өйҙә икмәк валсығы ла ҡалмаған... Сабый булһам да, аныҡ аңланым – ниҙер эшләмәгәндә, икебеҙ ҙә ятҡан килеш үләсәкбеҙ, ас сабыйға туңыу өсөн күп кәрәкме ни.... Туғанымды ни тура килде шуға урап, етәкләп күршеләргә алып киттем. Тик хужабикә өйөнә индереү түгел, тиргәп ҡыуып сығарҙы... Йортобоҙға кире ҡайтып ингәндә йыларлыҡ та хәл ҡалмағайны. Артабан тормош өсөн көрәшеүҙән төңөлдөм, бары файҙа юҡ. Һыуыҡ ул тиклем үҙәккә үтмәһен өсөн туғаным менән бер-беребеҙгә һыйынып, йоҡомһорап киттек. Юҡ, көнөбөҙ бөтмәгән икән әле, төн уртаһында әсәй уятты – нисектер ҡар-буран, урман-дала аша балаларына юл ярған! Өй эсендә шундай рәхәт, илерткес йылылыҡ, әсәйем аҙбарҙы ҡутарып булһа ла, усаҡ яҡҡан. Ә иң ғәжәбе – иҫ киткес тәмле еҫ аңҡый! “Кирзовка” муҡсаһына тултырып он алып ҡайтҡан, шуны һыуға бутап, мейес плитәһенә генә һалып йәймә ҡыҙҙырған икән. Ошонан да татлыраҡ ризыҡты башҡа бер ваҡытта ла ауыҙ итергә тура килмәне!- тип хәтирәләре менән уртаҡлашты ғаилә башлығы.
1961 йыл йәнә ситтә урынлашҡан, әммә Ахунға күпкә яҡыныраҡ икенсе һарыҡсылыҡ фермаһына күсәләр. Салауатҡа мәктәпкә барыр ваҡыт бит. Күпмелер дәүер интернетта ятып уҡыуға, ферманың үҙендә уҡ класс асыла. Ҡыуанып кире ҡайта. Балалар һаны аҙ булғас, 1-се синыфтыҡылар ҙа, дүрттәгеләр ҙә бергә уҡыйҙар. “Беҙгә айырым йөкләмә бирелһә лә, уҡытыусының кескәйҙәргә әкиәт һөйләгәненән һис тә айрылып булмай! Арифметиканан ҡыҙығыраҡ бит”, - тип йылмайып иҫкә ала был ваҡытты әңгәмәсебеҙ. Уҡыу үҙ урынында, әммә әсәйгә һарыҡ ҡарашырға ла кәрәк, яңғыҙы һис тә өлгөрөрлөк түгел. Йәйге каникулдарҙа ял түгел, йоҡо ла йүнләп эләкмәй - таңғы биштән да ҡалмай һарыҡтар көтеүлеккә сығарыла. Тырышып-тырышып эшлмәйенсә ғаиләнең башҡа сараһы юҡ: фермалағы йортта йәшәйҙәр бит, бында эшләмәйһең икән, торлаҡты бушатырға талап итәсәктәр.
Ошолай өҙгөләнә торғас, 7-се кластан һуң уҡыуҙы бөтөнләй туҡтатата. Тап фермала эшләй башлағас ҡына тәүләп туйғансы ашаным, тип иҫкә ала ул. Әммә үҙаллы хеҙмәт тә анһат ҡына башланмай. Һарыҡ көтөргә ситтәге утарҙа яңғыҙын ҡалдыралар, ә тирә-йүндә бүреләр юҡ түгел. Йыртҡыстар килеүҙәренән ҡурҡып, төндө аласыҡ ҡыйғында үткәрә. Ярар ҙа, тәжрибәле малсылар бындай хәлдең килешмәгәнлеге тураһында етәкселектең ҡолағына төшөрөп, үҫмерҙе икенсе урынға, башҡа көтөүсе менән икәүләп эшләргә күсерәләр. Шулай итеп нығынып китә ул.
