Яйыҡ
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
29 Декабрь 2025, 08:24

“Әсәй, юҡҡа борсолма!”

Мәрйәм Миндиар ҡыҙы – ҡәҙимге ҡатын, уның борсолоу-көйөүҙәрен  дә Рәсәйебеҙҙә меңәр-меңәр кеше бик яҡшы аңлай: уның да улы бөгөн  яу ҡырында.

“Әсәй, юҡҡа борсолма!”
“Әсәй, юҡҡа борсолма!”

Беҙгә күрше Белорет районының, тау-урман араһына йәшеренгән Ноҡат ауылы. Район үҙәгенә йөҙҙән ашыу саҡрым. Тын бында, һиллек. Ваҡыт та икенсерәк аға буғай.  Башҡалар өсөн ваҡыт сәғәттәр, көндәр менән иҫәпләнһә, был йорттоң хужабикәһе өсөн  бер телефон хәбәренән икенсеһенә тиклем арауыҡтар ғына әһәмиәтлегә әйләндебөгөнгө көндә.

Мәрйәм Миндиар ҡыҙы – ҡәҙимге ҡатын, уның борсолоу-көйөүҙәрен  дә Рәсәйебеҙҙә меңәр-меңәр кеше бик яҡшы аңлай: уның да улы бөгөн  яу ҡырында.

Юғалтыуҙарҙың ни икәнлегенә алдан уҡ  үҙәгенә  үткәнсе төшөнгән ул, өс йыл элек тормош иптәшен ерләргә тура килә. Яңғыҙлыҡта ҡалып ҡайғыға бөгөлөп төшһә лә, үҙенә һынырға ирек бирмәй. Сөнки был донъяла мөһим бурысы ҡалғанды аныҡ аңлай – һөйөклө балаҡайҙарына терәк һәм һаҡ булыу хәҙер уның үҙенең генә иңендә. Шөкөр, исмаһам ҡыҙҙары һәм өс улдары аталары баҡыйлыҡҡа киткәндә буй еткергән  була инде.

Балаларын нисек тәрбиәләйҙәр? Выждан, бурыс, йәшәйеш мәғәнәһе һәм маҡсаттары тураһында өгөт-нәсихәт уҡымайҙар, ҡупшы һүҙҙәрҙе яратмайҙар Шәмсетдиновтар. Башҡорттарҙа шулай бит инде ул – күңел төбөндәгене тышҡа сығарып бармайбыҙ. Кешенең кем икәнлеге былай ҙа йәшәйешенән, ҡылыҡтарынан асыҡ күренә. Сәмситдтновтар пары ла эшһөйәрлек һәм сабырлыҡ, тоғролоҡ һәм иманлылыҡ ни икәнлеген балаларға үҙ өлгөләрендә күрһәтә.

Сәмситдиновтарҙың өс улдары ла хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй. Иң өлкән Айгиз Хәрби-һауа көстәрендә була, әле Уренгой ҡалаһында эске эштәр органдарында хеҙмәт итә, тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Кесе Илнур һауа-десант ғәскәрҙәрендә йөрөп ҡайта, бөгөнгө кәндә Белорет металлургия комбинатында эшләй, ике бала атаһы. Гөлназ да кейәүҙә, бер ҡыҙы бар.  ...Ә бына уртансы улдары тураһында исемен күрһәтеү  түгел, хатта, позывнойын да яҙырға кәрәмәҫтер.  Көслө, сос һәм ҡыйыу егет махсус ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә, шуға ла был мәҡәләлә Уртансы тигән ҡушаматты үҙебеҙ тағайыҡ. Уртансы МХО башланғанға тиклем дә күпте күрә, юҡҡа ғына йәшләй хаҡлы ялға сығыу хоҡуғы бирмәйҙәр бит инде! Пенсияла булһа ла, хәрби хеҙмәтте дауам итә. Атаһы үлгәс кенә тыуған яҡтарына ҡайта, әсәһенә терәк һәм йыуаныс булып йәшәргә иҫәп тота, әммә Украинала махсус хәрби операция башланғас,  йәш ветеранға намыҫы тыныс тормошта ҡалырға ирек бирмәй. Дары еҫен күп еҫкәгән, һалдат һурпаһын күп эскән тәжрибәле һәм оҫта яугир  нисек кенә тиңдәштәре һәм ҡустылары яуға юлланыуын ситтән битараф күҙәтә алһын инде? Бала саҡтан ҡанына һеңдерелгән бит: дуҫ дуҫ өсөн мал бирер, яу килгәндә йән бирер; күмәкләгән – яу ҡайтарған; яу килгәндә егет һыналыр һәм башҡа.

