5 декабрь ирекмәндәр көнө билдәләнә. Был байрам йәмәғәтселек иғтибарын мохтаждарға түләүһеҙ ярҙам итеүгә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Һуңғы йылдарҙа уларҙың сафы тағы ла артты. Махсус хәрби операция башланғас та ҡала-районыбыҙҙа яугирҙарға ярҙам күрһәтеүселәр күтәрелеп сыҡты. Бөгөн ҡалабыҙҙа һәм һәр ауылда тиерлек гуманитар ярҙам ойоштороусылар бихисап, мәҙәниәт йорттарында, китапханаларҙа, ауыл советтарында, предприятиелар һәм ойошмалар базаһында маскировка селтәрҙәре эшләү, ойоҡбаштар бәйләү, аш-һыу әҙерләү, аҡса һәм посылкалар йыйыу буйынса өҙлөкһөҙ эш алып барыла.
- Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ әүҙем. Төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша улар, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен тергеҙеү йүнәлешендә лә, тәрбиәүи йүнәлештә лә эшләйҙәр. Ауылда эш юҡ тип, баш эймәйҙәр. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт та аҫрай халыҡ, етеш донъя көтә, балалар уҡытып, һәр яҡлап тырышып йәшәй. Ауыл халҡы алсаҡ, йыр-моңға ла, бейеүгә лә маһир. Илгә һынау килгәндә лә дәррәү тотондоҡ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға аҡса йыйыу, тәғәйен әйберҙәр алыу, гуманитар ылау ойоштороу менән булышабыҙ, аяттар уҡытабыҙ, - ти Ҡолош мәҙәниәт йорто мөдире Римма Минһажева.
Римма Сәғит ҡыҙы һүҙҙәренән, уның төп ярҙамсылары - “Хәтирә” фольклор төркөмө ҡатын-ҡыҙҙары. Нурия Кәримова, Мөслимә Мөхәмәтйәрова, Илүзә Сәфиуллина, Флүзә Мөхәмәтйәрова, Әҡлимә Рәхмәтуллина, Гөлдәр Хәйруллина, Люциә Әхмәтйәнова, Әлфиә Ямалетдиновалар бер саранан да ситтә ҡалмайҙар.
-Маскировка сеткаһын үреү - төп эшебеҙҙең береһенә әйләнеп китте. Әлеге мәл 45-се сетканы башлағанбыҙ. Балалар ҙа ярҙам итә. Ҡотой ауылы халҡы менән берлектә ҙур сара - ойоҡбаш бәйләү кисәһе ойошторҙоҡ. “Айыу” позывнойлы бер яугирыбыҙ “Свой-чужой” таҫмаһын һорап мөрәжәғәт иткәс, бер төн эсендә ҡотойҙар 420 таҫма тегеп килтерҙеләр. Районыбыҙ депутаты, ауылыбыҙҙың егете Артур Баҡыев ҙур ярҙам күрһәтә яугирҙарға - аҡса йыйыуҙы ойоштора, үҙ автомобиле менән махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙам да алып барҙы. Шулай уҡ Илнур Ямалетдиновҡа, Наил Рәхмәтуллинға, Айгиз Сәфиуллинға рәхмәтлебеҙ. Махсус хәрби операция башланғандан алып 400 мең һумдан ашыу аҡса йыйғанбыҙ, - ти Римма апай.
Ҡолоштарҙың сауаплы эштәре дауамлы булһын, Аллаһтың һәм яугирҙарҙың рәхмәте төшһөн!