Нәҡип Кәтип улы Әйүпов быйыл 3 ғинуарҙа 70 йәшлек юбилейын билдәләне.
Гәзит уҡыусыларға тарихҡа, тыуған төбгебеҙгә, арҙаҡлы шәхестәргә бағышланған мәҡәләләре менән билдәле уҙаман. Бар яҙмалары ла йылы, ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул ителә. Был тапҡырҙа иһә уның үҙе менән яҡынданыраҡ таныштырайыҡ.
Башланғыс мәктәпте тыуған ауылы Ғәлиәхмәрҙә уҡый. Остаздар алтын хаҡына ине шул әүәле заманаларҙа, тәүге уҡытыусылары Фуат ағай һәм Идеал апай Лоҡмановтарҙы әле булһа һағынып хәтерләй. Ә урта белемде Миндәк мәктәбендә ала. Ҡулға аттестат алыу менән Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инә. Юғары белем алыусылар аҙ ине шул элекке заманаларҙа, ныҡ һайлап ҡына алынғастары, студенттар ҙа көслө була. Нәҡип ағайҙың курсташтарын һанап сығыу ғына ла быға асыҡ дәлил: Сәлимйән Бәҙретдинов, Салауат хәҙрәт Рәсүлев, Гөлфиә Гәрәева (Янбаева), “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының генераль директоры Даларис Ғәбдуллин, “Яйыҡ” гәзитенең тәржемәсеһе Әминә Имашева һәм башҡалар.
Аралашыу, белем аплыу, ҙур ҡала тормошо әүрәтә ауыл егетен , тик бына ғаилә хәлдәре буйынса 1975 йыл ситтән тороп уҡыуға күсергә тура килә, Озерный мәктәбенә математика уҡытыусыһы булып урынлаша. Ә был мәктәп 10-йыллыҡ итеп үҙгәртелгәс, тәүге военрук, йәғни хәрби эш уҡытыусыһы итеп ҡуйыла.
1976 йыл класташы Нәйрә Сәйфулла ҡыҙы Ишмөхәмәтова менән өйләнәшеләр. Нәйрә ханым Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап ҡырҡ йыл тирәһе уҡытыусы булып өлгөлө эшләне, абруй ҡаҙанды. Шулай итеп быйыл улар, Аллаһ бойорһа, 50 йыллыҡ алтын туйҙарын туйлаясаҡ. Әммә туйҙан һуң йәштәргә шундуҡ гөрләтеп йәшәп китергә яҙмай әле, сөнки Нәҡип ағай Совет Армияһына саҡырыла. Үткер һәм белемле егетте күрә һалалар, Ашхабад ҡалаһындағы (Төркөстан хәрби округы) әҙерлек үҙәгендә рота старшинаһы вазифаһына тәғәйенләйҙәр, БМП-2 тупсыларына инструктор ҙа була. Төркмәнстанда ла башҡорттар тураһында яҡшы хәбәрҙар булалар, сөнки ул яҡтарҙа беҙҙең генерал Таһир Ҡусимов яҡшы дан ҡалдыра. “Итәғәтле,әҙәпле халыҡ ул төркмәндар, әле ул заманаларҙа ла мосолманса йәшәйҙәр ине”, -тип иҫкә ала Нәҡип ағай. Эйе, ерле халыҡ менән ныҡ килешә, хатта, хәрби хеҙмәтен тултырғас Мары институтына уҡытырға ҡалырға өгөтләйҙәр. Әлбиттә, баш тарта – йәш кәләш, тыуған яҡтар һағындыра . 1976 йыл ҡайтып, мәктәбендә военрук булып эшен дауам итә. “Хәрби әҙерлек остаздары бик көслө ине, өйрәнер кешеләр күп булды – Жәүҙәт Сөнәғәтуллин үҙе генә ни тора! Петр Огнев, Мозафар Мортазин, Геннадий Рябков, Мәүлитбай Ғиниәтуллин, Ғиффәт Харисов, Фәрит Шакиров һәм башҡа хеҙмәттәштәрем тураһында иң йылы хәтирәләр һаҡлайым”, -ти ул. Әйткәндәй, ул үҙе Ырымбурҙағы хәрби училищеға ебәрелеп, военрук квалификацияһын күтәреп ала.
Тик бына уҡытыусыларҙың эш хаҡтары билдәле инде, өс ул аталарына ғаилә аҫрар кәрәк. Шуға ла Өфө урман техникумын тамамлап, 8 йыл урман технигы булып та эшләп ала, ә 2002 йыл Себер тарафтарына, Сорғот яҡтарына юллана. Торба һалыу базаһы начальнигы урынбаҫары итеп ҡуйыла, 5-6 айлыҡ вахталар менән эшләй. Районыбыҙҙан коллективта 76 кеше булғас, “Учалы кланы” тип исем дә тағалар үҙҙәренә.