Әммә МХО-ға юлланырға ныҡлы ҡарарға килгәс,был хаҡта тәфсирләп һөйләп тормай, әсәһенә һуңынан телефондан : “Приказ алдым. Хәрби бурысты үтәр кәрәк. Юҡҡа борсолма, беләң дә инде,  минең көстән барыһы ла килә”, - тип кенә белдерә.

“Юҡҡа борсолма”, имеш! Ошо ҡыҫҡа телефон хәбәре Мәрйәм ханымдың ғүмерен уртаға бүлде: махсус хәрби операцияға тиклем тормошо ни тиклем тыныс һәм талғын аҡҡан икәнлегенә үҙе лә ғәжәпләнеп ҡуя, хәҙер ни – көнө-төнө хәбәр көтә, эстән генә изге теләктәрен һәм Аллаһы Тәғәләгә ялбарыуҙарын бышырҙай. “Окопта атеистар ҡалмай” тиҙәр, эйе, нисәмә яугир менән һөйләшергә тура килмәне, барыһы ла тиерлек  ҡырҡыу мәлдәрҙә илаһи көскә һыйынырға ирекһеҙҙән дә ынтылыш пәйҙә булыуы хаҡында телгә алдылар. Окопта атеистар ҡалмай, ә бына окопта ултырғандарҙың әсәләре араһында иманһыҙҙарҙың  булыуы бөтөнләй  мөмкин дә түгел! Ҡораллы дәү ирҙәр ҙә улар өсөн бары бәләкәй малай булып ҡала бит, хәлдәренән килһә, ҡайнар ярсыҡтарҙан үҙ тәндәре менән дә ҡапларҙар ине, ундай әмәл тапмағас, изге әсә доғалары менән йән киҫәктәрен ҡурсаларға тырышалар....

 Әлбиттә, Уртансының яу юлы тураһында тәфсирләп  яҙырға теләр инек. Юҡ шул, Мәрйәм Миндияр ҡыҙы үҙе лә был хаҡта  хәбәрҙар түгел, хатта, хәрби наградалары тураһында ла осраҡлы рәүештә генә белеп ҡалған. Һөйләшкәндәрендә төпсөнә башлаһа, Уртансы гел генә:” Юҡҡа борсолма, минең барыһы ла ал да гөл”, - тип ҡырт киҫә лә, “Өйҙә, ауылда хәлдәр нисек?”-тип хәбәрҙе йәһәт икенсегә күсерә.

Ә бына Уртансының бала сағы тураһында әсә кеше йылы хәтирәләрҙе күп һаҡлай:

- Иптәшем леспромхозда тракторсы булды, бик ауыр эш, шунда ғына сәләмәтлеген ныҡ ҡаҡшатып, беҙҙе бик иртә ҡалдырҙы. Икәүләп булһаҡ, Уртансыбыҙҙы көтөп алыу еңелерәк булыр ине миңә, йыуатыу һүҙҙәре таба белә ине ул, йәне йәннәтә булһын! Яҙмышым шулай инде,  байтаҡ һөнәрҙәрҙә үҙемде һынап ҡарарға тура килде. Тиҫтәләп йыл почтальон булып эшләнем, өс ауылды хеҙмәтләндерҙем. Элек халыҡ гәзит-журналды күп яҙҙырта ине, Ноҡаттан егерме километр ситтәге Инйәрҙән ауыр почтальон муҡсаһын йөкләп ҡайтыр кәрәк, йыш ҡына йәйәү йөрөргә лә тура килгеләй. Уртансым, үҙе бот буйы ғына булғанда ла, гел генә миңә юлдаш сығырға, йөк күтәрешергә,  хәүеф-хәтәрҙән һаҡларға атлығып торҙо. Бәләкәй малай көйөнсә лә ысын ир ине. Ғөмүмән, бөтә балаларыма ла шөкәр,бәләкәй саҡтарынан ярҙам итеп, төрлө сәбәп менән хәжәт төшкәндә, хатта, икмәк бешереп, һыйыр һауып  үҫтеләр. Барыһына ла шөкөр, Уртансыбыҙҙы ғына иҫән-һау көтөп алырға яҙһын инде барыбыҙға ла!