Салауат ағай үҙен белгәндән алып һарыҡтар араһында булғас, малҡайҙарҙы ярата, нисек яҡшыраҡ тәрбиәләү-аҫрау нескәлектәре лә уға сер булмай. Башта үләкһәрәк, бракка сығарылған һарыҡ көтөүе тапшырыла, әммә егеттең тырышлығы менән улар йөндө лә яҡшы бирә, иттәре лә сифатлы була. Йәш чабандың һәләтен абайлаған етәкселек уға тоҡом үрсетеү көтөүен ышанып тапшыра. Егет ал-ял тураһында онотоп, тәжрибәле чабандар менән ярышып яратҡан эшен башҡара. 1972 йыл ғына туҡтап тора, сөнки хәрби хеҙмәт үтергә саҡырыла.
Ҡазан ҡалаһында ир-егет бурысын үтәп ҡайтыуына, яҙмышы ихлас йылмая йәш кешегә: саҡмансы, йәғни бәрәс ҡараусы булып Флүрә килә. “ Төплө, баҫалҡы, эшһөйәр һәм, әлбиттә, һылыу – нисек кенә оҡшамаһын инде!”- тип йылмая Салауат ағай. 1975 йыл ғаилә ҡоралар. Ғаилә башлығы дәртләнеп эшләй торғас, һарыҡ йөнө буйынса ла, бәрәнләтеү буйынса ла бөтә Башҡортостанда иң юғары күрһәткестәргә ирешә. Шуға ла 1978 йыл Мәскәүгә, ВЛКСМ съезына делегат итеп ебәрелә. Бик тә илһамланып ҡайта ул. Зоотехник һөнәре буйынса Йылайыр ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Диплом алғас һыйыр фермаһына мөдир итеп ҡуйыла, әммә һөйөклө һарыҡтарҙан һис кенә лә айырылғыһы килмәй икәнлеген аңлап, чабан булып кире күсереүҙәрен үтенә. Һуңынан һарыҡсылыҡ фермаһы мөдире итеп тә тәғәйенләнә.
“Ҡыҙыл партизан” колхозы тарҡатылғандан һуң да фуражсы булып эшләй, йылҡы ҡарай. Намыҫлы хеҙмәт өсөн наградалары бар, шул иҫәптән ВДНХ миҙалдары. Ниҙәр бирелгәнен теүәл генә хәтерләмәй ҙә ул, байтағын балалар уйнатып юғалтып бөткән. Быға бер ҙә бошонмай –миҙал өсөн эшләмәгән бит, тормош артабан яҡшырһын, барыһы ла туҡ йәшәһен, йылынан кейенһен өсөн фиҙәҡәр хеҙмәт итә. Эйе, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең бөйөк быуыны вәкиле ул – бала саҡта аслыҡ-яланғаслыҡтың ни икәнлеген үҙҙәре татып, бындай ҡасафаттарҙан киләһе быуындарҙы ҡурсалау өсөн үҙҙәрен-үҙҙәре аямай эшләгән йотлоҡ дәүеренең ҡыҙ-малайҙары...
-Минең бабай кеүек башҡа коммунист донъяла булмағандыр! – тип йылмая уның хәләл ефете. - Бар ғүмере фермала үтә бит. Ҡыҙыҡ өсөн иҫәпләп ҡуйҙым, беҙҙе икәүләп 28 тапҡыр туйҙарға саҡырҙылар. Бар тапҡырҙа ла ял көнө алыу түгел, ҡунаҡҡа эштәрен бөткәс кенә барҙы, хатта, мәжлестән һуң һарыҡтарының хәлдәрен белеп сығыр ине! Ә һарыҡ бәрсәләгән ваҡытта ферманан көнөн-төнөн ҡайтмаҫ ине! Йорт эштәре иһә үҙебеҙҙең балалар иңендә, улай ғына ла түгел – ял көндәрендә балаларҙы аталары фермаға эшкә йөрөтөр булды.
Эйе, малҡайҙар тураһында мауыҡтырып һөйләй ул әле лә. Алтай, Ставрополь, Романовский һарыҡтары, Советский меринос – ниндәй генә тоҡомдарҙы аҫрамаған, һәр береһенең үҙ холҡо, үҙ өҫтөнлөктәре. “Ҡыҙыл партизан” колхозында 12 мең башҡа тиклем етә бит заманында! Ә һарыҡтарға күңеле тартылғас тартыла инде, бына әле, олоғайған көндә һыйыр тотмайҙар Фәттәховтар, ә 7-8 баш һарыҡ аҫрайҙар. Башлыса йәм өсөн.