-2006 йыл ҡәйнешем Раят Килдебай улына Озерный мәктәбе директоры булырға тәҡдим иткәстәре, ул минең йәнә хәрби әҙерлек буйынса уҡыта башлауымды һораны, 2017 йыл пенсияға сыҡҡансы ошо, яратҡан эшемде башҡарҙым, -ти Нәҡип ағай.
Әйүповтар ғаиләһе өс ул үҫтерә.
Илнур – юғары белемле журналист һәм хоҡуҡ белгесе, заманында нәҡ беҙҙең “Яйыҡ” гәзитендә практика үтеп, үҙе турала тик яҡшы иҫтәлектәр генә ҡалдырҙы. БР Дәүләт Йыйылышында юрист вазифаһын биләгән ҡатыны Гөлнара менән Айҙар исемле ул (10-сы класта) һәм Йәмилә исемле ҡыҙсыҡ (биш йәшлек кенә әле) тәрбиәиләйҙәр. Илнур Нәҡип улы башта икенсе яуаплы вазифаларҙа йөрөһә, бөгөнгө көндә “Ватан һаҡсылары” фонды хеҙмәткәре. Эш алмаштырыуҙың сәбәбе ихтирамға лайыҡ – үҙ теләге менән МХО алыштарында булып ҡайтты бит ул, хәрби оҫталығы һәм ҡыйыулығы 3 миҙал менән билдәләнә, яуҙаштарына булышлыҡ итеүҙе әлеге вазифала башҡарыу ҡулай, ти. Бына Яңы йыл алдынан ғына Башҡортостан делегацияһын (унда Учалынан Артур Ғайназаров та булды) Мәскәүгә, “Вместе победим” форумына алып барҙы. Мәртәбәле йыйын МХО ветерандарына булышлыҡ мәсьәләһенә бағышлана.
Тимур –сәнғәт академияһын тамамлаған ҡурайсы, педагогия университетының физика-математика факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған белгес. Ике һөнәре лә берсә кәрәк була, сөнки БСТ компанияһында режиссер һәм производство-техник бүлеге начальнигы булып эшләй. БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Ҡатыны Дилара – Өфөлә башҡорт балалар баҡсаһында мөдир урынбаҫары. Ҡыҙҙары медицина университетында тик биштәргә генә уҡып һөйөндөрһә, 11-се кластағы Айтуған улдары тхеквондо тигән хәрби сәнғәт буйынса 7 тапҡыр республика чемпионы, Рәсәй призеры, ошо ғына йәшендә оҫталыҡты дәлилләгән ҡара билмау йөрөтә! Юҡҡа ғына БР Башлығы стипендиаты ителмәй инде.
...Йәл, оло Әйүповтарҙың кесе улдары Азаттың ғүмере ҡыҫҡа булды. Ярар ҙа, нәҫәлен дауам итерлек бер ҡыҙы менән бер улы ҡалдылар.
Әммә военрук яҙмышына кире әйләнәйек. Ҙур ҙа түгел Озерный мәктәбен тамамлаусыларҙан артығы менән тоташ взвод тупларға булыр ине, өс тиҫтәнән ашыу. Ауыр юғалтыуҙар ҙа күп.
-Илнар Байегетов, Юлай Шаймарданов, Әүхәҙей Түлебаев, Сәйфетдин Шәғәлин Руслан Шакиров, Азат Ғәйфуллин, Динар Камалов, Ришат Ғәзизов, Камил Мөхәмәтйәнов – һәр береһе тереләй күҙ алдында тора... Уларҙың вафатында минең дә ғәйеп юҡмы, тигән уй килмәй түгел, был һағыш һуңғы көнөмә тиклем булыр инде үҙем менән. Бигерәк аҫыл егеттәр ине! Тик тәҡдиргә яҙылғанды ашаҡлап үтә алмай инде бер кем дә.Хәбәрһеҙ юғалғандарҙы атап тормайым, ҡайтырҙар, тип өмөт итәм, -ти Нәҡип ағай моңһоулыҡ менән.
Фронттан килгән һәр ҡара хәбәр уҡытыусы өсөн ҡара ҡайғы. Гел шаян, дәртле ҡиәфәт һаҡларға тырышһа ла, эстән көймәй буламы ни... Нәҡип ағайҙы былтыр инсульт та һуҡты. Илнур улы яуҙан ҡайтыуы тураһында яҡшы хәбәр һуңғы тамсы булып, тамам аяҡтан йыға. Ярар ҙа ауыл фельдшеры Ләйсән Низамова тәүәккәл һәм грамоталы тотоноп, үҙ ваҡытында ярҙам күрһәтә алды. Һөҙөмтәлә бәлә ауыр эҙемтәләрһеҙ үтте. Бар “Яйыҡ” гәзите уҡыусылары исеменән дә рәхмәт һеҙгә, Ләйсән ханым!