 Мәрәймде бәләкәй сағынан, мәктәптә уғыған дәүерҙән яҡшы беләм мин. Ғорур, эшһөйәр һәм кешелекле булды ул ҡыҙсыҡ сағынан, бер ваҡытта ла кемгәлер, нимәгәлер бәлә һалып, һыҡрап-илап йөрөмәне, һәр хәлдә лә, кешегә күҙ йәштәрен күрһәтмәне, ныҡ булды. Хәҙер ни, тормош тағы ла сыныҡтырған. Улы тураһында борсолоуҙары һалдаттарға  нисек тә булышлыҡ итергә ынтылышҡа әүерелә. Фронтҡа күстәнәстәр әҙерләү, улы һирәк-һаяҡ бәйләнешкә сыҡҡанында, беҙҙә барыһы ла ал да гөл, тип ышандырырлыҡ итеп һөйләү, балаларына хәлдән килгәнсә ярҙам итеү, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашыу һәм башҡа.

-Уртансымды ҡатыны – рус милләтенән, бер Рәсәй ҡалаһында йәшәйҙәр. Улым оҙағыраҡ ваҡыт бәйләнешкә сыға алмаһа, шундуҡ миңә шылтыратырға керешә. Тынысландырыу өсөн һүҙҙәр ҡайҙандыр йәһәт табыла. Икебеҙҙең дә күңелдәр бушап ҡала. Ата-әсәм гел әйтә килде: сабыр бул, сабырлыҡтың төбө һары алтын, тип. Мин дә йәштәрҙе ошо хәҡиҡәткә төшөндөрөгә тырышам. Сабыр ғына көтөп, ярҙам итеү өсөн хәлдән килгәндең барыһын да эшләп, доғаларыбыҙҙы уҡып, бар әсәләргә – улдарын, бар ҡатындарға – ирҙәрен, бар балаларға –атайҙарын һуғыш яландарынан көтөп алырға яҙһын инде! –ти әңгәмәсебеҙ. Амин!

P.S. Мәрйәм класташым тыуыуын Силәбе районының Уй районында алтмыш йыл элек тыуған. Әммә бала саҡ йылдары Иманғолда үтте. Атаһы Миндияр Заһировтың тамырҙары Ҡунаҡбай ауылынан, “Коммунар” колхозында малсы булып хеҙмәт итте. Әсәһе Ғәтифә (ҡыҙ фамилияһы – Исхаҡова)  Сәфәрҙән, һауынсы булды. Хәтерҙә, Мәрйәм дә, саҡ ҡына үҫә биргәс, фермаға ярҙамға ашығыр ине. Тамырҙарын ентекләп яҙыуҙың сәбәбе – Иманғолда ла, Сәфәрҙә лә, Ҡунаҡбайҙа ла Уртансы менән ғорурланып, иҫән-һау йөрөһөн тип бар күңелдән теләп ҡуяйыҡ. Бындай улан менән бар Учалы ла ғорурланырға хаҡлы! Әйткәндәй, Мәрйәмдең кесе ҡустыһы Риман  Миндияр улы ла әлеге мәл яу ҡырында. Бәләкәс һеңле-ҡустыларға күнеккән, улар өсөн йән атҡан апай кешенең уның өсөн дә йәне өҙөлә. Тиҙерәк бөтһән инде һуғыштар!

Автор: Ильфат Янбаев
Читайте нас