Шул уҡ ваҡытта Салауат ағайҙы эштән башҡа бер ни күрмәгән кеше тип һис әйтерлек түгел. Гармунда өҙҙөрөп уйнай, байрамдарға йыш саҡырыр булалар. Һәм балаларҙы яратҡас, Яңы йыл байрамдарында ауыл сабыйҙарын ат санаһына ултыртып йөрөргә ғәҙәтләнә.
Флүрә апай өс тиҫтәләп йыл хеҙмәт стажына эйә. Фермала ла, төҙөлөш эштәрендә лә йөрөй, һәр ваҡыт иренә ышаныслы таяныс, балаларына хәстәрлекле әсә була.
Оло Фәттәховтарҙың донъяла иң ҙур байлыҡтары һәм ғорурлыҡтары – балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре.
Флүзә ҡыҙҙары “Карагайский бор” санаторийында эшләй. Тормош иптәше Рәшит менән биш бала үҫтерҙеләр. Илнур улдары өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырыла ла, хәҙер инде дүртенсе йыл махсус хәрби операцияла алыша. Батырлыҡ өсөн дүрт хәрби миҙалға лайыҡ булған. Яугирҙың ике балаһы бар, ә мобилизацияға тиклем “Уралташ” предприятиеһында эшләгән.
Юлиә ҡыҙҙары – ашнаҡсы, телде йоторлоҡ аш-һыу әҙерләү оҫтаһы. Ике баланы аяҡҡа баҫтыра, өлкән улы 22 йәшендә МХО-ға юлланған, танкист. Юлиә Салауат ҡыҙының, аңлашыла инде, күңеле урынында түгел, хәленән килгәнсә улын, уның яуҙаштарын ҡурсаларға ынтыла. Маскировка селтәрҙәре үрә. Ахун халҡы был эшкә әүҙем тотонған, урындағы клубҡа иртәнге һәм киске сменаларға бүленеп йөрөйҙәр икән.
Фәттәховтарҙың кесе балары, Тайфур Салауат улы ла хәрби хәрәкәттәр ветераны, Луганск халыҡ республикаһында контракт буйынса булып ҡайтҡан. Дүрт бала атаһы, бөгөнгө көндә Баймаҡ МТС-ында хеҙмәт итә.
Ғөмүмән, бәтә Фәттәховтар ҡоро Ватан һағына баҫыуҙы үҙҙәренең изге бурысы итеп һанай. Салауат Ғәзиз улының бер туған ағаһы Алмас ағай ғүмере буйына колхозда механизатор булып тир түгә, уның берҙән-бер улы Сирияла Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлап башын һалған яугир.
Салауат ағайҙың һеңлеһе Роза-апай ҙа Ахунда көн күрә. Өлкән улы Кавказда тәртип урынлаштырған хәрби хәрәкәттәр ветераны, ә кесе улы – МХО башланғандан алып яу зонаһында. Капитан, бихисап наградалар кавалеры, хәрби табип - көн һайын егеттәребеҙҙең ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн әжәл менән көрәшә. Быға, юғары һөнәри квалификацияһынан тыш, көс-сыҙамлығы ла булышлыҡ итә – еңел атлетика буйынса спорт мастеры кандидаты икән.
30 ноябрь – Әсәләр көнө. Үҙегеҙгә был көн ниндәй бүләк теләр инегеҙ тигән һорауға, Флүрә апайҙың күҙҙәре йәшләнде:
-Донъялар имен булһын, бар әсәләрҙең улдары, ейәндәре яу ҡырынан иҫән ҡайтһын! – тип бар йөрәктән теләне. Амин!
.... Фәттәховтарҙа булғанда тап һалдаттарыбыҙ именлегенә һалынған ҡорбан итенән бишбармаҡ ауыҙ иттек. Һис тә фәстермәйбеҙ –былай ҙа килештереп әҙерләнгән, татлы бишбармаҡ менән һирәк һыйланырға тура килә. Флүрә апайҙың “фирменный” (дөгө, йәҙәм, өрөктән) бешергән пирогы ла тел йоторлоҡ. Кешене ризыҡ йөрөтә тиҙәр, яугиҙарыбыҙҙың өлөшөндә ошондай былау-бәлештәр булып, иҫән-аман йорт табындарына кире алып ҡайтһын тип теләргә генә ҡала.