Нәҡип ағай ауыл старостаһы, йәмәғәтсе булараҡ та яугирҙәргә, ғаиләләренә ярҙам ойоштороу менән янып йәшәй. Селтәрҙәр үреү, ылауҙар туплау, хәтер саралары... Бына, әйтәйек, әленән алдағы Яңы йыл байрамында һалдаттарҙың балаларына Ҡыш-бабай бүләге биреүҙе ойошторһалар, һуңға тантанала, хәйриә аҡсаһы йыйып, Яңы йыл кисәһендә яугирҙәрҙең ата-әсәләре тәбрикләнде.
-Ауыл халҡы күндәм икәнлегенә ҡыуанып бөтә алмайым, - ти әңгәмәсебеҙ.- Ниндәй генә өмә, ниндәй генә башҡа сара үткәрмә, ихлас ҡушылалар. Күҙ теймәһен, бер ҙур ғаилә булып йәшәйбеҙ.
МХО-нан ялға ҡайтҡан яугирҙар әлекке уҡытыусыларының хәлен белергә даими килеп торалар. Ул ни, хәҙер һуғыш бөтөнләй икенсе икәненә яҡшы төшөнөп, бер генә кәңәш бирә – саманан тыш дыуамалланмағыҙ, егеттәр, нисек үҙ аяҡтарығыҙҙа сығып китәгеҙ, барығыҙ ҙа шулай үҙ аяҡтарығыҙҙа кире ҡайтығыҙ! Һәм эстән генә Аллаһы Тәғәләгә ялбара – исмаһам, ҡалғандарын иҫән-һау һәм еңеү менән алып ҡайт инде тыуған яҡтарға!
Ә Ислам дине уға бик тә яҡын. Ике яҡтан да олаталары Троицк мәҙрәсәһен тамамлаған, ғүмере аҙағынаса имандарын һаҡлаған кешеләр бит. Һәр хәлдә лә, Нәҡип ағай йома намаҙҙарын ҡалдырмаҫҡа тырыша, бар йыназаларға йөрөй, тыйылғандан тыйыла. Һәм дингә ҡарата үҙ ҡарашы бар уның: “ Әлбиттә, мослман өсөн фарыз ғәмәлдәрҙе үтәргә ынтылыр кәрәк, шул уҡ ваҡытта әҙәм балаһының Аллаһы Тәғәләгә төп ғибәҙәте – уның йәшәйеш рәүеше. Мәҫәлән, тирә-йүндәгеләргә йылы мәнәсбәт, ялҡауланмайынса хәләл көс менән мал табыу, төшөнкөлөккә бирелмәйенсә яҙмышыңды ҡабул итә белеү . Кеше менән булышыу, ғәйбәт ашау, мин-минлеккә, нәфсегә бирелеү бөтөнләй килешмәгән эш. Татыулыҡҡа ынтылыу айырыуса мөһимдер, халҡыбыҙҙың “хәл белешеү” тигән күркәм ғәҙәтен һис тә оноторға ярамай! Йәнә башҡорттарҙың һоҡландырғыс сифаты – рәхмәтле була белеү. Олатайҙар әйтә торған ине – үҙеңә яҡшылыҡ ҡылғанға 70 ҡат рәхмәт әйтһәң, 69-ы үҙеңә сауап булып әйләнеп ҡайта. Нәҡ шулай, Аллаһы Тәғәләгә, изгелек ҡылған йә ҡылырға ынтылған кешеләргә рәхмәтле булайыҡ, туғандар!”
Әңгәмәнең аҙағында Нәҡип ағайға ошондайыраҡ сәйер һорау бирҙек: “Оҙаҡ уйламайса ғына башҡа шундуҡ килгәнде әйтегеҙ әле – аҡһаҡал йәшенә еткәндә, тормош тәжрибәгеҙҙән ниндәй төп 3 һығымта яһар инегеҙ?” Яуаптар түбәндәгесә:
-кешегә һәр саҡ эскерһеҙ ярҙам итергә ынтылыр кәрәк, кемгәлер булышлыҡ итеп, бер тапҡыр ҙа үкенергә тура килгәне юҡ. Киреһенсә, иң йылы хәтирәгә әйләнә;
-ирҙе ир иткән дә, ер иткән дә – ҡатын. Сибәр, аҡыллы булыуы төп шарт түгел, төп шарт – үҙеңә фекрҙәш һәм юлдаш, балаларға тоғро әсәй булырҙай ҡыҙ осраны икән – бер секунд та уйланмай өйләнер кәрәк;
- малайҙарҙы белемле, әҙәпле итеп үҫтереү менән бер рәттән фәҡәт егет итеп тәрбиәләр кәрәк – бер һынау алдында ла ҡойолоп ҡалмаһын, ҡыйыу һәм йүнсел булһын, үҙ иңенә яуаплылыҡ ала белһен.
...Нәҡип ағай менән күптән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Башҡа кешеләр тураһында яҙырға күнеккән ул, ә әле үҙе лә тәрән фекер йөрөткән аҡһаҡал сифатында асылды. Ихлас күңелдән оло юбилей менән ҡотлап, оҙаҡ йылдар шатланып, кеше шатландырып йәшәүен теләп ҡалабыҙ!